Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Вәлиди Музейы ни хәлдә?

Ишембай районы Көҙән ауылында «Вәлиди фонды» идаралығының күсмә ултырышы үтте. Ойоштороусылар сараны шәхестең тыуыуына 127 йыл тулыуға арнаны. Унда Фонд идаралығы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар, Вәлиди хаҡында фильм төшөрөүсе ижади төркөм, оло шәхесебеҙҙең туғандары ҡатнашты. Ҡунаҡтар башта Әхмәтзәки Вәлиди һәйкәленә сәскәләр һалды, музейын ҡараны, һуңынан ауыл китапханаһында «түңәрәк өҫтәл» үткәрҙе.

– Фонд бынан бер нисә йыл элек булдырылды, тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында эштәр туҡталып ҡалғайны, бөгөн иһә ул яңы маҡсаттар һәм бурыстар менән киренән тергеҙелде тиерлек, ошо “түңәрәк өҫтәл”дә тәү сиратта сиселәһе мәсьәләләрҙе ҡараясаҡбыҙ, - тип һүҙ башланы Фонд рәйесе Буранбай Күсәбаев. - Вәлиди музейын яңыртыу, һәйкәлдәр булдырыу, уның исемен йәш быуынға танытыу бурысы тора алдыбыҙҙа.
Сараның нәҡ дау батырының кендек ҡаны тамған ерҙә үтеүе символик мәғәнәгә генә эйә түгел, бында уның музейы эшләп килә һәм әлеге йортҡа иғтибар арттырыу зарур.
– Музейҙың бинаһына ремонт талап ителә, шул иҫәптән төкөтмә төкөтөргә, экспонаттарҙы яңыртырға, тематик рәүештә байытырға кәрәк. Мәҫәлән, был музейҙа уның арҡаҙаштарына ла урын бүлеү – тарихи яҡтан ғәҙел булыр ине, - тип төп мәсьәләнән башлап ебәрҙе йорт менән таныштырыуҙы музей директоры Илдус Шәйәхмәтов.
Хәйер, ҡунаҡтарға матур музей күрһәтер өсөн улар башта бында килеп етергә тейеш әле. Юғиһә, музейҙы таба алмай тотош бер көнөн юлға сарыф итеүселәр ҙә юҡ түгел. Тимәк, киләсәктә юлдарҙа күрһәткес-белешмәләр барлыҡҡа килеүе лә – көн талабы. Әлбиттә, бында “туризм”, “тарихи маршрут” һымаҡ төшөнсәләрҙе иҫкә төшөрөү ҙә урынлы булыр ине. Ә ниңә, бай тәбиғәтле Ишембай районы буйлап сәйәхәт ҡылғанда тарихи шәхестең музейын ҡарап китеү насармы ни?..
Ҡунаҡтар тигәндән, “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар музей етәксеһенән был йортҡа килгән халыҡ ағымы менән дә ҡы-ҙыҡһынды. Баҡтиһәң, килеүселәр һис тә
кәмемәй, тик улар араһында йәш бы-уындың һирәгәйә барыуы күңелде ҡыра.
– Мәктәп уҡыу-сылары аҙыраҡ, быйыл, аптырағас, район мәғариф бүлеге менән бер-лектә махсус эш планы төҙөнөк, йә автобус юҡ, йә аҡса юҡ, тиҙәр мәктәп етәкселәре, –Илдус Шәйәхмәтов күңелен ҡырған күренештәрҙе лә урап үтмәй. – Улай ғына ла түгел, килгән уҡыусыларҙан: “Кем ул Вәлиди?” – тип һораһам, “Яҙыусы” тигән яуап ишетәм. Быныһына булһа ла рәхмәт әйтергә кәрәктер...
Музей директоры хаҡлы: уҡыусылар остазы менән бында килгәнсе үк был шәхес буйынса әңгәмә ҡорорға тейештәрҙер. Тик, автобус юҡ, аҡса юҡ. Һуң тел дә иҡтисади көрсөк кисерәме ни?!.
Сарала әлеге музейҙы булдырыуҙа баһалап бөткөһөҙ көс һалған, учреждениены оҙаҡ йылдар етәкләгән шәхес – Кәрим Шәйәхмәтовтың ҡатнашыуы айырыуса хазина ине. Ул ҡунаҡтарға музейҙың нисек булдырылыуы тураһында ғына түгел, шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди шәжәрәһе буйынса ла ҡиммәтле мәғлүмәттәр еткерҙе.
