Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Театрҙа тәжрибә үткәрәләр?

Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары театрҙарында режиссерлыҡ лабораторияһы эшләй башланы. 21 ғинуарға тиклем дауам иткән был сараны ойоштороусылар фекеренсә, ул яңы исемдәр асырға, яңы тамашалар табырға ярҙам итәсәк.

Әйткәндәй, әлегеләй тәжрибәләр башҡа театрҙарҙа күптән йолаға әүерелгән һәм лабораториялар ярҙамында репертуарҙарын тулыландырып тора.
Шуныһы үҙенсәлекле: был сара мотлаҡ актерҙар һәм режиссерҙар өсөн генә түгел. Унда драма әҫәр яҙған, һәр хәлдә үҙен шундай һәләткә эйә тип иҫәпләгән һәр ижадсы эшен режиссер иғтибарына тәҡдим итә. Был эште лә мотлаҡ профессионалдар баһалай түгел әле, әҫәргә ҡарата һәр кем үҙ фекерен еткерә ала. Әйткәндәй, режиссерҙар – сит өлкәләрҙән килгән ижадсылар. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында, мәҫәлән, Һамарҙан килгән Артем Устинов исемле режиссер менән Калуга режиссеры Константин Солдатов эшләй. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: лаборатория шарттары буйынса, был режиссерҙар 5-6 көн эсендә актерҙар менән тиҙ арала “уртаҡ тел таба һалып”, театрҙа ниндәй декорация бар, шуның ярҙамында сәхнәгә спектакль йәки өҙөк сығарырға тейеш. Ғөмүмән, лаборатория! Константин Мөнир Ҡунафиндың “Изи пизи лемон сквизи” әҫәре менән эшләһә, Артем иһә Ринат Ташимовтың “Первый хлеб”ын һайлаған.
Лаборатория эше, әлбиттә, спектакль сығарыу менән генә тамамланмай, бөгөнгө театр донъяһы хаҡында әңгәмә, хатта бәхәстәр ҙә көтөлә. 21 ғинуарҙа, мәҫәлән, илдең билдәле театр тәнҡитсеһе Павел Руднев ошо темаға лекция уҡыясаҡ, замана сәнғәте тураһында һөйләшеү алып барасаҡ.
Читайте нас