Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ул көндәрҙе иҫкә төшөргәндә йөрәк һыҡрап илай һаман да

Стәрлетамаҡ районы китапханаларында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә ҡарата саралар уҙҙы.

Террористик акттарҙа һәләк булыусыларға бағышлап Ауыл-ара үҙәк балалар китапханаһында Хәтер сәғәте үткәрелде. Балалар 2004 йылдың 1 сентябрендә Беслан мәктәбендә булған ваҡиғаларҙы иҫкә алды, террористик акт янағанда тәртип ҡағиҙәләре тураһында фекер алышты. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа халыҡ-ара терроризм – кешелеккә төп ҡурҡыныс тыуҙырыусыларҙың береһе һәм был фажиғәне булдырмаҫ өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк, тигән фекергә килде.

Был көндө шулай уҡ Косяковка, Максимовка, Бельский ауыл китапханаларында, Төрөшлө модель китапханаһында, Первомайский, Суртан ауылы мәктәптәрендә Бесландағы фажиғәгә арналған Хәтер кисәһе уҙҙы. Китапханасылар балаларға терроризмдың бер нисек тә аҡлап булмай торған оло емерткес яуызлыҡ булыуы хаҡында һөйләне, урамда, транспортта, таныш булмаған кеше менән аралашҡанда һаҡ булыу саралары тураһында иҫкәртте. Терроризм – хәҙерге замандың иң хәүефле һәм ҡатмарлы күренеше, уның масштабы киңәйә бара. Был заман афәтендә кешеләрҙең йәне ҡыйыла, матди һәм рухи ҡиммәттәр ҡыйратыла. Хәтер көнөндә уҡыусылар террорсылар арҡаһында Бесланда Белем көнөнөң ҡайғылы һәм хәсрәтле көнгә әүерелеүе, өс көн буйына аманаттарҙың нисек итеп мәсхәрәләнеүҙәре, ябай кешеләрҙең һәм спецназ көрәш-селәренең террорға ҡаршы торған батырлыҡтары тураһында белделәр. Максимовка китап-ханаһында балалар менән “Беҙ – терроризмға ҡаршы” тигән һүрәттәр конкурсы ойошторолдо.

Бельский ауыл китапханаһында социаль педагог Елена Валекжанина менән бергәләп “Беслан! Иҫләйбеҙ! Ҡайғырабыҙ!” мәғлүмәт сәғәте һәм “Баш өҫтөндә аяҙ күк” тигән темаға һүрәттәр төшөрөү буйынса конкурс уҙҙы. Уҡыусылар үҙҙәренең һүрәттәре аша һәр саҡ аяҙ күк булыу теләген белдереп, ижади һәләттәрен күрһәтте.
Сара барышында балаларға кеше күп булған урындарҙа һаҡ булырға кәрәклеге тураһында ҡат-ҡат иҫкәртеп үтелде. Бесландағы фажиғәгә 13 йыл үтһә лә, йөрәк яралары һаман да уңалмай. Һәр йыл һайын 1 сентябрҙә был ваҡиға күҙ алдынан үтә. Уҡыусылар Бесланда һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Читайте нас