Сарала ҡала хакимиәте, күҙәтеү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары, хужалыҡ хеҙмәттәре вәкилдәре, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов алып барҙы.
Тәү сиратта һүҙҙе полиция начальнигы Алексей Алехин алды. Уның һөйләүенсә, 10 сентябрҙән ошо көнгәсә халыҡ күпләп йөрөгән урындарға: сауҙа үҙәктәренә, ресторандарға, ҡунаҡханаларға шарт-латҡыс һалыныуы тураһында 45 аноним шылтыратыу булған. Хатта “боҙоҡ телефон” буйынса полиция хеҙмәткәрҙәренә Суханов һәм Гоголь урамдарындағы ике күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙе эвакуацияларға тура килгән. Террорсыларға ҡарата 34 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
– Шылтыратыуҙар IP-телефония аша булғанға, кем һәм ҡайҙан икәнен асыҡлауы ҡатмарлы, әммә шартлатҡыс һалыныуы тураһында алынған мәғлүмәттәр ентекле тикшерелә, - тип һөйләне Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте идаралығының ҡала бүлеге начальнигы урынбаҫары Евгений Сорокин. Шулай уҡ ул бында барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә етеҙ һәм сифатлы эшләүен, шул уҡ ваҡытта күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙе хәүефһеҙ урынға сығарғанда бер аҙ етешһеҙлектәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Беренсе ҡатта урынлашҡан бүлмәләрҙең, под-валдарҙың, ҡыйыҡ баштарының бикле тороуы үтеп инеүгә ҡамасаулаған һәм күп ваҡытты алған.
Ошоға бәйле, ҡала хакимиәте башлығы торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлегенә күрһәтмә бирҙе. Бер ай эсендә идарасы компаниялар һәр йортҡа хәүефһеҙлек паспорты әҙерләргә һәм унда нисә ҡатлы йорт, фатирҙар һаны, нисә кеше йәшәгәнлеге күрһәтелергә тейеш. Паспортта шулай уҡ подвалдарға, өй баштарына инеүгә яуаплыларҙы билдәләп, уларҙың телефондарын да яҙырға кәрәк.
– Халыҡты эвакуациялауға тиҙ генә ҡорола торған палаткалар, транспорт һәм эҫе сәй ҡул аҫтында булырға тейеш, сөнки һауа шарттары үҙгәреп тора, быны ла иҫәпкә алырға кәрәк, – тип билдәләне Владимир Иванович.
Әлбиттә, ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәргә, терроризмға ҡаршы етди саралар үткәрелеп тора. Хәүефһеҙлек һағында тороусы шәхси һаҡ хеҙмәткәрҙә-ре менән занятиелар, ә белем биреү усаҡтарында теракттан һаҡланыу өсөн төрлө күнекмәләр уҙғарыла. Шулай ҙа хәүеф-хәтәр булмаһын өсөн һәр кемдән уяулыҡ талап ителә.