– Башҡорт теле тирәләй ҡуйырған әлеге ваҡиғалар барышында беҙ уны һаҡлап ҡалыу буйынса яңы алымдар эҙләйбеҙ. Махсус программа әҙерләйбеҙ, унда башҡорт теленең халыҡ-ара мөнәсәбәттә һәм аралашыуҙағы әһәмиәте мөһим урынды биләй. Башҡорт теле өйҙә аралашыу теле генә булып ҡалмаһын, ә донъялағы төрки телле халыҡтар араһында аралашыу теле булһын өсөн эшләнелә, – ти ул. – Ошоға бәйле, 2018 йылда «Халыҡ-ара мөнәсәбәттә һәм аралашыуҙа башҡорт теленең әһәмиәте» тигән темаға форум үткәрергә ниәтләнәбеҙ. Бөгөн килеп беҙ “ни өсөн башҡорт телен өйрәнергә кәрәк?” тигән һорауға яуап табырға тейешбеҙ һәм быны халыҡҡа еткереү зарур. Күп милләтле Башҡортостандағы бөтә халыҡтарҙың ғаиләләрендә лә ата-әсәләр менән эш алып барырға кәрәк. Әгәр башҡа халыҡтар башҡорт телен белһә, уларҙың милләт-ара аралашыуы өсөн яңы мөмкинлектәре асыла, – тип иҫәпләй спикер. – Яңыраҡ йәштәребеҙ Ҡаҙағстанда уҙған шаяндар һәм тапҡырҙар клубынан ҡайтты – ҡаҙаҡ телендә сығыш яһаған башҡорт командаһы икенсе урынды яуланы. Башҡорт телендә төрки телле халыҡтарҙың шаяндар һәм тапҡырҙар клубын үткәреү теләге бар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе башҡорт телендә яңы радио һәм телевизион тапшырыуҙар әҙерләү өҫтөндә эшләргә, уҡыусылар, ата-әсәләр менән эште көсәйтергә кәрәк, тип иҫәпләй. Был мәсьәләләрҙә ғаилә телде һаҡлаусы усаҡ булараҡ төп ролде уйнарға тейеш: «Бөгөн ата-әсәләргә өҫтөнлөк бирелә. Башҡорт телен һаҡ-лап ҡалыуҙың әһәмиәте йәһәтенән улар менән эш алып барыу зарур».
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡорт телен һаҡлау йәһәтенән методик үҙәк, база булараҡ сығыш яһарға тейеш, ти Әмир Ишемғолов. Бының өсөн ғалимдар, философтар, филологтар бар. Улар ҙа эшкә ҡушылыр.
– Башҡортостан Республикаһында бөтә шарттар етерлек. Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов үҙенең бөтә сығыштарында бөгөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн бөтә мөмкинлектәр булыуын белдерә. Иң мөһиме, республика етәкселеге аңлай һәм ярҙам итә, – ти Ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе.
Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә дәүләт телдәре булған милли телдәрҙе мотлаҡ өйрәнеү мәктәп уҡыусыларының хоҡуҡтарын боҙмай. Ошо хаҡта 30 августа Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева белдерҙе.
«Беҙҙең күп милләтле, күп кон-фессиялы ил. Минең ҡарашҡа, әгәр һин Башҡортостан йәки Татарстан биләмәһендә тыуғанһың һәм йә-шәйһең икән, телде белмәү ул дөрөҫ түгел», — тине Ольга Васильева.