Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Тыныс балаларҙан”...ниңә ярһыуҙар сыға?

Йыл башында Пермдә ике үҫмер мәктәпкә инеп, 4-се класс балаларына һәм уҡытыусыға һөжүм иткәйне. Ошо ҡала менән Стәрлетамаҡ араһы, баҡтиһәң, 600 километрҙан ашыу икән. Тик йәш быуын араһында таралған ҡот осҡос “модаға” саҡрымдар ҙа, сиктәр ҙә юҡ, ахыры. Сөнки... был саҡрымдарҙы интернет юҡҡа сығара, был сиктәрҙе йәмғиәт үҙе емерә һымаҡ.

Шаршамбыла ҡаланың 1-се мәктәбендә булып үткән ваҡиға һәм уға оҡшаш башҡа хәлдәрҙән һуң, ысынлап та, бер мәғариф системаһына ғына һорау тыумайҙыр. Бит үҫмерҙең ошондай енәйәткә барыуында бер уҡытыусы ғына ла, ата-әсә генә лә йәки власть та ғәйепле түгел, тотош система, йәшәү рәүеше үҙе яңылыш юлдан барғандай. Ҡыҙҙарҙы яҡлар, изгелек, батырлыҡ күрһәтер урынға улар, киреһенсә, гүзәл заттарҙың үҙенә һөжүм итә, яуызлыҡ ҡыла. Сәстәрен тартып ҡасмай, ә бысаҡ менән ташлана!
Мәғлүмәттәргә таянғанда, Тимур (исеме үҙгәртелде) был ҡылығына күптән әҙерләнеп йөрөгән. Яңы килгән үҫмерҙе класташтары өнәп етмәгән тиҙәр, яйы сыҡҡан-да мыҫҡыл итергә лә күп һорап тормағандар. Үҙ-үҙенә бикләнгән Тимур шуға “18 кешене үҙем менән алып ки-
тәм” тип юҡҡа ғына ла социаль селтәрҙә яҙып сыҡмағандыр. Әле йәшәй ҙә башламаған тиерлек баланың кешеләрҙе күрә алмаҫлыҡ, үлтерергә әҙер хәлгә етеүе лә ана шунан түгелме икән?! Ауылда сиратлап көтөү көткәндә шуға иғтибар иткән бар: бер йыуашыраҡ малды күрһәләр, уны күмәкләп һөҙөргә тотонолар. Һуң беҙ бит кешеләр ҙә инде? Бында, әлбиттә, Тимурҙың класташтарын ғына күҙ уңында тотмайым – күршеңдең хәлен белеү түгел, кем икәнлеген белмәйһең. Хәйер, өйҙәгеләр ҙә бер-береһе менән күрше йәшәгән һымағыраҡҡа әйләнеп бара: бала компьютер артында ултыра икән, теләһә ҡайҙа йөрөмәй бит! Тик шул компьютер арты үҙе “теләһә ҡай” икәнен онотоп китәбеҙ, буғай. Эйе, компьютер артында ултыра, ә бына нимә ҡарай, нимә өйрәнә ул? Тимурҙың да енәйәт юлы тап шул компьютер артында башланған – Америка мәктәбендә бынан 9 йыл элек ике үҫмерҙең 30-ҙан ашыу кешене йәрәхәтләгән, шул иҫәптән 13-өн атып үлтергән тарихты өйрәнеп ултырған һәм ошо “тарихты” ҙур героик сара тип яңылышып, ғәмәлдә ҡулланып ҡарарға булған. Батырлыҡ күрһәтә, йәнәһе, үҙенсә, иғтибар йәлеп итә!
Бер-беребеҙгә иғтибар етмәй шул. Ҡасандыр ил, йәмғиәт, беренсе планға ҡуйылһа, хәҙер шәхес тип баш ватабыҙ.
