Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Уйынлы-ысынлы...

Яңы йылды һәр кем тик яҡшы уйҙар, яҡты хыялдар менән ҡаршыларға теләй. Күптәнге хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Ошондай ниәттәр менән Яңы йыл шыршыһын биҙәгәндә ҡайһы бер һынамыштарҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.

Иң тәүҙә шыршының башына йондоҙ-ҙо ҡуйырға тейешбеҙ, ә бына байрамдар үткәс, тәтәйҙәрҙе сисеп алғанда, киреһенсә, йондоҙҙо иң аҙаҡ алырға кәрәклеген иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Шыршы тәтәйҙәре араһында йоморо һәм осло булмағандары ни тиклем күберәк булһа, беҙҙең тормошобоҙ ҙа шул тиклем шыма буласаҡ тигән юрауҙар бар. Шыршы биҙәгәндә, хыялығыҙҙы кәүҙәләндергән бер тәтәйҙе һайлағыҙ. Мәҫәлән, һеҙ яңы фатир йәки йортҡа күсергә теләйһегеҙ икән, ошо уйынсыҡ кескәй генә бер өй формаһында булһын. Ғаилә ҡорорға уйлаһағыҙ, ике күгәрсен уйынсыҡты алып бер епкә бәйләгеҙ. Байырға теләһәгеҙ, матур ғына бер тоҡсайға бер нисә тинлек аҡса һалып, ауыҙын таҫма менән бәйләп ҡуйығыҙ ҙа шыршы ботағына элеп ҡуйығыҙ. Йыл уңышлы килһен тиһәгеҙ, иң тәүҙә ҡайһы уйынсыҡты элгәнегеҙҙе онотмағыҙ (шыршы башындағы тәтәй иҫәпкә алынмай). Шыршынан тәтәйҙәрҙе сискәндә теге тылсымлы уйынсыҡты иң аҙаҡтан алырға онотмағыҙ. Башҡа биҙәүестәр менән уны ҡумтаға һалып ҡуйырға ашыҡмағыҙ, хыялығыҙ тормошҡа ашһын өсөн, өйгә инә торған ишек башына элеп ҡуйығыҙ. Ул һеҙҙе яман күҙҙән, ҡара көстәрҙән ҡурсалап торһон.
Шыршыны өйҙән тышҡа сығарғанда бер ботағын һындырып алып ҡалығыҙ һәм уны йыл буйы бетеү итеп һаҡлағыҙ. Ә шыршы торған урынға берәй кресло йәки ултырғыс ҡуйығыҙ. Был урында оҙаҡ ҡына ыңғай энергетика һаҡланасаҡ. Әгәр ошо урынға бер аҙ ултырып торһағыҙ, байтаҡ ваҡытҡа сир тураһында оноторһоғоҙ.
Яңы йыл сәғәте һуғыр алдынан бер ике сәғәт алда өҫ кейемегеҙҙең кеҫәһенә өр-яңы ҡағыҙ аҡса һалып ҡуйығыҙ. Алдағы йыл етеш йәшәргә теләһәгеҙ, аҡса кеҫәгеҙҙә кәм тигәндә 14 көн ятырға тейеш. Һумлыҡ урынына тәңкә һалһағыҙ ҙа ярай.
Кейәүгә сығырға йәки кәләш алырға теләйһегеҙме? Хыялығыҙ тормошҡа ашһын тиһәгеҙ, 31 декабрҙә ете балаға бүләк бирегеҙ. Яңы йыл төнөндә шыршы төҫөндә 7 майшәм яндырығыҙ һәм һүнгәнсе янып бөткәнен көтөгөҙ. Был өйөгөҙгә бәхет һәм бәрәкәт килтерер.
Һәм тағы ла. Моғайын, һеҙ Яңы йылды берәй компанияла ҡаршылайһығыҙҙыр. Иң тәүҙә бокалығыҙҙы һөйгәнегеҙ менән сәкәштерегеҙ, ә унан башҡалар менән.
Яңы йылда уңыш ҡасмаһын тиһәгеҙ,
түбәндәге кәңәштәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
Эт йылын нисек итеп дөрөҫ ҡаршыларға кәрәклеге тураһында күп ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Үҙеңде нисек тоторға, нимә кейергә, табынға нәмә ҡуйырға һ.б. Ә хәҙер тыйыуҙар тураһында, йәғни яҡынлашып килгән йылда нимәләр эшләргә ярамай?
Яңы ғына һатып алған кейем-һалымығыҙҙы Яңы йыл байрамына тиклем кеймәй тороғоҙ. Шулай уҡ башҡа яңы әйберегеҙҙе тотонмай тороғоҙ.
Яңы йыл алдынан кейемегеҙгә төймә текмәгеҙ. Юғиһә, үтеп киткән йыл проблемаларын алдағы йылға күсерәһегеҙ.
Аяҡ кейемен ремонтҡа бирмәй тороғоҙ, йыл буйы өҫ-башығыҙ яңы әйбергә фәҡир булыр.
2018 йыл башланғас, бик ҡыйын булһа ла, мохтажлыҡ кисерһәгеҙ ҙә 20 көн бурысҡа аҡса алмай тороғоҙ, юғиһә йыл буйы башығыҙ бирәсәктән сыҡмаҫ.
Яңы йыл төнөндә теләк теләгәндә “юҡ” һүҙен ҡулланмағыҙ, ни теләгәнегеҙҙе генә һорағыҙ, ә теләмәгәнде әйтмәгеҙ.
1 ғинуар көндө иҙән һепермәгеҙ, саң таҙартмағыҙ, юғиһә өйөгөҙҙән бәхетте ҡыуырһығыҙ. Яңы йыл төнөндә ирешеп-талашып ҡуймағыҙ!
Читайте нас