Тикшереү барышында 250-ләп эремсек, һыйыр майы һәм һөт төрҙәре һайлап алынған. Һөҙөмтәләр буйынса 90 һөт төрөнөң – 72-һе, 82 төр һыйыр майының – 53-ө, 73 төр эремсектең ни бары 28 генә талаптарға тура килгән.
Айырыуса эре сауҙа компаниялары һатыу иткән эремсектең 60 проценты тикшереү үтә алмаған, уның сифатһыҙ булыуына һаҡлау һәм транспортта йөрөтөү шарттары йоғонто яһаған, күбеһе күгәрә башлаған.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғ-лүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә бер кеше йылына 240 кг тирәһе һөт аҙығы менән туҡлана. Шулай ҙа уның араһында фаль-сификат та осрай. Роспотребнадзор һатып алынған һөт ризыҡтарының 3,9 проценты, Минпромторг – 20-30, Россельхознадзор 50 процентының фальсификат булыуын билдәләгән. Был һандарҙың төрлө булыуы ве-домстволар ҡулланған тикшереү алымдары менән аңалатыла, мәҫә-лән, аҙыҡта аҡ бур, он, крахмал, һабын һәм гипс булыуы – айырым, ҡулланылған һөт төрө, майҙар һәм тауарҙың тышлығы, ундағы яҙыуҙар айырым тикшерелә.
Ҡара тир түгеп, ысын һөт һауып алыусы бәләкәй хужалыҡтар юҡҡа ғына зарланмайҙыр, сөнки яһалма һөттөң хаҡы ла, сифаты ла түбәнерәк. Әммә һатып алыусы сифатҡа түгел, иң тәүҙә хаҡына ҡарай, магазинда һатыла икән, тимәк, туҡланырға яраҡлы, тип иҫәпләй улар. Ләкин, күреп тораһығыҙ, яңылышалар. Шуға нимә һатып алып ашағаныңды белергә ваҡыт.