Руслан Юлтаев. Стәрлетамаҡта ғына түгел, ил кино сәнғәте донъяһында билдәле исем тиһәк, һис тә шаштырыу булмаҫ. Марат Башаров, Алексей Булдаков, Михаил Ефремов, Владимир Толоконников һымаҡ билдәле актерҙар менән эшләгән режиссер икәнлеген иҫкә төшөрөп тә нөктә ҡуйырға мөмкиндер. Шуныһы ҡыуаныслы: Руслан үҙенең һәләт мөмкинлектәрен ситтә асырға ынтылмай, Стәрлетамаҡта үҙ “голливудын” бул-дырып, башҡорт драма театрына тоғро ҡала килә. Яңынан-яңы таланттар аса, экрандарға матур әҫәрҙәр сығарып тора. Бөтә эштәрен дә һанап китмәй, “Өс хат” исемле киноһын күҙ уңында тотҡанда ла, фильм яулаған еңеүҙәр, алған урындар бихисап һәм һүҙ республика кимәлендә генә бармай. “Кластан тыш дәрес”тең дә юғары наградаларға эйә булырына шик юҡ, сөнки Руслан Юлтаев киноларының төрлө кимәлдәге фестивалдәрҙән еңеүҙәр-номинациялар менән ҡайтыуы хәҙер нисектер бер йолаға әүерелде һымаҡ. Афарин!
“Өс хат” фильмы осраҡлы иҫкә төшмәне. Был әҫәрҙең дә башланғысы нәҡ шул киноға барып тоташа икән.
– “Өс хат”ты төшөргәндән һуң фильмға күп кенә мәлдәрҙе, башта йөрөгән идеяларҙы, деталдәрҙе индерә алмау үкенесе кисереп йөрөнөм. Тәбиғи: бер сюжетҡа барыһын да һалып та, һыйҙырып та бөтөү мөмкин түгел. Әммә ул әҫәр өҫтөндә эшләгәндә шуныһын аңланыҡ: һуғыш темаһын беҙ дауам итәсәкбеҙ, – тип бәйән итә Руслан был эшенең башы хаҡында. “Өс хат” өҫтөндә эшләгән команданың был фильмға ла ылыҡтырылыуы ошо хаҡта һөйләйҙер күрәһең: сценарий авторы – Дамир Йосопов, операторы – Рафаэль Сәрвәев, композиторы – Илшат Яхин, продюсеры – Азамат Хужәхмәтов.
Идеяға әйләнеп ҡайтҡанда, режиссерға яңы әҫәр тыуҙырыуы “Өс хат”ты әҙерләү мәлендә тыуһа ла, был теләктең нығыныуы уйламағанда килә.
– “Үлемһеҙ полк” акцияһы булдырыл-ғас, кешеләр ике лагерға бүленде, кемдер был сараның мөһимлеген аңлап, атай-олатайҙарҙың хәтерен, тарихын һәм рухын һаҡлау алдында баш эйһә, бәғзеләр изге ғәмәлде “күҙ буяу акцияһы” тип атарға ла тартынманы. Бына шундай аңһыҙ бәндәләргә беҙҙең фильм яуап буласаҡ! - ти Руслан фильмдың нигеҙе хаҡында һүҙ йөрөтөп.
– Олатайымдың бәләкәй генә ауылынан 26 ир-егет фронтҡа китә, үкенескә ҡаршы, яу яланында уларҙың 14-е ятып ҡала. Элек бер йортта кәм тигәндә биш-алты бала тыуыуҙы күҙ уңында тотҡанда, шул ятып ҡалғандарҙың донъяға яралмай ҡалған сабыйҙарын, артабанғы быуынды уйлаһаң, һуғыш йылдарынан алып әлеге көнгә тиклем сылбыр буйынса кәм тигәндә 500 бала тыумай ҡалған. Ә бөгөнгө көндә был ауыл ер йөҙөндә юҡ... – тип көрһөнә режиссер. Бына бит нимәгә килеп төртөлә эш!
Сюжет, актерҙар һәм студия
Әлбиттә, ваҡыт тик тормай, шуға ҡәһәрле ваҡиғалар ҙа йыраҡлашҡандан-йыраҡлаша – әйтерһең дә, трагедия ла беҙҙән ситләшә... Һүҙ ҙә юҡ, йәш быуын, Аллаға шөкөр, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында белә. Кем еңгәнен, ниндәй ҡорбандар менән дошманды тар-мар иткәндәрен аңлай – уныһына ла шөкөр ҡылырға кәрәк. Әммә шуныһын да билдәләү мотлаҡ: был һуғыш хаҡында күптәр башлыса (шул иҫәптән хатта урта быуын да) дөйөм рәүештә генә хәбәрҙар һымаҡ. (Мәғлүмәт бар, ә бына мәғәнәһен аңламайҙар бит “Кластан тыш дәрес” геройҙары ла.) Ошо проблема ла борсомай ҡалмай фильм өҫтөндә эшләүселәрҙе. Шуға кинола нәҡ балалар үҙҙәре уйнарға тейеш, тип ҡарар итә улар. Балалар һуғыш темаһын мотлаҡ үҙ йөрәге аша үткәреп аңлаһын!
