Акцияла ҡатнашыусылар ҡала хакимиәтенән старт алып, Октябрь проспекты, Хоҙайбирҙин урамынан үтте һәм Стәрлетамаҡтың тарихи өлөшөндәге скверҙа туҡталды. Йәйәүләп йыраҡ ара булып күренһә лә, велосипедсылар өсөн 3,8 километр һиҙелмәй ҙә ҡалды. Колонна эсендә билдәле кешеләр, етәкселәр ҙә булыуы үҙенсәлекле ял итеүселәргә дәрт өҫтәне. Мәҫәлән, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Михаил Григорьев, Альберт Шәйхетдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Ишбаевты ла күрергә мөмкин ине велосипедсылар араһында.
– Буш ваҡытымда Стәрлетамаҡ буйлап велосипедта йөрөргә яратам, – тип серен систе Альберт Наил улы сарала ҡатнашыусыларға. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: етәкселәр балаларына ла был һөйөүҙе “йоҡторған” икән, Альберт Шәйхетдинов һәм Йыһангир Ишбаев, әйтәйек велосипедлы ялға улдары менән килгәйне.
Сара аҙағында велосипедсылар ҡалаға нигеҙ һалыу-ға арналған стела эргәһендә иҫтәлеккә фотоға төштө. Таралышҡас, улар ике тәгәрмәсле дуҫын машиналарына тейәргә ашыҡманы, артабан кемдәр – Содаға, кемдәр – Первомайский биҫтәләренә, кемдәрҙер яңы урамдар яғына табан ишеүен дауам итте.