Хатико тарихын ишеткәнегеҙ бармы? Японияла була был хәл. Үткән быуат башында бер ауылда фермер үҙенең профессор дуҫына Акита-ину тоҡомло көсөк бүләк итә. Ғалим “бүләккә” Хатико тип исем ҡуша. Уҡытыусы менән эт бер-береһенә ныҡ эҫенә. Хатта хайуан ҡалала университетта эшләгән хужаһын көн дә станцияға тиклем оҙата бара һәм профессорҙың эштән ҡайтыуына ла перонға килеп етә. Был хәл бер нисә йыл дауам итә. Үкенескә ҡаршы, профессор эшендә ҡапыл мәрхүм була, әммә хужаһының был донъяла юҡлығын Хатико ғына белмәй. Кисен көтөп ала алмаған эт иртәгәһенә лә станцияға килә, унан һуң, унан һуң... Аҙаҡ бөтөнләй станциянан китмәй башлай. Шулай итеп 9 йыл (!) ғүмер үтеп китә. Хатиконың үле кәүҙәһен дә нәҡ станцияла табалар. Ул эткә һәйкәл ҡуйылған, кинолар төшөрөлгән.
Был ваҡиғаға ул донъя кимәлендә билдәле булғанға ғына туҡталдым. Үҙебеҙҙең илдә, республикала, ҡала-ауылда ла бындай уҡ булмаһа ла оҡшаш хәлдәр тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Хәйер, мәҫәлән, тамырҙары ауылдан булған гәзит уҡыусылар килешер. Кендек ҡаны тамған ергә ҡайтып төшһәң, иң беренсе тыуған йорттағы Аҡбай, Муйнаҡ, Шарик, Байкал йәки Тузик сабып килеп сығып ҡаршы ала түгелме ни?! Арттан йүгерә-йүгерә әрләнеп булһа ла оҙата киләләр. Үҙемдең ауылдағы торғо дуҫым, мәҫәлән, арттан ун саҡырымға тиклем йүгереп килгәне бар хатта! Иманым камил, улар ҙа яҡындарыбыҙ һымаҡ беҙҙе һағына, көтә. Башҡа ерҙә йәшәйһең тип тормайҙар бит, хужа итеп таныйҙар. Йылдар буйы тоғро ҡалалар.
Ошо тоғролоҡ ниңә кешегә лә хас түгел икән? Ғөмүмән, әҙәм балаһы был тиклемгә һәләтлеме? Шулай ҙа дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙан өлгө алырға тырышайыҡ, йәмәғәт. Дуҫлыҡҡа, туғанлыҡҡа тоғро булыу, һөйгән йәрҙәребеҙгә тоғро ҡалыу. Яратҡан эшебеҙгә, булмышыбыҙға, ғөмүмән, тормошҡа ҡарата тоғролоҡ һаҡларға кәрәктер. Эттәр һымаҡ тоғро булайыҡ!