Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының “Толтек” технопаркы уҡытыусыһы Эдуард Шакирйәнов “Формула 1” категорияһында беренсе урын яуланы. Ошо уҡ технопарк уҡыусылары “Робофестиваль – 2018”ҙә маҡтаулы 4-се урынға лайыҡ булды. Бөтәһе уҡыу үҙәгенән Мәскәүгә фестивалгә “РобоФест-Стәрлетамаҡ” һәм “Робофест – Волга буйы”нан 5 еңеүсе команда барҙы. “Hello Robot Перевозчик Open”категорияһында сығыш яһаусы балалар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
– Бөтә балалар ҙа ныҡлы әҙерләнгән. Хатта поезда уларға эшләргә тура килде, - тип һөйләй БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан технопарк етәксеһе Валентина Анохина. – “Нор 53” командаһы беҙҙең ҡалаға Рәсәй буйынса 4 урын килтерҙе. Кубик зонаға 2 миллиметр ғына етмәне, шуға беҙгә 25 балл штраф һалдылар. Шулай ҙа 60 команда араһында лайыҡлы урын яуланыҡ. Әлбиттә, быйыл һөҙөмтәбеҙ түбәнерәк. Үткәнендә беҙҙең робот яһаусы техниктар “АRDUINO” “Сортировщик” и “Шорт-Трек” буйынса көс һынашты. Тик ҡатнашыусылар ҙа әҙерәк ине, шул уҡ ваҡытта робот яһаусы техниктар даими үҫә. Киләсәктә призерҙар иҫәбендә булыр өсөн быйыл беҙ әҙерлекте көсәйтәсәкбеҙ. Ғөмүмән, уҡытыусылар һәм балалар опти-мистик ҡарашта. Беҙ үҙебеҙҙең йомшаҡ яҡты һәм нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклекте лә беләбеҙ. Әле үк эш башларға әҙербеҙ.
Роботтар яһау техникаһын БДУ-ның Стәрлетамаҡ фи-лиалында 2016 йылдан алып иң перспективалы йүнәлеш булараҡ үҫтерәләр. 2017 йыл-дың аҙағында вузда балалар тех-нопаркы асылды. Бына икенсе йыл инде филиал робототехника буйынса республика ярыштарын ойоштороусы булараҡ сығыш яһай. 2018 йылдың ғинуарында “РобоФест – Стәрлетамаҡ” тө-бәк һайлап алыу робототехник фестивале уҙҙы. Уның һөҙөм-тәләре буйынса балалар Мәскәүгә юлланды ла инде.
Стәрлетамаҡ робототехниктарынан тыш бөтә Рәсәй “РобоФест”та Өфө, Бөрө, Учалы, Ишембай ҡалаларынан һәм Хәйбулла районынан командалар сығыш яһаны. Ишембайҙар “Чертежник” йүнәлешендә беренсе урын яулаһа, Өфөнән килгән балалар фестивалдә проект менән сығыш яһаны.
13 апрелдә иһә БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы базаһында йылдағыса “РобоПром” асыҡ республика фестивале уҙасаҡ. Өфө, Ишембай, Раевка, Аҡъяр һәм Учалы робототехниктары үҙҙәренең ҡатнашасағы тураһында белдерҙе лә инде.