Быйылғы ижад миҙгелен ул Мостай Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса Мәскәү режиссеры Антон Федоров сәхнәләштер-гән спектакле, Ф.Г.Лорка әҫәре буйынса Зиннур Сөләймәнов ҡуйған “Бернарда Альба йорто” драмаһы премьералары менән башлап ебәрҙе. Бына әле килеп, татар драматургы Данил Салиховтың «Ҡатын түгел – аждаһа!» комедияһы менән һөйөндөрҙө. Әҫәрҙе “Нур” театрының режиссёр-ҡуйыусыһы БР-ҙың атҡаҙанған артисы Илдар Вәлиев сәхнәләштергән.
Премьераға пьесаның авторы Татарстан Яҙыусылар берлеге рәйесе, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмә-кәре Данил Салихов үҙе лә килгәйне. “Мин үҙем дә ҡасандыр актер булып эшләгән кеше булараҡ шуны әйтергә теләйем: был спектаклде төрлө театрҙар ҡуйғаны бар, ә әлегеһе миңә бигерәк тә оҡшаны. Беҙ шул тиклем яҡын ҡан-ҡәрҙәштәрбеҙ - булмышыбыҙ ҙа, мәҙәниәтебеҙ ҙә оҡ-шаш. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - халыҡҡа хеҙмәт итеү. Тамашасы бар икән, тимәк, театр йәшәйәсәк. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, башҡорт дуҫтарым!” – тине яҙыусы ихлас күңелдән тамашасыларға өндәшеп.
Тәү ҡарашҡа ябай ғына булып күренгән, әммә халыҡсанлығы, тормошсанлығы менән таң ҡалдырған, күп ғаиләләргә ауаздаш булған комедияны ҡарап, йәненә ял алып ҡайтты тамашасы.
... Ябай ауыл ирҙәре ғаилә йөгөнән арып, ял йортона барып, типтереп ҡайтырға була. Уларға хатта үҙ ҡатындары ла аждаһа булып күренә. Ә ғәмәлдә иһә, был ҡатындар - ғаилә усағын һаҡлаусы, үҙ ирҙәренең ҡәҙерен белгән аҡыллы, донъя тотҡаһы булырҙай ҡатындар. Ғаиләне һаҡлап ҡалыу өсөн хәйләкәр, әммә аҡыллы аҙымға бара улар.
Башҡортостандың атҡаҙанған артис-тары Зөлфиә менән Азамат Хәлиловтар, артистар Таһир Фәтҡуллин, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина ошо ғаилә темаһын шундай ҙур оҫталыҡ менән асып бирҙе, халыҡ спектаклдең башынан алып, аҙағынаса көлөп кинәнде.
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында, классик әҫәрҙәр менән бер рәттән, тап ошондай юморға ҡоролған спектаклдәрҙең дә булыуы театр репертуарының байытыла барыуы, ижад даирәһенең киңлеге тураһында һөйләй.
Премьераның икенсе көнөндә икенсе состав уйнаны. Айгөл Зөбәйҙуллина, Илгиз Әкимбәтов, Револь Ғималов, Гөлнара Йәрмиеваларҙың сығышы ла аншлаг менән үтте.
Үҙ театрыбыҙҙың булыуы – ниндәй бәхет! Киләсәктә лә уның сәхнәһе гөрләп торһон, халыҡ тамашаларға эркелеп йөрөһөн!