Эйе, ирекһеҙҙән йәнә совет осоро хәтергә килә. Тик унда ла үҫмер енәйәтселәр булған, тик Тимур шикелле тотош класты утта яндырырға тип махсус рәүештә әҙерләнмәгәндәрҙер, уларҙың бит Америка “геройҙарын” ҡарарға интернеттары булмаған! Бына ҡайҙа килеп төртөлә эш. Ә шул уҡ ваҡытта үҫмер менән аралашыусы, уның проблемалары, эсен бошорған хәлдәр тураһында һөйләшерлек өлкән остазы, кә-ңәшсеһе, өлгө күрһәтеүсе булһа? Әлбиттә, был эш мәктәп бинаһында уҡытыусы иңенә ятырға тейеш һымаҡ. Тик башта план, унан отчет тапшырам, балдар йыйырға тип ҡайғырған уҡытыусының баланың күңелен борсоған мәлдәр менән төплө ҡыҙыҡһынырға ваҡыты бармы икән? Хатта мәктәптә махсус психолог эшләгән хәлдә лә. “Тыныс бала” тип характерлайҙар енәйәтсене, тик шул тыныс күңелдә әллә ниндәй уйҙар солғанғанын кем белеп торған һуң?
Күңел тигәндән, интернет мәғлүмәттәренә таян-ғанда, үҫмерҙең был йәһәттән ауыр сағы булған, хатта табиптың кәңәше лә барлығын яҙалар. Ғөмүмән, Тимур уҡыған класс был йәһәттән “махсус” булған. Әммә шундай класҡа, шундай балаларға тейешле иғтибар етмәгәне уйға һала...
Үҫмер башта класташына бысаҡ менән ташлана, уҡыусыларын яҡлашырға килгән уҡытыусыны йә-рәхәтләй, икенсе үҫмер бысағын тибеп төшөргәс, бензин менән шартлатырға теләп ут төртә. Иң мөһиме, ярай әле пистолет-автомат менән ҡоралланмаған, быныһынан ысынлап та Хоҙай һаҡлаған.
...Кемерово фажиғәһе һаман күңелде өйкәй. Әлеге ваҡиғанан һуң тереләй янған-тонсоҡҡан балалар йәнә күҙ алдына килә. Осраҡлы түгел, класс янып киткәс, ҡото осҡан бер ҡыҙ тәҙрәнән ырғый һәм яралана. Ҡыҙҙың шул хәлгә (янып үлгән балалар хәленә) ҡалыуҙан ҡурҡыуы ла булғандыр, бәлки. Нисек кенә булмаһын, класташтарын ғына түгел, бөтә йәмғиәтте хафаға һалды был малай.
Ваҡиғанан һабаҡ алырбыҙ, әлбиттә, һаҡланырбыҙ, һығымталарға килербеҙ. Күберәк интернет аша түгел, эргәбеҙҙәге, йәнәшәбеҙҙәге кешеләр менән аралашырға кәрәк тигәне әле үк бөрөләнде шикелле. Һығымта тигәндән, янғын хәүефһеҙлеге төймәһе шунда уҡ тоҡаныуы, янғын һүндереүселәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең тиҙ арала килеп етеүе, балаларҙы шулай уҡ тиҙ эвакуациялауы, улай ғына ла түгел, мәктәптең икенсе көндө үк ғәҙәти режимда эшләй башлауы белем усаҡтарыбыҙ хаҡында улай уҡ насар уйларға ирек бирмәй, әлбиттә. Шулай ҙа уйланырға урын бар, бит уҡыусының ҡылығы – үҙе үк хәүеф.
– Бөгөндән үк янғын һөҙөмтәләрен бөтөрә башларға кәрәк, иртәгә үк мәктәп эшләргә тейеш, ә алда үҫмер нисек итеп белем биреү учреждениеһына бысаҡ алып инә алғанын асыҡлау тора, - тип белдерҙе, мәҫәлән, ваҡиғаны тикшерергә килгән мәлендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Ул шулай уҡ республика мәктәптәрендә хәүефһеҙлек системаһын көсәйтергә ҡушты, ә 1-се мәктәптә махсус кәңәшмә үткәргәндән һуң дауаханала тән йәрәхәттәре алыусыларҙың хәле менән дә ҡыҙыҡһынды.
...Эйе, ҡурсалап тормаһаң йәштәргә, ғөмүмән, барыбыҙға ла интернетта ла, реаль тормошта ла хәүеф янап тора, уяу булыу фарыз. Шулай ҙа йәмғиәттә ҡасан да булһа бындай хәлдәр ҡабатланыуҙан туҡтар тигән өмөттәр барыбер ҙа бар.
Читайте нас