Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

“Урман йырсыһы” менән урман иленә сәйәхәт

Кеше был донъяға ни өсөн тыуа? Әлбиттә, үҙенең артынан яҡты эҙ ҡалдырып китергә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле әҙип Ноғман Сөләймән улы МУСИН, мәҫәлән, үҙенең күркәм ижады менән урман яҙмышын, тыуған яҡ ҡәҙерен хәстәрләп кенә ҡалмай, нисәмә быуынды яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға, йәшәү мәғәнәһенә төшөнөргә өйрәтә “Һуңғы солоҡ”, “Йыртҡыс тиреһе”, “Зәңгәртауҙа – аҡ болан”, “Һайлап алған яҙмыш” һәм башҡалар, һәм башҡалар… Шуныһы бигерәк тә ҡиммәт: олуғ әҙиптең инде әҫәрҙәре генә түгел, ә абруйы нисәмә яҙмышҡа көс бирә, ниндәй ҡатмарлы мәсьәләләрҙе лә йырып сыға. Быға “урман йырсыһы” менән бергәләп уның тыуған яғына, атап әйткәндә, урман иленә сәйәхәт ҡылғанда йәнә бер ҡат инандым.

Төплө быйма
…Бер мәл Ноғман ағай үҙе шылтыратып, бергәләп ижад мәккәһенә сәфәр ҡылырға саҡырғас, дөрөҫөн әйткәндә, баҙап ҡалдым. Был яуаплылыҡ ғәләмәте генә булманы, ахырыһы, абруйлы әҙиптең ябай журналисҡа ҡарата иғтибары күңелдә ғорурланыу тойғоларын ҡайнатып ебәрҙе. Бөйөк кешеләрҙең ябайлығы бына ҡайҙа сағыла ул! Һәр кемгә иғтибарлы, әҙәпле, ихлас. Хәйер, был йәһәттән килтерәсәк миҫалдар алдағы юлда ла етерлек булыр.
Ноғман ағай: “Таң менән сыҡ юлдарға”, – ти. Шулай итеп, иртән иртүк сәфәргә сығабыҙ. Тик тура Ҡолғонаға түгел, урап, Ишембай ҡалаһы аша. Бында Ноғман Мусин үҙенең уҡыусылары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алыусы бер төркөм йәш быуын менән осрашасаҡ.
Шағирә, ошо уҡ белем усағының мөғәллимәһе Ғәлиә Кәлимуллина төп ҡунаҡҡа әңгәмә башында уҡ мәғәнәле һорау бирә:
– Ноғман ағай, тормошоғоҙҙа нисә төплө быйма туҙҙырҙығыҙ?
Әҙип бөтә тормошон байҡарлыҡ был һорауға үҙенсәлекле итеп яуап бирҙе:
– Быймаларҙы һанай башлаһаң, был залда бер нисә көн ултырырға тура киләсәк, тик, дөрөҫөн әйткәндә, миңә быйма эләкмәне бит, – тип йылмая Ноғман Сөләймән улы. Әммә был йылмайыу артында күпме ғазап ятҡаны яҙыусының үҙенә генә билдәлелер. Хәйер, күңелендәге хистәрен генә түгел, башынан үткәргән мәлдәрен дә аҡ ҡағыҙға япмай тороп, “Мәңгелек урман” тигән мәңгелек әҫәрҙәр яҙып булмай шул.
– Уҡырға йөрөгән мәлдәр иҫкә төштө, – тип һөйләй прозаик. – Үҙем саңғы эшләп алам да шул саңғыла Маҡарға уҡырға китәм…
“Маҡарға китәм” тип әйтеүе генә еңел, был ике ауыл араһындағы араны, унан бигерәк юл ғазабын үҙендә татып йәшәгән ҡолғоналар, һәйеттәр һәм шул яҡтарҙа ғүмер итеүселәр генә аңлай. Шулай, иртә атайһыҙ ҡалған малайға белем һәм ижад тауына үрләр өсөн күпме көрт кисергә, тау үрләргә тура килгән. Ә 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Петровск ауылынан өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң Ҡолғонаға тиклем бер тында йүгереп ҡайтҡанын әҙип бөтөнләй мажара итеп кенә һөйләй.
