Ул Ейәнсура районының Кәлимулла (Үрнәк) ауылында 11 балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Күп йылдар Ленин исемендәге интернат-мәктәптә (хәҙерге 2-се лицей-интернат) уҡытты.
Уның тәрбиәләнеүселәренең береһе Гүзәл Атнағолова-Шафиҡова бына нәмәләр һөйләне: «Мәктәпте тамамла-ғанға 20 йыл ғүмер үтһә лә Зияф ағайыбыҙ һаман күңел түрендә, әле булһа уның аҡыллы, фәһемле кәңәштәрен тотоп, өгөт-нәсихәттәрен иҫләп йәшәйбеҙ. Һәр беребеҙҙе дөрөҫ юлға баҫтырырға тырышты ул. Беҙ ҙә уны атай урынына күрҙек, күҙенә генә ҡарап торған саҡтар әле булһа иҫемдә. Бер аҙ ваҡытҡа шул бәхетле бала саҡтарға ҡайтып әйләнге килә хатта. Мәктәпте тамамлағас оло тормош юлын башлап ебәреүҙә, шул һикәлтәле һуҡмаҡтарҙа аҙашмайынса тура барыуҙа тәрбиәсебеҙҙең роле ҙур булды. Ижади йөрәкле шәхес, камил педагог булыуы менән дә Зияф Сәмиғулла улы беҙҙә һәр ваҡыт һоҡланыу тойғоһо уятты. Бик оҫта рәссам булараҡ, ул рәсем дәрестәрен үҙенсәлекле үткәрә торғайны”.
Ағайымдың һөнәрҙәре һанап бөткөһөҙ. Ул шахматсы, спортсы, яҙыусы-юморист, музыкант булараҡ та һәләтле. Бик матур итеп йырлай, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуын уның менән эшләгән һәр кем иҫләй һәм тыңларға ярата. Балаларҙы скрипкала ла уйнарға өйрәтә ине.
Зияф Сәмиғулла улы ойошторған башлап яҙыусылар түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың шиғыр һәм хикәйләре «Ашҡаҙар», «Йәншишмә» гәзиттәрендә өҙлөкһөҙ баҫылып торҙо. Ул үҙе лә уймаҡ хикәйәләр, шиғырҙар, көләмәстәр яҙырға форсат таба.
Мәғариф өлкәһендә эшләү осоронда Зияф Түләбаев «Халыҡ мәғарифы отличнигы», «Хеҙмәт ветераны» тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Ҡала советы башҡарма комитетының Маҡтау грамотаһы, халыҡ көйҙәрен оҫта башҡарғаны өсөн өс тапҡыр лауреат дипломы, бик күп грамоталар менән бүләкләнде. Зияф ағайым ысын мәғәнәһендә туған йәнле, хисле кеше. Туғандарым тип, янып-көйөп йәшәй.
Тыуған яҡтарынан алыҫта булһа ла уның күңеле, йөрәге - Үрнәктә. Ауылдаштарының шатлығына балаларса ихлас ҡыуана, уңышһыҙлыҡтарына ысын күңелдән ҡайғыра. Беҙҙең Үрнәк ауылында һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә бынан 37 йыл элек ағайым тарафынан обелиск ҡуйылды. Мәрмәр ташҡа 22 кешенең исем-шәрифе соҡоп яҙылды. Ә инде яҙмыш тарафынан бирелгән ҙур бүләге - Зияф ағайымдың ҡатыны. Ҡыйғы районы ҡыҙы Мәрфуға Ихсан ҡыҙы шулай уҡ һөнәре буйынса уҡытыусы. Улар иңгә-иң терәшеп оҙон ғүмер юлы үтте, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә кисерҙе, бергә үткәрҙе. Өйҙәре ысын мәғәнәһендә килгән-киткән кешеләр өсөн йоҡлар, йәшәр урын - ҡунаҡхана булды. Уҡырға, эшләргә, имтихан бирергә барғандар – уларҙың фатирында һыйыныр урын тапты. Мәрфуға еңгәйебеҙ беҙҙе үҙ балалары һымаҡ ҡабул итте һәм ошо көндә дә ҡабул итә, әсәйҙәргә генә хас йылылыҡ тарата. Улар менән рәхәтләнеп, сәғәттәр буйы туйғансы һөйләшеп ултырырға мөмкин. Күңелле, йәнгә рәхәт. Ҙур рәхмәт уларға!
Ағайым менән еңгәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр. Ул да уҡытыусы һөнәрен үҙләштерҙе, матур ғаилә ҡорҙо. Күңеле тулы моң йөрөткән, гел матурлыҡҡа ынтылған кешеләр булараҡ, ғаиләләрендә бәхетле өләсәй, олатай ҙа әле улар. Әлеге көндә был күркәм ғаиләгә йәм биреп ейәнсәре Камила (ағайым үҙенең әсәһенең исемен биргән) үҫеп килеүен, олатай булыуҙы Зияф Түләбаев иң ҙур бүләк – дәрәжәгә һанай. Һуңғы ваҡытта ағайымдың һаулығы ҡаҡшап тора: ике тапҡыр күҙенә операция яһатты, инсульт үткәрҙе.
Ағайыма һаулыҡ, оҙаҡ йылдар яҡты донъяны күреп кинәнеү ләззәтен теләге килә.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Зияф Сәмиғулла улы уҡыусылары менән даими бәйләнештә, һаман да уларҙы файҙалы кәңәштәренән өҙмәй, ҡулынан килгәнсә ярҙам итеп, осрашып торалар. Ағайым, бәлки, тағы ла ҙурыраҡ баһаларға лайыҡ булырға тейеш булғандыр. Әммә тәрбиәләнеүселәренең һаман да үҙен ихтирам итеп, изгелектәрен онотмай иҫкә төшөрөп тороуынан да ҙурыраҡ баһа кәрәкмәйҙер ҙә уға.