Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Тимерҙәй ныҡлылар эшләй бында

...8-се цехта эштең ҡайнаған мәле. Егеттәр махсус һауыттарға иҙмә тултыра, шунан бетон ныҡлы булһын тип, араһына арматура ҡыҫтыра. Ҡыуыш урын барлыҡҡа килмәһен, тығыҙлыҡ өсөн материалды һелкетеп тә алырға кәрәк... Шулай барлыҡҡа килә тимер-бетон изделиеһы. Кипкән, нығынған һәм тейешле тикшереү үткән продукцияны кран вагондарға тейәй. Әлеге мәлдә иң күп тауар Себергә оҙатыла – был тарафтан 1-се Стәрлетамаҡ тимер-бетон заводы ҙур ғына заказ алған икән.

– Әйҙәгеҙ, бер нисә минутҡа, хәбәрсе килгән, – тип ымлай ҡул аҫтында эшләгән иптәштәренә цех начальнигы, ошо заводҡа 31 йыл ғүмерен бағышлаған, ябай эшсенән күтәрелгән Радик Сәйфуллин.
Бер-бер артлы килеп күрешкән ағайҙар үҙҙәре менән таныштыра. Кемдер бетон яһай, кемдер уны вагондарға тейәп, оҙата. Ғөмүмән, һәммәһенең үҙ бурысы тигәндәй.
– Эш ауыр, ауыл егеттәре килһә, бирешмәй эшләй, ә бына ҡаланыҡылар кире китеү яғын ҡарай, ошо тимерҙәй ныҡлыҡ кәрәк шул ауыр эште башҡарырға, – тип һөйләй үҙенең хеҙмәте хаҡында Ғәфүрйән Садиҡов. Ул үҙе лә бит ауыл егете, Баҡалынан. Ҡасандыр машиналар төҙөү заводына эшкә килгән, тик был оборона предприятиеһының күптән тарихта ҡалыуы бер кемгә лә сер түгел. Хәйер, стропальщик (ябайлашытырып әйткәндә, тейәгән йөктө бәйләп, кранға эләктереп тороусы) тимер-бетон за-водында ла инде 17 йыл хеҙмәт итә.
Иҙмәне ҡойоп, материалдарҙы формаға һалып тороусы Сергей Стрежков та уның һымаҡ уңған эшселәр иҫәбендә. Ә бына айыуҙай кәүҙәле ағайҙар уртаһында торған нәфис затты күреп, аптырап ҡалдым.
– Беҙҙең Нина арабыҙҙа иң көслөһө, ошо заводта эшләгән барлыҡ 500 кеше бергә йыйылып та күтәрә алмаҫтай йөктө күтәреп ҡуя, – тип егеттәр шаяртамы тиһәм, Нина Тронина ысынлап та тонна-тонна әйберҙәрҙе күсерә икән – крансы ул, 1990 йылдан алып ошо эште башҡара.
...Заводта 8-се цех асылыуға инде 55 йыл булып килә. Был ваҡыт арауығында нисәмә тонна, нисәмә берәмек продукция әҙерләне икән был цех – көнөнә генә лә бит бында 150 берәмек изделие етештерелә. Атап әйткәндә, 250 куб тимер-бетон! Тимәк, производство өсөн цехтың эше баһалап бөткөһөҙ. Әммә эш күләмдә генә түгел, кимәлдә лә – цех, ғөмүмән, завод яҡшы сифатлы бетон менән ил кимәлендә дан ҡаҙанған. Нисәмә завод, нисәмә күпер, күп фатирлы йорттарҙың нигеҙҙәре, стеналары, бағаналары тап ошо ерҙә етештерелгән. Ә был сифатлы бетон – үҙ эшенә мөкиббән киткән әлеге апай-ағайҙарҙың иңендә лә түгелме ни?! Шуға еңеүҙәр яулаған спортсыларыбыҙҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимда-рыбыҙҙың исемен күтәргәндә ошондай ябай хеҙмәт кешеләре лә, һис шикһеҙ, иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел, минеңсә...
Читайте нас