Йәнле аралашыуҙа уға гимназия һәм ҡаланың башҡа белем усағынан килгән уҡыусылар ҙа үҙ һорауҙарын еткерҙе. Әйтергә кәрәк, улар ҙа остазынан ҡалышмай. Мәҫәлән:
– Ноғман ағай, һуңғы ваҡытта республикала тел мәсьәләһе йыш күтәрелә. Бына башҡорт теле юҡҡа сыҡһа, һеҙ башҡа телдә ижад итә алыр инегеҙме? – тип яңғырай бер һорау.
– Әсәм теленән башҡа телдә яҙа алмайым! – абруйлы әҙип һүҙенә тағы нимә өҫтәйһең?!.
Осрашыу мәлендә, әлбиттә, балаларса бирелгән ололарҙы уйландырырлыҡ һорауҙар күп булды. Шулай уҡ “Нисек яҙыусы булып китергә?” тип ҡыҙыҡһындылар. Яуап билдәле, әлбиттә:
– Ул – ижади һәләт, ул – ҙур хеҙмәт, бынан тыш, тормош багажы мөһим, бер кемде лә көсләп яҙырға өйрәтеү мөмкин түгел, – тине әҙип. Ысынлап та, тормош күрмәй, уны аңламай тороп, нисек инде тормош хаҡында яҙырға була. Ноғман Мусин геройҙарының прототиптары –бергә ҡайнап йәшәгән ауылдаштары, һуғыш ғазабын, башҡа михнәттәрҙе бергә үткәргән кешеләр икәнлеген аңлап, был хәҡиҡәткә йәнә бер ҡабат инанаһың. Быйма теймәһә лә сабатаһы булған Ноғман ағайҙың, уны буласаҡ әҙип үҙ ҡулдары менән үргән, хатта калуш итеп тә эшләгән, яһаған аяҡ кейемдәрен һатып, бер ус булһа ла игенгә алыштырған һәм бер сабата ғына түгел, үҙ ҡулдары менән нимә генә яһамаған ул. Шулай көн күргән, шулай йәшәргә өйрәнгән…
Һүҙҙәрендә торҙолар!
Баҡтиһәң, яҙыусы менән күрешергә гимназия уҡыусылары ғына ашҡынмай икән. Мәләүездән бер төркөм педагогтар-журналистар, педагогия ветерандары ла уның менән тыуған ауылында осрашырға, музейын күрергә килгән. Осрашыу хаҡында ишетеп, ғаиләһе менән хатта Көйөргәҙенән дә юлсылар бар ине был көндө. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, сыуаштар… – барыһын да бергә йыйған Ноғман Мусин әҫәрҙәре! Һәммәһе лә әҙип менән бергә уның мәңгелек урманына, яратып уҡыған романдарындағы геройҙарының ҡасандыр прототиптары, хәҙер иһә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре йәшәп ятҡан төйәкте барып күрергә, шул кешеләр менән аралашырға тип хыялланып килгән. Һәм уларҙың хыялдары тормошҡа ашты.
…“Тимер атыбыҙ” тигеҙ юлдан елдерә, арттан Мәләүез, Күмертау ҡунаҡтары төшөп алған. Юҡ, Ишембай менән Маҡар ара-һындағы асфальт тураһында түгел һүҙем. Хәҙер Ҡолғонаның үҙенә ҡом түшәлгән яңы юл (Стәрлетамаҡ-Магнитогорск юлы), Маҡарға инеп тә тормайһың.
