Айымдың киләсәккә пландары ҙур: әлеге спорт төрө буйынса республика студенттары араһында беренсе булыу, ил кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу. Шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: студент тай боксы менән ни бары өс ай элек кенә шөғөлләнә башлаған! Айымдың ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур һөҙөмтәләргә ирешеүе кешенең мөмкинлектәре киң булыуын тағы бер ҡат раҫлай төҫлө, теләк кенә кәрәк. Тырыш ҡыҙға афарин тиергә генә ҡала.