Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫкән олатайым Минизәки Закир улы Ғәлимов һуғыш башланған көндө үк, йәғни 1941 йылдың 22 июнендә яуға китә. Сөнки ул фин һуғышында ҡатнашҡан запастағы һалдат була. Өләсәйем Әсмә Минһаж ҡыҙы өс йәшлек балаһы менән ҡала. Бәхеттәренә күрә, 1942 йылда яраланып отпускыға ҡайтҡан олатайым 1943 йылдың 20 майында ҡабат фронтҡа киткәнсе атайым тыуып өлгөрә, ул ни бары 15 көнлөк булып ҡала. Ошо китеүенән башҡа тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай олатайға. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ ғына килә. Ул сапер булғанға күрә, беҙ уны минала шартлағандыр, тип фараз итәбеҙ. Колхоз эшендә эшләп ике балаһын бер үҙе аяҡҡа баҫтыра өләсәй. 1938 йылда тыуған улы Зөфәр, урта мәктәпте тамамлағас, хәрби юлды һайлай, Совет Армияһы сафында 25 йыл офицер була. Түбәнге Тагил, Шадринск ҡалаларында хеҙмәт итә. Римма еңгәбеҙ ҙә (беҙҙең ауылдың иң сибәр ҡыҙҙарының береһе ул) офицер ҡатыны булараҡ һалдат “һурпаһын” бергә татый. Айҙар исемле ул, Ғәлиә исемле ҡыҙ үҫтерҙеләр. Бөгөнгө көндә ейән-ейәнсәрҙәрен генә түгел, бүләләрен ҡулына алған бәхетле олатай-өләсәй улар. Йылына бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайтҡан Зөфәр ағайҙы түҙемһеҙлек менән көтөп алыуыбыҙ хәтеремдә. Уның сумаҙан тултырып ауылда булған бөтә туғандарыбыҙға күстәнәс, бала-сағаға кейем-һалым алып ҡайтыуҙары… Бер саҡ отпускыға ҡайтҡан хәрби һалдат өйөбөҙгә килеп рәхмәт әйтеп китте. Зөфәр ағайым яҡташ һалдаттарҙы өйөнә алып ҡайтып ҡунаҡ иткән, ялға ҡайтарырға ла ярҙамлашҡан. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан абруйлы кешеләр араһында уның исеме булмауы ғына кәйефте бер аҙ ҡыра. Сөнки ул бөтә булмышы менән хәтерҙә ҡалырға лайыҡлы кеше тип иҫәпләйем мин.
Атайыма килгәндә инде, ул – Ғәлимов Ғаяз Минизәки улы, 1943 йылдың 5 майында тыуып, атаһын бөтөнләй күрмәй үҫкән һуғыш балаларының береһе. Атайһыҙ үҫһә лә бик тырыш булған, яҡшы уҡыған. Урта мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика бүлегенә инә. Тик уны тамамларға насип булмай уға. Әсәһен, өләсәһен ҡарар өсөн уҡыуын ташлап уҡытырға эшкә ебәрелә. Математика, физика уҡытыусыһы, завуч, бәләкәй ауылда мәктәп директоры ла була. Башҡа өлкәләрҙә лә намыҫлы хеҙмәт итә. Ә инде Ишембайға күсеп килгәс, мастер, слесарь булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Әйткәндәй, Ишембай районының Ғүмәр ауылында уҡытып йөрөгән сағында әсәйебеҙ Зәйнәп Ғүмәр ҡыҙы Ильясоваға өйләнә. Улар беҙҙе – мине, һеңлем, ҡустымды тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып кеше иттеләр. Һеңлем Рита, медицина училищеһын тамамлап, Ишембай ҡалаһындағы дауахананың кардиология бүлегендә эшләй, ҡустым Ильяс Ишембайҙа нефть техникумын тамамлап, электрик һөнәрен үҙләштерҙе. Хеҙмәт юлын мастер булып башланы, бөгөнгө көндә тәжрибәле электрик. Үҙемә килгәндә, атайым юлынан китеп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамланым, мәктәптә, педучилищела уҡытыусы булып эшләнем, 1995 йылдан алып яҙмышымды “Ашҡаҙар” гәзите менән бәйләнем, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһымын. Өс шиғыр китабым донъя күрҙе. Минең уңыштарымда атай-әсәйемдең өлөшө ифрат та ҙур. Сөнки улар мине бер ваҡытта ла ярҙамдарынан ташламаны, бөгөнгә тиклем миңә, минең ике балама терәк булып торалар.
Оҙаҡламай һуғыш балалары булған атайыма – 75 йәш, уның ағаһы Зөфәр Минизәки улына (әле ул Өфө ҡалаһында йәшәй) 80 йәш тула. Улар тиҫтерҙәре менән бергә тормоштоң бар михнәттәрен күреп-үткәреп, ауырлыҡтарҙы еңгән меңәрләгән совет балалары иҫәбендә. Икеһе лә матур ғаилә ҡороп, матур балалар үҫтереп, беҙҙе арҡалы иткән өлгөлө атайҙар. Бөгөн беҙ улар менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ һәм рәхмәт әйтәбеҙ. Йәшләй генә мәрхәмәтһеҙ һуғыш ҡорбаны булған олатайыбыҙ Минизәки Закир улы Ғәлимовтың яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәй. Ул ҡалдырған йәшәү шәме һүнмәй, балаларында, ейән-ейәнсәрҙәрендә, бүләләрендә дауам итә, яҡты хәтер менән быуындан-быуынға күсә.