– Ике йылдан юл һалып бирәбеҙ тигәйнеләр, һүҙҙәрендә торҙолар, – тип һоҡланыуын йәшермәй Ноғман ағай. – Башта был вәғәҙәгә, дөрөҫөн әйткәндә, ышанып та бөтмәгәйнем…
Абруйлы әҙипкә биргән вәғәҙәне үтәү мотлаҡ! Властың вәғәҙәләргә иғтибарлы булыуына, ә ҡолғоналарҙың ошондай абруйлы шәхестәре барлығына ҡыуанмай мөмкин түгел.
Машина елдерә, ә водитель янында ултырған пассажир тирә-йүнде күҙәтә, мәғрүр ҡаяларға күҙ һала, унда үҫкән ҡарағайҙарҙы байҡай. Бара-бара ла көрһөнөп ҡуя, күрәһең, һоҡланып ҡына ҡалмай ул, йәнә ҡарағайҙар-ҡайындар, йүкә-уҫаҡтар яҙмышы борсой үҙен.
“Ағасты бит сәсеп кенә үҫтереп булмай, уны ғүмерле итер өсөн үҙе бер ғүмер кәрәк, ә ҡырылған ағастар…” Әҫәренән цитата килтерәме әҙип был мәлдә, әллә әле генә тыуған һүҙҙәрме ҡапыл-ғара аңлап та булмай. Нисек кенә булмаһын, әйтелгәндәр – көнүҙәк!
“Зәңгәртауҙы” үҙ күҙҙәре менән күрҙеләр
Бына Ҡолғона еренә аяҡ баҫабыҙ. Мәләүез һәм Күмертау ҡунаҡтарының хистәре тамам ташҡан. Бер уратып алған тәбиғәткә, бер Ноғман Сөләймән улына ҡарайҙар. Һоҡланыу, тетрәнеү, аптырау – күңелдәрендә барыһы бергә уҡмашҡан. Бит әҫәрҙәге күренеште көн һайын ысынбарлыҡта осратмайһың. Шуға ла ҡыҙыҡ, барыһын да тиҙерәк күрге, тотоп ҡарағы килә. “Ә мин шул герой прототибының ейәнсәре, мин – быныҡы” тип, урындағы халыҡ таныша башлағас, ҡунаҡтар бөтөнләй хайран ҡала.
– Был уҡытыусылар – минең Мәләүездәге дуҫтарым, беҙ улар менән йыш осрашабыҙ, бөгөн иһә бына Ҡолғонаға сәфәр ҡылдылар, – тип таныштыра Ноғман ағай ауылдаштарын ҡунаҡтар менән. – Улар менән күрешкән һайын “китап уҡымайҙар” тигән фекерҙең хаталы булыуына төшөнәм, башҡортса сыҡҡандары ла, рус телендә баҫылғандары ла – ҡыуанысы менән ихласлап бүлешә әҙип.
Район үҙәгенең алыҫлығын иҫәпкә алып, ҡунаҡтар урындағы халыҡтың социаль хәле буйынса борсолоуҙарын да белдерә:
– Ә сирләп китһәгеҙ?
– Мәктәп ҙурмы?
– Айыу йөрөмәйме?
Ғөмүмән, һорауҙар теҙмәһе башлана.
Урындағы коллегалары ауыл тарихын һөйләгәс, Ҡолғона ауылы биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Наилә Вәлиева мәктәп тә, ятаҡлы дауахана ла, почта ла һәм башҡа социаль объекттар ҙа барлығын белдергәс, килгән уҡытыусылар тыныслана һәм, кемуҙарҙан тигәндәй, урындағы иҫ китмәле тәбиғәткә нисек ғашиҡ булыуҙарын теҙә башлай.
Әҙип ауылындағы сәйәхәт уның музейынан башлана. Музейҙы ауылдаштары Ноғман ағайға хөрмәт йөҙөнән 70 йәшлек юбилейына төҙөгән. Яҙыусы иһә музейҙы кире ауылына бүләк иткән.
