Ҡаланың боронғолоғон унда төҙөлгән йорттарға ҡарап, уның «иҫке» һәм «яңы» райондарға бүленеүендә күрә алабыҙ. Стәрлетамаҡ башҡорттарҙың боронғо Юрматы ырыуы ерҙәрендә урынлашҡан. Ҡалала Юрматы урамы булыуы шул хаҡта мәғлүмәт бирә. Совет осоронда киң таралған Ленин, Октябрь, Коммунистик, Пионер кеүек атамалар ҙа бында юғалмаған. Улар проспекттар, урам исемдәрендә һаҡланған. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның хәтирәләрендә шундай юлдар бар: «Үткәнде яҡшы белмәй тороп, бөгөнгөнө яҡшы баһалап булмай. Тыуған илгә мөхәббәт тыуған төйәкте яратыуҙан башлана. Илдең ышаныслы терәге булырҙай ҡаһармандар асылда үҙ тыуған-үҫкән ерен яҡшы белгән, өҙөлөп яратҡан кешеләрҙән сығыусан була. Шуға күрә лә тыуған төйәкте өйрәнеү, белеү, яратыуҙың әһәмиәте ҙур». Ошо фекерҙе маяҡ итеп алып, ҡалабыҙҙың башҡорт телендә нәшер ителгән «Ашҡаҙар» гәзитендә «Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ» тип аталған рубриканы башларға булдыҡ.