“Умырзая” легендаһы хаҡында, дөрөҫөн әйткәндә, быға тиклем ишеткән дә юҡ ине. Интернетта ла уның эстәлеге буйынса мәғлүмәттәр табып булмай. Әммә бар бит кешеләр. Тапҡандар, уҡығандар, аңлағандар, балаларына өйрәткәндәр һәм беренсе урын алғандар. Хәйер, барыһын да үҙ тәртибе менән. Гимназияның мәктәпкәсә төркөмөндә онотола барған ошо риүәйәтте сәх-нәләштергәндәр. Сюжетта ике дуҫ байҙың береһенең – улы, икенсеһенең ҡыҙы була. Йола буйынса балаларҙың бер-береһенең ҡолаҡтарын тешләтеп, дуҫтар киләсәктә туғанлашырға хыяллана. Әммә тормошта гел генә һин уйлағанса бармай шул. Байҙың улы, үҫеп еткәс, ялсы ҡыҙына ғашиҡ була. Мөхәббәт! Унан да көслөһө бармы ни донъяла?! Билдәле, ялсы менән туғанлашырға уйында булмаған бай балаларҙы “ҡар һыуы булып аҡ” тип ҡарғай. Умырзая сәскәһе шулай пәйҙә була... Ошондай тетрәндергес мөхәббәт тарихы, йола ҡанундары хаҡында һөйләй өләсәй кеше үҙенең умырзая сәскәһен өҙөп, тәбиғәтте рәнйеткән ейәнсәренә. Әммә хаталарҙы төҙәтергә һуң түгел.
...Донъяны саҡ танып-белеү түгел, һөйләшергә кисә-бөгөн өйрәнеп килгән балаларҙың сәхнәлә милли кейемдә ролдәргә бирелеп китеп уйнап йөрөүе һоҡландыра, ғорурландыра, уйландыра. Бында тәрбиәселәрҙең дә, ата-әсәләрҙең дә тырышлығы һалынғанына инанаһың. Иң мөһиме: рухи хазинабыҙҙы ышанып тапшырырҙай быуын үҫеп килә. Ялсы ролен башҡарған Ғайсар Фәттәхов (һүрәттә: алғы рәттә уңдан беренсе). үҙе ни тора! Бай ялсыһы, әммә уйнауы “мин – башҡорт” тип ҡысҡырып тора – быныһы инде минең һүҙҙәр түгел, Стәрлетамаҡта үткән “Комедиялы хоромина” республика балалар фес-тивале жюри ағзаларының фекере. Нәҡ ошо фестивалдә “Алтынай” тәр-биәләнеүселәренән генә торған ижади коллектив 1-се урынға лайыҡ булды, ә Ғайсар “Сәхнә образын тыуҙырғаны өсөн” номинацияһын алды. Эйе, ауыҙ-тел ижадыбыҙ аҡыл-зиһен үҫтереп кенә ҡалмай, кескәйҙәрҙең һәләтен асырға ла таяныс.
– Малай-ҡыҙҙарҙы йола ҡанундары, ауыҙ-тел ижады миҫалдары нигеҙендә тәрбиәләү уларҙы тәбиғәт балаһы икәненә төшөндөрөп үҫтерергә ярҙам итә, - ти баҡсала алып барылған эш алымы хаҡында өлкән тәрбиәсе Гөлсәсәк Хөснөтдинова. – “Экология йылы” сиктәрендә әлеге риүәйәт бик тә көнүҙәк, – тип тә өҫтәй ул.
...Умырзаялар йәшәргә тейеш, “Умырзаялар” йәшәһен!