Аҙнаевтар – Айыусының киләсәген билдәләүсе ғаиләләрҙең береһе. Сөнки урындағы тормош һәр тарафтан да тура мәғәнәлә уларға бәйле. Ғаилә башлығы ауылдың уңған фермеры – иген үҫтерә, мал һимертә. Ләйсән иһә башланғыс кластарға белем бирә – ата-әсәһенең эшен дауам итә.
– Буласаҡ ҡайным мәктәп директоры ине, ҡәйнәм – класс етәксеһе, кейәүҙәрен күмәкләп уҡытып алдылар, – тип шаярта Илнур был йәһәттән. Ғөмүмән, ғаилә өсөн быуындар бәйләнеше ҡиммәт – ике яҡлап та егет менән ҡыҙҙы өйләндергәндәге һымаҡ ҡатышып, туғанлашып йәшәйҙәр. Уҡытыусылыҡ эшендә лә, фермерлыҡ буйынса ла ярҙам итеп торалар. Ғаилә тырышлығы менән тауҙай донъя ҡорған, йорт тулы йыһаз, ихата тулы техника, бесән төргәктәре һуҙылып киткән.
– Иң мөһиме, был донъяны көтөшөргә, аҙаҡ ышаныслы ҡулдарға ҡалдырырға, ярҙамға Динар менән Дамир үҫеп килә, – тип ғорурлана улдары менән ата-әсә.
Айыусының киләсәге Аҙнаевтарға, әлбиттә, әйтелгәндәр өсөн генә бәйле түгел. Өйҙәре ауыл ситендә тиерлек булһа ла, үҙҙәре тыуған төйәктәренең тормош уртаһында ҡайнап йәшәй, уның яҙмышы өсөн борсола. Бында ғаилә башлығының да, ҡатын кешенең дә ошонда кендек ҡаны тамғаны ла сәбәптер күрәһең. Тыуған яҡтарында тамыр йәйеп, уны хәстәрләп йәшәгән ғаиләләр күберәк булһын ине лә бит. Атап әйткәндә, уҡытыусы балаларға белем һәм тәрбиәне мәктәптә биреү менән генә сикләнмәй, уларҙың ялын үткәреү булһынмы, ауылда өмә, байрам сараларын ойоштороу һымаҡ йәмәғәт сараларының береһе лә унһыҙ үтмәй. Фермер ер кешеһе сүрәтендә лә, ошо ерҙә тәпәй атлап киткән кеше булараҡ та нәҡ ер мәсьәләһе менән шөғөлләнә. Ауыл советында депутат, сараларҙы ойоштороуҙа аҡыллы кәңәше, ҡул эше һәм бағымсылыҡ менән ярҙам итә. Ергә килгәндә, баҡтиһәң, урындағы аҫаба халыҡ пайҙарынан мәхрүм ҡалыуы ихтимал. Илнур инде нисә йыл бына ошо мәсьәлә артынан йөрөй: Стәрлетамаҡ, Өфө, Мәскәү, йәнә Стәрлетамаҡ. Был йәһәттән уға сабырлыҡ, ваҡыты һәм сығымдары менән иҫәпләшмәй йөрөгән эшенең уңышлы тамамланыуын теләргә генә ҡалалыр.
– Ошо ерҙә йәшәгәс, ошо ерҙе, унда көн күргән халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыу – мөҡҡәдәс бурысыбыҙ, –тип мәғәнәле итеп фекерен асып һала улар. Һүҙ ҙә юҡ, был изге бурыстары ла ғаиләне берҙәм һәм ныҡлы итмәй ҡалмай. Бит ҡатын: “Һинең бер үҙеңә кәрәкме ул?” – тип мыжыһа, ғаилә башлығы: “Бөтмәҫ инде һинең өмәләр, һыйырҙарҙыңды һау”, – тип, арҡыры төшһә, ауыл тормошо ғына түгел, Аҙнаевтарҙың тормошо ла алға барыр инеме икән? Ир менән ҡатындың бер төптән булыуынан күп нәмә тора шул. Мөхәббәт шулай нығына. Ғаилә институты хаҡында уйланып, ниңә парҙар тарҡала тип баш ватҡанда, төрлө шарттар тыуҙырып, көсләп тигәндәй балалар таптырғанда ошолар хаҡында ла уйланырға кәрәктер ул.
Аҙнаевтарҙың мөхәббәт тарихын тыңлап, шул мөхәббәттән яралған тормоштарына бағып, халыҡ шағи-рының икенсе бер шиғыры иҫкә төшә:
Ҡойолдолар муйыл сәскәләре,
Тик емештә ҡалды май айы...
Инде үҙе сәскә йыйып йөрөй
Шоморт күҙле февраль малайы...