– Азамат Шаһисолтановты Катрина Дүшәнбаева студияһында шөғөлләнгәндә, спектаклдәрҙә күргән бар ине. Уның уйнауы, холоҡ-фиғеле, тышҡы ҡиәфәте һәм үҙен тота белеүенә шул саҡта уҡ иғтибар иттем һәм “был егетте берәй фильмда мотлаҡ ҡатнаштырырға кәрәк” тип уйлап ҡуйҙым. Ә Әлиә Хөснөтдиноваға килгәндә, уны шулай уҡ драматургия түңәрәгендә йыш күрҙем, мотлаҡ минең фильмда уйнарға тейеш ҡыҙ икәнен аңланым һәм бына форсаты сыҡты, – тип бәйән итә Руслан Юлтаев үҙенсәлекле алым менән үҙенсәлекле актерҙар һайлауын.
Ҡалған үҫмер актерҙар һайлау артынан ижади төркөм ҡаланың байтаҡ ҡына уҡыу йорттарын ҡыҙыра, әммә кәрәкле персонаждар булмай сыға. Шулай ҙа табыла бит бер белем усағы – Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла барған кастингты:
– Балалар класҡа инеп тора, һәммәһе беҙгә кәрәкле, тура килгән актер икәнлеген аңлап торабыҙ, – тип хәтерләй режиссер. Баҡтиһәң, Азамат менән Әлиә лә ошо гимназияла уҡыған булып сыға. Улай ғына ла түгел, был белем усағы әлеге фильмды төшөрөү өсөн күҙаллаған уҡыу йортона тап килә. Шулай итеп, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия көтмәгәндә “киностудияға” әйләнеп китә.
Ошо урында шуныһын билдәләү ғәҙел булыр: гимназияның – студияға, уҡыусыларҙың актерҙарға әүерелеүендә уҡыу йорто коллективының һәләтле, рухлы балалар тәрбиәләргә ынтылыуы ҙур роль уйнай. Әгәр етәкселек “артыҡ мәшәҡәт”тән баш тартһа, ә инде балалар башҡортса һөйләшә белмәһә, һөҙөмтә улай килеп сығыр инеме һуң?! Әйткәс әйтәйек инде, ҡайһы бер кадрҙарҙы гимназия директоры шәхси фатирында ла рөхсәт итә әле.
Иң мөһиме: был фильмда үҫмерҙәр үҙҙәрен бөтөнләй яңы күренештә һынап ҡарай, аса һәм һүҙем актерлыҡ хаҡында ғына түгел.
– Быға тиклем дә шәжәрәм ҡыҙыҡһындыра ине, хәҙер олатайҙарымдың яу юлын нығыраҡ өйрәнә башланым, - ти, мәҫәлән, Әлиә. Ә Азамат иһә:
– Был фильм, минеңсә, йәштәрҙе генә түгел, ололарҙы ла ҡылған ҡылыҡтары хаҡында уйланырға саҡырасаҡ, быуындар бәйләнешен нығытасаҡ һәм хаталар өҫтөндә эшләргә мөмкинлек барлығына төшөндөрәсәк, – тигән фекере менән бүлешә. Бит фильм геройҙары мәктәптәге шуҡлыҡтарынан һуң ниндәй ҙә булһа изге эш ҡылырға ашҡына, ә тарихыңа, асылыңа ҡайтыуҙан да изге эш бармы ни? Улар бөтөп барған олатаһы ауылының урамдары буйлап “үлемһеҙ полк” акцияһына сығырға әҙерләнә. Тик бына материалдар етешмәй бит әле – тимәк, умартаны һүтергә тура киләсәк, барыбер уларҙы һаталар, олатайҙы күсерәләр бит – ҡалала йәшәгән улы шулай хәл иткән... Ғөмүмән, Азамат хаҡлы! Уйланырға урындар күп фильмды ҡараусыларға, экранға сығырын ғына көтөргә ҡалалыр.
– Балаларҙың һәләтен үҫтереү, буш ваҡытын ойоштороу буйынса “Кластан тыш дәрес” беҙҙең өсөн дә әһәмиәтле кластан тыш сара булды, – тип шаярта гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова һәм инде киноның үҙенең әһәмиәте хаҡында былай тип тә өҫтәй. – Бындай материалдар сәнғәт әҫәре булараҡ та, педагогикала ла ҡулланыла ала, сөнки ул ҡыҙыҡлы, нигеҙле, тәрбиәүи сара өсөн яҡшы материал.
Балаларҙы актер булараҡ та нисек үҫтерҙе бит кино эше! Дубль артынан дубль ялҡытмай ҙа ҡалмағандыр, әммә йәштәрҙең күҙҙәре яна ине. Мәҫәлән, ғилми эш менән дә ҡыҙыҡһынған, бейеү оҫталығына ла өйрәнгән, драма түңәрәгендә лә көсөн һынаған Әлиә Хөснөтдиноваға үҙен зәңгәр экран алдында күҙ алдына килтерергә мөмкинселек бирҙе. Ә Азамат Шаһисолтанов йәй көнө йәнә кинола төшәсәк – был юлы башҡа ижади төркөм, башҡа тема – Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихы. Бер төркөм билдәле актерҙар менән кинола уйнауы ни тора!
Ошондай кинолар, ошондай күҙҙәре янып торған йәш актерҙар булғанда, иманым камил, олатай-атайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы, уларҙың үлем трагедияһы йөрәктәрҙә һаҡланыр әле...