Кискә табан булған был хәл, 140 кешене эвакуацияларға тура килһә лә, бәхеткә күрә, ҡорбанһыҙ үтте. Әммә, күрәһең, хәүефләнергә һаман да урын бар. Шул йортта йәшәүселәр белдереүенсә, хәҙер торлаҡтарҙа ла ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Тимәк, тотош өйҙөң ишелеүе ихтимал.
350 тонналыҡ сүп өйөмө тәшкил иткән үткәүел һүтелде. Ташландыҡ бинанан һаҡланыу саралары күренә. Тик былар ғына урындағы халыҡты тынысландырмай, улар емерелгән бина арҡаһында йылылыҡ трассаһы сафтан сығыуы мөмкин, тип хафалана. Улай ғына ла түгел, күптәр кире фатирҙарына ҡайтһа ла унда оҙаҡ торорға ҡурҡа икән, сөнки стеналар күҙгә күренеп сатнай башлаған. Ғүмерҙәргә ысынлап та ҡурҡыныс янаймы-юҡмы – быны белер өсөн бойондороҡһоҙ экспертиза үткәрергә кәрәк. Тик, әлеге йортта йәшәүселәргә ҡала хакимиәтенән яуап биреүҙәренсә, был эш өсөн фатир хужалары үҙҙәре түләргә тейеш. Әммә халыҡ бының өсөн аҡсаһы юҡлығын белдергән. Шуға әлегә 100-ҙән ашыу кешегә Хоҙайҙың ҡурсалауына ғына ышанып йәшәргә ҡала.