Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Тыуған яҡтың һуты тәмле

Ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында бер-бер артлы матур саралар үткәрелеп тора.

Күптән түгел булып үткән “Крайҙы өйрәнеү көнө”ндә 3-сө башҡорт гимназияһынан килгән 6-сы һәм 7-се класс уҡыусылары (класс етәкселәре Гүзәл Рәхмәтуллина һәм Гөлкәй Ҡаҙбаева) менән “Башҡортостан – минең төйәгем” тип аталған интеллектуаль уйын үткәрелде. Уҡыусылар ике команда-ға бүленеп, отҡорлоҡтарын һәм белемдәрен һынаны. Викторинала республикабыҙҙың тарихына, географияһына, һыу атамаларына арналған, шулай уҡ Стәрлетамаҡ шихандары, ҡала яҙыусылары тураһында һорауҙар булды. Командалар үҙҙәрен һынатманы, тапҡырлыҡтарын күрһәтеп, бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙе. Шулай уҡ көйәрмәндәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Һөҙөмтәлә ике коман-да ла бер үк мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде. Ошо уҡ көндә уҙғарылған “Башҡортостан – шиғырстан” бай-рамы барыһына ла хуш килде. Унда Юрматы ерендә тыуып үҫкән яҙыусылар, Стәрлетамаҡ күп про-филле профессиональ колледж сту-денттары (Етәксеһе Гөлфиә Илгиз ҡыҙы Ноғоманова), китап һөйөүселәр ҡатнашты. Байрам шиғриәт, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Стәрлетамаҡ ҡала яҙыусылары етәксеһе Ишғәли Нурғәлиев барыһын да байрам менән ҡотлап, студенттарҙы ижад менән шөғөлләнергә саҡырҙы. Шағирәләр Эльмира Сәсәнбаева, Римма Ғәлимова Башҡортостанға, тыуған төйәккә, Торатауға арнаған шиғырҙарын уҡыны. Колледж студенттары Юлиә Мәжитова, Айгүзәл Яҡуповаларҙың тәүге шиғри үрнәктәре барыһына ла оҡшаны һәм өмөтлө йәштәребеҙ булғанға ҡыуандыҡ. Китапхана мөдире Нәзифә Иҫәнғужинаның Башҡортостанды сағылдырған китаптарға байҡау яһауы бик фәһемле булды. Ә музыкаль яҡтан сараны ҡалабыҙҙың 2-се музыка мәктәбе уҡыусылары биҙәне. Абдрахманова Регинаның “Китә ҡаҙҙар” һәм Абдрахманов Саматтың “Һалҡын сәй” тип аталған йырҙары йөрәктән-йөрәккә етеп кенә ҡалманы, ике башҡарыусының да үтә моңло булыуҙары әсир итте. Ә бына Тимофеев Артем башҡорт халыҡ көйө “Ҡарабай”ҙы һәм рус халыҡ йыры “Как у наших у ворот”ты гармунда оҫта башҡарып, көслө алҡыштарға күмелде. Ошо талантлы балаларҙың уҡытыусылары Виктория Павловна Ариткуловаға “афарин” тиергә ҡала. Улар китапханала үткән сараға ысын мәғәнәһендә йәм өҫтәне.
Ә бөгөн иһә китапханала шағирә Рәшиҙә Шәмсетдинованың “Ысыҡ һутындағы ҡисса” китабы буйынса 2-се лицей-интернат уҡыусылары ҡатнашлығында осрашыу уҙа.
Читайте нас