Балалар һәм үҫмерҙәрҙең экран ижады буйынса ХII Бөтә Рәсәй асыҡ фестивале тип нарыҡланған был сараға, билдәле, “Үҙәктә” телестудияһында шөғөлләнгән ма-лай-ҡыҙҙар барҙы. Әйткәндәй, улар Башҡортостандан берҙән-бер вәкил ине. Уның ҡарауы, фестивалдә ҡатнашыусылар аҙ булған тигәнде аңлатмай был – сарала илдең төрлө төбәктәренән 170 делегация ҡатнашҡан. Нисек кенә булмаһын, йәш яҡташтарыбыҙҙың ҡала данын күтәреүҙәренә, үҙҙәре лә баһалап бөткөһөҙ дәрт һәм тәжрибә алып ҡайтыуҙарына ҡыуанырға ғына ҡала. Атап әйткәндә, Радмир Рәжәпов “Видеоға төшөрөү һәм монтажлау” номинацияһында 3-сө дәрәжәле дипломға эйә булған, тауыш режиссеры Айҙар Сәғиҙуллиндың эшен – “Роковая чаша” фильмын тикшергәндә 2-се дәрәжәле дип-лом менән баһалағандар, Әлиә Сәйфетдинованы иһә видеоға тө-шөрөү һәм монтажлау буйынса 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ тип билдәләгәндәр. Ә бына йәш таланттарҙың “Телевидение” номи-нацияһында Гран-при яулауҙары һәм абруйлы бағыусыларҙан ҡиммәтле бүләктәр алыуҙары айырыуса ғорурлыҡ тыуҙыра.
– Кескәй ижадсыларҙың ҙур еңеүҙәре беҙҙең эшебеҙгә лә дәрт өҫтәмәй ҡалмай, – ти үҙәктең директоры Альмира Сәйфетдинова. Шулай ҙа балаларҙың тырышлығын ғына түгел, остаздарының бул-дыҡлылығын да һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәктер, минеңсә. Талантты күрә һәм үҫтерә белергә лә кәрәк бит. Был тәңгәлдән йәнә бер миҫал килтереп үтке килә: оҙаҡламай ҡыҙҙар-малайҙар инде билдәле “Артек”ка юл тотасаҡ. Унда ижадсыларҙы халыҡ-ара форум көтә. Был сәфәрҙән дә буш ҡайтмаҫтар, тип ышанырға ҡала.
...Балаларҙың ижадын үҫтереүсе түңәрәктәр, студияларҙың һаны бихисап һәм йүнәлештәре лә бай. Иң мөһиме, был эштәр тик ыңғай һөҙөмтә генә килтерһен. Бөгөнгө көндә Рәсәй кимәлендәге ҡайһы бер йондоҙҙар ҡасандыр ошондай телестудияларҙа шөғөлләнгән, тәжрибә туплаған бит. Хәйер, ниңә әллә ҡайҙан миҫал эҙләргә: Башҡортостан юлдаш каналының яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләүсе Дарья Шорсткина үҙенең тәүге һабаҡтарын нәҡ әлеге сту-дияла алған һәм хәҙер үҙе кескәй телевидение булдырыусыларға ярҙам итә. Тимәк, Айҙар, Радмир, Әлиә һәм башҡа малай-ҡыҙҙарҙан да киләсәктә «телейондоҙҙар» сыҡмаҫ тимә.