Әйткәндәй, көҙөн Ләйсән Золотарёва «Таланттар ере» бөтә Рәсәй конкурсында еңде. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «Ал сәскә» телевизион конкурсы йәш башҡарыусыға ҙур билдәлелек килтерҙе, унда ул жюриҙең махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Ләйсән үҙен сәхнәлә бик профессиональ тота, ҡурай, ҡумыҙ, думбыра кеүек музыка ҡоралдарында уйнай. Туғыҙ йәшендә ул бай йөкмәткеле ижади биографияға эйә. Алты йәшендә ул «Учалы йондоҙҙары» фестивалендә беренсе урын яулай. Быйыл Дүртөйлө ҡалаһында уҙған «Яҙғы тамсы» республика йыр конкурсы финалында шулай уҡ беренсе урын ала. «Рәсәйҙең һәләтле балалары» бөтә Рәсәй конкурсында бейеү менән икенсе урынға лайыҡ була. Ләйсән Золотарёва – республика Башлығы стипендиаты, күп тапҡыр «Урал батыр» эпосы сәсәндәре конкурсы еңеүсеһе.