Ауылыбыҙҙың һуңғы яугирын беҙ
Һуңғы юлға бөгөн оҙаттыҡ.
Изге епте, гүйә, юғалттыҡ.
Изге епте… Бөйөк Еңеү менән
Бәйләп торған епте юғалттыҡ.
Асҡаҡланып, тылда иген иккән
Етмеш йылдан аҙаҡ – һуңғы ҡат.
Ерҙә ҡалмаҫ, ҡалмаҫ бик оҙаҡ.
Рәсәйҙә лә – инде оҙаҡламаҫ –
Һуңғы яугир йомор күҙҙәрен.
Бәғерһеҙлек булып күренмәһен.
Шул ваҡытта юғалтмаһаҡ ине
Тағы бер еп - хәтер ептәрен.
Иҫебеҙҙән мәңге китмәһен.