Шулай итеп, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының бер төркөм студенттары – Әйзилә Мостафина, Сөмбөл Дауытова, Зилиә һәм Гөлиә Мәмбәтовалар, Элиза Ҡыямова, Элеанора Петрова менән юлға сыҡтыҡ. Кемдәр беренсе тапҡыр юлланған – уларҙы таулы-урманлы Таулы Алтай ерҙәре, уның Башҡортостанға оҡшаш та, оҡшаш булмаған да тәбиғәте хайран иткәйне инде. Ә алтай, тыва, хаҡастар, яҡуттар, ҡаҙаҡтар менән уртаҡ тел табып, бер-беребеҙҙе аңлап һөйләшеү, йырлап-бейеү, әйтештә ярышыу, һәр кемдең үҙ мәҙәни өлгөләрен күрһәтеү йәштәрҙе бигерәк тә рухландырҙы, ҡанатландырҙы. Йәштәребеҙ, мәҫәлән, “Һаҡы таш”, “Үгеҙ йөҙөк” башҡорт халыҡ уйындарын һәм йолаларын уйнап-уйнатып, быуындаштарына башҡорттоң рухи донъяһын күрһәтте. Беҙ иһә, үҙ сиратыбыҙҙа, алтайҙарҙың “Шатра” уйынын өйрәндек.
Музей, театр, экскурсия... Шулай ҙа төп маҡсат, әлбиттә, фән өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, стажировка үтеү, семинарҙа ҡатнашыу һәм конфе-ренцияла сығыш яһау ине. Хәйер, был йәһәттән дә ҡыҙҙарҙың бойоғорға ваҡыты булманы: рун яҙмаларын өйрәнеү, билдәле филолог-ғалимдарҙың лекциялары, оҫталыҡ дәрестәре – һәммәһе лә студенттың ғилми эшмәкәрлеген байытты. Мәҫәлән, һуңғы ваҡытта милли биҙәүес әйберҙәре өлгөләре ярҙамында төрлө матур-матур кейемдәр тектереү модаға әүерелде. Гүзәл зат булараҡ студенттарыбыҙҙы Новокузнецк ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, ижади оҫтахана етәксеһе Т. Алыпованың “Заманса этник моданың төп үҫеше” исемле сығышы ҡыҙыҡһындырмай ҡалманы. Был оҫталыҡ дәрестәрендә шулай уҡ монгол, ҡытай халыҡтарының милли уйындарын өйрәнеү менән бер рәттән мәғлүмәт технологиялары үҫеше тураһында ла абруйлы шәхестәрҙең фекере яңғыраны. Сун Ифей, А. Пестрова, Б. Нямжав һымаҡ белгестәрҙең лекцияларын тыңларға насип булды.
Ғөмүмән, барыһы ла йәш ғалим файҙаһына ине. Студентыбыҙ Әйзилә Мостафинаның:
– Бында һәр осрашыу, һәр сығыш һәм көс һынашыу мауыҡтырғыс, файҙалы, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт, – тигән һүҙҙәре ошо хаҡта һөйләй түгелме ни?!.
Әйтергә кәрәк, сарала көс һынашыу еңелдән булманы, сөнки студенттарға башҡорт филологияһы буйынса ғына түгел, төрки телдәре һәм әҙәбиәте, көнсығыш донъяһында ла күпте белергә тура килде. Мәҙәни диалогтар идеяһы эҙләнеүсеһен атарға, боронғолоҡтағы мифтарҙың әһәмиәтен билдәләргә, төрлө ғалимдарҙың әйткән аҡыллы һүҙҙәрен иҫкә төшөрөргә… Шулай ҙа һыр бирмәне йәштәр. Башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар, алтай-хужаларҙан бигерәк үҙебеҙҙең яҡташтар араһын-да көслөләр күп ине – БашДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан барған студенттар ҙа төплө әҙерләнеп килгән. Беҙ улар өсөн ҡыуандыҡ ҡына – тотош Башҡортостанда белем биреү, филологик йүнәлеште үҫтереү – юғары кимәлдә бит! Стәрлетамаҡтар саранан ике 2-се һәм ике 3-сө урындар менән ҡайтты! Ә алған тәьҫораттар хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
– Мөмкинлек сыҡһа – тағы барасаҡмын! – тип хис-тойғолары менән уртаҡлашты, мәҫәлән, Алтайға инде икенсе тапҡыр сәфәр ҡылған студентыбыҙ Элиза Ҡыямова.
Булдыҡлы студенттарыбыҙға алдағы тормоштарында ла тик юғары кимәлдә сығыш яһауҙарын теләргә ҡала. Тырышып уҡыған, фән менән шөғөлләнгән йәштәрҙең мөмкинлектәре ҙур. Ҡыҙҙар-егеттәр ошо хаҡта онотмаһын ине.