Был йортҡа инеү менән үк Ноғман Мусиндың төрлө яҡтан талантлы шәхес икәнен аңларға була. Бер бүлмәлә урын алған уның үҙ ҡулдары менән яһаған эш ҡоралдары, оҫталыҡ эштәре, хатта үрелгән сабаталар һоҡландырырлыҡ та, уйландырырлыҡ та.
– Был балтаның ниңә һабы кәкре икәнлеген беләһегеҙме? – тип һорай ул ҡунаҡтарынан һәм, улары иңбаштарын ғына һикертеп ҡуйғас, үҙе үк яуап бирә. – Стенаны сутлағанда ҡул бәрелмәҫкә.
Умартасының кәрәк-яраҡтарын күргәс, был шөғөл хаҡында ла ентекле төпсөнөү ҡуба һәм әҙиптең ете тиҫтәһен тултырғансы ҡорттар араһында булыуын ишеткәс, әлеге йәштә лә егеттәр һымаҡ дәртле һәм етеҙ баҫып йөрөүенең серен аранан кемдер ошо күренешкә бәйләп ҡуя.
Яҙыусының эш өҫтәле, ҡасандыр том-том романдар баҫҡан машинка, фоторәсемдәр, ҡәләмдәштәренең порт-реттары… – был ауылға тәү тапҡыр аяҡ баҫыусыны түгел, ошо музейҙы бер нисә ҡабат килеп күргән кешене лә уйҙарҙа тарихҡа, яҙыусының үткәндәренә алып китә. Әҙип менән уның иҫән сағында бергә музейын күреү, уның һөйләгәндәрен тыңлау китап уҡыусы өсөн ниндәй бәхет бит!
…Бынан бер нисә йыл элек яҙыусы ауылдаштарына ғына түгел, ошо тирәлә йәшәүсе барлыҡ халыҡ өсөн йәнә бер баһалап бөткөһөҙ эш башҡара. Ул саҡта ауылға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килә. Республика етәксеһе абруйлы яҙыусы менән бергәләп ауылды ҡарай, кешеләр менән аралаша. Шул осрашыуҙа Ноғман Сөләймән улы Рөстәм Зәки улына ауылда йәштәрҙең йыйылыр урыны булмағанын әйтә. Республика власы йәнә һүҙ бирә, быныһы инде яңы социаль үҙәк хаҡында була һәм, иң мөһиме: вәғәҙә тағы үтәлә.
Бөгөнгө көндә ҡолғоналарҙың тирә-яҡ ауылдарҙағы халыҡты бергә туплаусы, социаль роль дә үтәгән, рухи үҙәк тә булып торған бынамын тигән биналары бар. Ул ике йыл эсендә төҙөлөп бөттө. Был бинала ауыл Советы хакимиәте, полиция, почта бүлмәһе, тренажер, хореографик, тамаша залдары, китапхана, музей урынлашҡан. Ә сәхнәһе һуң ниндәй! Дөрөҫөн әйткәндә, бындай социаль-мәҙәни үҙәк менән республикала һирәктәр генә маҡтана алалыр. Артабан әҙип менән осрашыу нәҡ ошо залда, мөһабәт бинала үтте. Күренекле яҡташтарын күрергә тип ҡолғаналар ҙа килде.
Балаларҙың Ноғман Мусин әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыуы, урындағы талант эйәләренең иҫ китмәле сығыштары – барыһы ла булды. Әлбиттә, абруйлы яҙыусы үҙе лә һүҙ алды.
– Донъяның ҡәҙерен беләйек, ниндәй матур тормошта йәшәйбеҙ бит. Ошо тиклем залдар, күңелдәр буш тормаһын ине, – тигән һүҙҙәр ҙә еткерҙе ул. Сабатала саҡрымдар аша ҙур тормошҡа атлаған, шул тормошто яҙмыштарҙы (ыңғай яҡҡа) үҙгәртерлек итеп яҙған шәхестең әйткәндәре – үҙе үк тормош ҡануны түгелме ни?!.
Читайте нас