Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Тышта ҡар яуа, ҡар яуа, Ниндәй саф һауа, саф һауа...

Биттәре алланған, күңелдәре көр, бейәләйҙәре ҡарланып, еүешләнеп бөткән, саф һауа килешкән үҙҙәренә. Кемдәр улар тиһегеҙме?62-се балалар баҡсаһына йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар улар.

Ҡарап торһаң, үҙе бер мәрәкә! Кемдер ҡарҙа рәхәтләнеп аунай, кемдер ҡарҙан нимәлер төҙөп маташа, берәүҙәре тәрбиәселәре менән ҡыҙыҡлы уйын уйнай, икенселәре ҡоштарҙы ҡайғыртып, тағараҡҡа ем һала, ә бер төркөм балалар ҡарҙан тау эшләргә йыйына. Ҡышҡы саф һауаға ни етә! Балалар урамда рәхәтләнеп уйнап ингәс, төшкө аш та бик тәмле, йәһәт кенә ашап ҡуялар.
Әлбиттә, саф һауала йөрөүҙең, уйнауҙың һаулыҡ өсөн әһәмиәте бик ҙур. Ә кескәйҙәр өсөн бигерәк тә. Табиптар раҫлауынса, саф һауа аппетитты күтәрә, организмда матдәләр алмашыныуына, тын алыуға һәм ҡан әйләнеше яҡшырыуына булышлыҡ итә, баланың үҫеше дөрөҫ бара һәм һирәк ауырый. Хәрәкәтле уйындар баланың физик үҫешенә ҙур йоғонто яһай, сөнки был ваҡытта баланың барлыҡ ағзалары хәрәкәткә килә һәм нығына.
Хәҙерге заманда өлкәндәр-ҙең урамға сығып, саф һауала бала менән хәрәкәтле уйындар уйнауы - бик һирәк күренеш шул... Өйҙә баланың компьютор артында ултырыуы, телефонда уйнауы йәки телевизорға уҡталыуы күпме ауырыуҙарға сәбәпсе була. Шунлыҡтан ҡышҡы хозурлыҡҡа һоҡланып, ҡышҡы уйындарҙы уйнап ҡалайыҡ балалар менән.
“Тышта ҡар яуа, ҡар яуа,
Ниндәй саф һауа, саф һауа.
Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ,
Сана шыуайыҡ, шыуайыҡ...”
Февралдең уртаһы ла етте. Аяҡ аҫтында ҡар шығыр-шығыр килә!.. Ап-аҡ ҡар күҙҙәрҙе сағылдыра. Аҡһыл зәңгәр күктә ҡояш йылмая. Уның нурҙары аҫтында аҡ ҡанатлы ҡар бөртөктәре аҫылташ кеүек емелдәй. Ошо матурлыҡты күрә белергә, һоҡланырға өйрәтәйек балаларҙы. Тәбиғәт йәнле кеше-нең бит күнеле лә саф, үҙе лә мәрхәмәтле була. Һәр миҙгелдә саф һауа һулап, һау-сәләмәт, таҙа, көләс балалар үҫтереү, шуҡ бәләкәстәрҙең тәрбиәселәре булыу беҙҙең өсөн ни тиклем ҙур бәхет икәнен тойоп йәшәй беләйек. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалабыҙҙа ҡыш көнө лә ял көндәрен саф һауала күңелле үткәреү өсөн төрлө саралар ойоштороп, халыҡтың сәләмәтлеген ҡайғырталар. Яңыраҡ ҡына ҡалала ойошторолған «Ҡар байрамы», «Уйнарға сыҡ» саралары быға асыҡ миҫал.
Читайте нас