– Вәлидиҙең “Туған” тигән шәрифкә мөрәжәғәт итеүе төрөктәр менән бәйле түгел – был исем уның шәжәрәһенә барып тоташа, – тигән асыҡлыҡ индерҙе ул, мәҫәлән.
Шәхестең исемен тәрәнерәк өйрәнеү, уның исемен тәрәнерәк мәңгеләштереү... Бер уйлаһаң, был эштәр фондҡа ла, һәммәбеҙгә лә ҡағыла. Тик фондтың көсө бер кешенең идея күтәреп сығыуында ғына түгел шул. Абруй, финанс нигеҙ – бөгөнгө заманда был төшөнсәләр хаҡында ла оноторға ярамай. Иң мөһиме: фонд шул төрлө эштәрҙе берләштерә, алға һөрә, яҡты уйҙар менән килгәндәрҙе ситкә ҡаҡмай. Мәҫәлән, Лилиә Йомағолова менән Азат Әхмәтов Көҙәнгә фонд ярҙамында Вәлиди хаҡындағы фильм төшөрөүҙә кадрҙар артынан килгән. Был ижади төркөмдөң ижад юлы ла үҙенсәлекле булып сыҡты.
– Фильмды тамамлап килә инек, инде экрандарға сығарабыҙ тигәндә генә “Рен-ТВ” каналынан бөйөк юлбашсыбыҙ хаҡында уны кире герой итеп һүрәтләгән сюжет сыҡты. Был сюжет шул тиклем күңелде ҡырҙы, фильмға ҡул һелтәп ҡуйыр кимәлгә еттек, әммә бер ваҡиға маҡсатыма кире ҡайтарҙы, - тип һөйләп китте “кадр артындағылар” хаҡында Лилиә ханым. – Бер мәл маршрут автобусында ирекһеҙҙән ике апайҙың русса һөйләшкәндәре ҡолаҡҡа салынып ҡалды: “Почему эту улицу назвали именем фашиста”, – тине уның береһе Вәлиди урамынан китеп барғанда...
Ошо ваҡиға ижади төркөмдө йәнә сәмләндереп ебәрә, улар Прокопенкоға ҡаршы сығып, халыҡҡа дау батырының ысын исемен таратыуҙа эштәрен тағы ла киңерәк йәйелдереп ебәрә. Ошо урында уларҙың бер һүҙе әлеге саралағы бөтә һорауҙарға яуап бирҙе һымаҡ:
– Бер кредит алғайным инде, уныһы бөттө, фильмды тамамлағансы икенсе тапҡыр банкка барырға тура килде, – тине тыныс ҡына итеп Лилиә Йомағолова...
Эйе, теләк кәрәк башта, ҡалғаны яйлап була. Музейҙы яңыртыуҙа һәм башҡа бихисап эштәрҙе башҡарыуҙа гелән властан һорап, юл уңмаһа, әрләп кенә лә ултырып булмай бит. Күп осраҡта нәҡ үҙебеҙҙең әүҙемлек талап ителә, мәҫәлән, телгә алған эштәрҙе атҡарып сығыр өсөн, минеңсә, төрлө кимәлдәге программаларҙы ҡулланырға мөмкин. Бөгөнгө көндә республикала “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү прог-раммаһы” ярҙамында күпме эштәр башҡарылды!
Тик теләк тыуыр өсөн дә көс кәрәк. Шәхесебеҙҙең ни тиклем ҡиммәт икәнлегенә төшөнөргә кәрәк. Ул саҡта теләк булыр, ә “яҙыусы” тигән сикләнеүҙәр менән килгән уҡыусылар аҙайыр, “фашист исемендәге” урам тип тә хәбәр һатмаҫтар, автобус юҡ, тип тә һылтанмаҫтар. Әлеге йәһәттән һүҙемде ошо сарала ғалим тарафынан әйтелгән һүҙҙәр менән тамамлағым килә.
- Заманында Вәлидиҙең сумкаһын күтәрешергә ярҙам итеүе менән ғорурланған сит ил фән эшмәкәрҙәрен беләм, быны шаярыу тип ҡабул итһәк, уның йөрөгән эҙҙәрен үбеүселәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күрҙем – улар ҙа шулай уҡ беҙҙең ил вәкилдәре түгел, үкенескә ҡаршы”, – тине, мәҫәлән, ӨДАТУ-ның философия һәм тарих кафедраһы мөдире, академик Фәнил Фәйзуллин. Автобус юҡ, имеш, “яҙыусы” музейын барып күрергә...
Читайте нас