Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Велосипедта

«Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы менән ойошторолған «Ҡала мөхите» муниципаль проекты сиктәрендә Хоҙайбирҙин урамында «Мәңгелек ут» тан алып автовокзал ҡулсаһына тиклем йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү эштәре башланды.

Ҡаланың был өлөшөн төҙөкләндереү өсөн федераль һәм республика бюджетынан 38 миллион һум бүленгән. Бында авария хәлендәге ағастар бысылып, улар урынына 500 төп йүкә ултыртыласаҡ, тротуарға яңы асфальт түшәләсәк һәм велосипедсылар өсөн айырым юл һалынасаҡ. Шулай уҡ 128 яҡтыртыу ҡорамалдары, велосипед ҡуйыу урындары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яңы эскәмйәләр, төрлө һындар урынлаштырыласаҡ.
Әле эш ҡыҙыу бара. Эшселәр «Башҡорт гимназияһы» туҡталышы эргәһендә ағастарҙы бысыу, йәйәүлеләр юлдарын киңәйтеү менән мәшғүл. Йәйәүлеләр өсөн юл шунда уҡ ҡаласаҡ, тик киңәйтелгән өлөшө велосипед юлдарына бүленәсәк. Эш барышы ҡала хакимиәте башлығы күҙәтеүе аҫтында тотола, ә ҡаланың торлаҡ коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Илдар Ғәрифуллин көн һайын тиерлек улар араһында.
– Эштәр ырамлы бара, әлеге мәлдә йәйәүлеләр юлын киңәйтеү өсөн ҡырсын түшәйҙәр, шулай уҡ киҫелгән ағастар урынын таҙартып, ундағы ағастар ҡалдыҡтарын сүплеккә сығарырға әҙерләйбеҙ, – тине Илдар Риф улы эш барышы менән таныштырып.
Ҡырҡылған ағастар урынына ултыртылған йәш йүкәләрҙең сәскәгә күмелер сағын оҙаҡ көтөргә әле, ә бына аллеяны төҙөкләндереү эштәрен октябрҙә тамамларға ниәтләй бында эшләүселәр.
“Ҡала мөхите” проектына ярашлы ҡала урамдары ғына түгел, йорт алдары ла яңыртыла. Ошоға тиклем 15 йорт алды төҙөкләндерелгән, әле 36 йорт алдында эш ҡайнай.
Читайте нас