Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Торатау”ға тауҙай уңыш теләйбеҙ!

“Торатау” – ҡалала инде биш йылдан ашыу балаларҙы тик милли бейеү серҙәренә төшөндөрөүсе берҙән-бер ансамбль. Исеме ниндәй бит әле уның! Ошо коллектив үҙенең кескәй генә артистары менән ҙур тамашаға әҙерләнә икән. Концерт алдынан уның етәкселәренең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Рәис улы ЛОҠМАНОВ менән буласаҡ тамаша һәм, ғөмүмән, коллективтың тарихы, көндәлеге хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Бындай шәп идея нисек тыуҙы?
– 3-сө Башҡорт лицей-ин-тернатында, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла инде егерме йыл бейеү түңәрәге алып барам. Әммә ҡала буйлап башҡорт бейеүҙәрен өйрәнергә теләүселәр, балаларын рухлы итеп үҫтерергә тырышҡан ата-әсәләр күбәйә. Ошо теләктәрҙе иҫәпкә алып, ҡатыным Гөлгөнә менән әлеге ансамблде асырға булдыҡ. Тормош иптәшем мәрхүмә булып ҡалғас, уның эшен ҡыҙым Лиана дауам итә.
– Бөгөн нисә бала шөғөлләнә?
– Етмештән ашыу. Шул иҫәптән телгә алған гимназия, ҡаланың 62-се балалар баҡсаһында тәрбиә-ләнеүселәр күпләп йөрөй. Шулай уҡ күрше-тирә райондарҙан килеүселәр ҙә бар. Балалар өс төркөмдә шөғөлләнә – кемдер саҡ бейергә өйрәнә, кемдер ике-өс йыл йөрөй, биш йыл буйы ансамблдә бейеүселәр ҙә бар. Хәҙер инде репертуарыбыҙ ҙа байып китте – тиҫтәнән ашыу бейеү ҡуйҙыҡ. Барыһы ла милли бейеүҙәр. Иң өлкән бейеүсебеҙгә 15 йәш булһа, иң кесеһенә – 3 кенә йәш әле.
– Гастролдәр, концерттар... нисек өлгөрөлә барыһына ла?
– Мин башлыса хореограф, бейеү ҡуйыусы. Бөтә ойоштороу эштәре менән Лиана шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә бәпесе менән бала табыу йортонда булһа ла, телефондан кем ҡайҙа сығыш яһай, ниндәй сарала ҡатнашасаҡ, репетициялар нисек үтә – барыһын да хәл итә.
– О, ҡотлайбыҙ! Һеҙ хәҙер яңы статуста – олатай! Лоҡмановтар нәҫелендә бейеүселәр арта икән.
– Рәхмәт. Иң мөһиме, ата-әсәһенең күҙ алдында иҫән-имен үҫһен ҡыҙыбыҙ. Бейеүселәр нәҫеленә килгәндә, ысынлап та, Гөлгөнә менән беҙ ҙә –бейеүселәр, ҡыҙыбыҙ Әҙилә лә “Торатау”ҙа шөғөлләнә, Лиана инде үҙе бейергә өйрәтә. Әммә бейеү сәнғәтен, халҡыбыҙҙың милли хазинаһын күберәк ғаиләләр һәм нәҫелдәр һаҡлаһын ине тигән теләк ҙур.
– Өс кенә йәшлектәр шөғөллә-нә, тинегеҙ. Уларҙың хәрәкәт итеп йөрөүҙәре үҫеш өсөн дә бик һәйбәт, минеңсә.
– Әлбиттә, бейеү сәнғәте, бигерәк тә милли бейеүҙәр баланың физик һәм психологик үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Бөтә күҙәнәктәре, ағзалары хәрәкәткә килеп, ҡан тиҙерәк йүгерә, мейе тиҙерәк эшләй, етеҙлек, һиҙгерлек һәм башҡа мөмкинлектәр арта. Әммә ансамбль бының өсөн генә булдырылманы бит. Бөгөнгө көндә бихисап малай-ҡыҙҙарыбыҙ – конкурс еңеүселәре, төрлө исемдәргә лайыҡ була. “Байыҡ” конкурсынан Гран-при менән ҡайттылар. Мәҫәлән, Илһам Ғималов, Әлиә Хөснөтдинова, Алина Хәйретдинова, Эльза Ғәлина, бер туған Ҡолдобаевтар һәм башҡалар киләсәктә Бейеү театры коллективы-на алмаш булырҙай быуын. Әммә был да тәү маҡсат түгел әле. Минең бөтә хыялым – ошо 70 кенә баланы булһа ла милли бейеүҙәребеҙ нигеҙендә рухлы итеп тәрбиәләү! Шуға хәрәкәттән бигерәк рух бәрәкәте бар. Иң мөһиме, бәхеткә күрә, яйлап ҡына хыял тормошҡа аша бара. Быны ансамблдең 23 майҙа 19.00 сәғәттә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә үтәсәк тамашаһына килеүселәр үҙҙәре тойор, тип ышанам.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! “Торатау”ға Торатауҙай уңыш теләйбеҙ. Бындай изге эште башҡарған кешеләр алдында баш эйергә генә ҡала.
Читайте нас