– Владимир Иванович, Һеҙ бик күп йылдар урындағы үҙидара органдарында хеҙмәт итеп, бай тәжрибә туплаған кеше. Бөгөн иңегеҙҙә тағы ла яуаплыраҡ вазифа ята. Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы булараҡ, Һеҙ нимә хаҡында хыялланаһығыҙ?
– Ҡалабыҙ йылдан-йыл матурланһын, күркәм-ләнһен, уның кешеләре өсөн йәшәү шарттары яҡшырһын, тип хыялланам. Бөгөн Стәрлетамаҡ республикала ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә иң төҙөк һәм йәшәү өсөн уңайлы ҡалаларҙың береһе. Ул Федераль кимәлдәге конкурста дүрт тапҡыр икенсе урын алды һәм ике тапҡыр “алтын” ҡала исемен яуланы.
Быйыл беҙ «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында “Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫеше” номинацияһында икенсе урынға сыҡтыҡ. Наградаларға Коммунистик урамындағы, Октябрь һәм Ленин проспекттарындағы йәйәүлеләр зоналары комплексы лайыҡ булды.
– Һеҙҙең уйығыҙса, бөгөн Стәрлетамаҡта тәү сиратта нимә эшләргә кәрәк?
– Бөтәһенән элек, ҡала халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм лайыҡлы йәшәү шарттары булдырырға. Тик бының өсөн ике яҡ та тырышырға тейеш: ҡала округы хакимиәте лә, ҡала граждандары ла. Бергә эш иткәндә генә беҙ күп нәмәгә өлгәшәсәкбеҙ.
Мәҫәлән, “Заманса ҡала мөхите” федераль программа сиктәрендә йә-йәүлеләр зонаһы һәм ихаталарҙы үҙгәртеп ҡороу дауам итә. Был эштәр “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамы ме-
нән башҡарыла, ләкин бында ла халыҡтың үҙенең ҡатнашыуы талап ителә. Проекттарҙың күп өлөшө федераль һәм республика бюджеттарынан финансланһа ла муниципалитет менән халыҡтың үҙенең дә аҡсалата өлөш индереүе мөһим. Программала дөйөм ҡала территорияларын һәм күп фатирлы йорттар ихаталарын төҙөкләндереү ҡаралған.
Быйыл уға ярашлы автовокзал ҡулсаһынан алып Мәңгелек ут комплексына тиклем Хоҙайбирҙин урамындағы бульвар һәм 98 йорт ихатаһы яңыртыласаҡ. Программа 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән. Бөгөн киләһе биш йылға күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән заявкалар ҡабул ителә һәм йәмәғәт территориялары исемлеге төҙөлә.
Урындағы инициативаларҙы хуплау төбәк программаһы ла халыҡтың өлөшләтә ҡатнашлығында эшләп килә. Быйыл конкурс комиссияһы стәрлетамаҡтарҙың 11 проектын хупланы. Улар араһында алты балалар уйын майҙансығы, ике спорт майҙансығы төҙөү, бер йорт яны тер-риторияһына асфальт түшәү, шулай уҡ ҡыҙыҡлы фәндәрҙең интерактив музейын һәм Бәхилләшеү йорто булдырыу ҡаралған.
Бындай программаларҙа ҡатнашыу ҡаланы тәртипкә килтереүҙә киң мөмкинлектәр аса. Был эштәрҙә инициативалы граждандар, шул иҫәптән урам комитеттары рәйестәре ҙур ярҙам күрһәтә.
Бөгөн айырыуса халыҡтың хәүфһеҙлеге көнүҙәк мәсьәләгә әйләнде. Беҙ был йүнәлештә лә эшләйбеҙ. Быйыл яҙ көньяҡ-көнбайыш биҫтәлә яңы янғын часы асылды. Йәй ҡаланың транспорт күпләп йөрөгән урамдарына тиҙлек режимын боҙоусыларҙы асыҡлау маҡсатында өҫтәмә 2 камера ҡуйылды. Йыл аҙағына тағы ла шундай 5 камера ҡуйыласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килде. Октябрь айында 1-се клиник дауахана эргәһендә гемодиализ үҙәге асылды. Балалар баҡсаһының беренсе корпусы ремонтланды, әлеге ваҡытта ремонт эштәре икенсе корпуста дауам итә. Травмпунктта рентген бүлмәһе беренсе ҡатҡа күсерелде. Суд-медицина экспертизаһына яңы бина төҙөү мәсьәләһе лә хәл ителә.
– Ә ҡаланың “ауыртҡан урындары”на килгәндә, уларҙы нисек билдәләр инегеҙ?
– Һәр бер динамик рәүештә үҫеүсе ҡалаларҙағы кеүек үк беҙҙә лә проблемалар бар, әлбиттә. Хеҙмәт мөнәсәбәттәрен легалләштереү, йәштәрҙең ҡаланан китеүе, медицина кадрҙарының етешмәүе ( айырыуса тар белгестәрҙең), тыуымдың кәмеүе. Беҙ барыбыҙ ҙа был проблемаларҙы беләбеҙ һәм уларҙы хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ҡалала махсус комиссия булдырылды, ул хеҙмәт баҙарындағы хәлде көйләү менән шөғөлләнә, хеҙмәт килешеүһеҙ эшкә ҡабул итеү осраҡтарын асыҡлай һәм эш биреүселәр араһында ла, эшселәр араһында ла аңлатыу эштәре алып бара.
Бая әйтеп киттем инде, тағы ла ҡабатлайым: йәштәр юғары белем алыу өсөн мегаполистарға китә, уларҙың бик һирәктәре генә кире әйләнеп ҡайта. Был күренеш бөтә бәләкәй ҡалалар өсөн дә хас. Ҡайһы бер өлкәләрҙә кадрҙарҙың етешмәүе лә нәҡ ошоға бәйле. Стәрлетамаҡта табиптар, тар белгестәр етешмәй, сөнки уларҙың күбеһе, белем алғас, эре ҡалаларҙағы шәхси клиникаларға эшкә урынлаша.
Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙең ҡалала талап ителгән белгестәр әҙерләү өсөн заманса нигеҙ булдырыла. Үткән йыл БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы базаһында “Сәнәғәт робот техникаһы һәм медицина физикаһы” фәнни белем үҙәге булдырылды. Әле үк яҡшы һөҙөмтәләр бар. Беҙҙең студенттар бер нисә тапҡыр республика һәм Бөтә Рәсәй робот фестивале еңеүселәре һәм призерҙары булды.
Ҡалала ла, бөтә республика буйынса ла тыуымдың кәмеүе борсолоу уята. Күптән түгел беҙ ошо проблеманы хәл итеү буйынса муниципаль программа эшкәрттек.
– Нәҡ беҙҙең ҡалала Һеҙ тормошҡа ашырырға теләгән проекттар бармы?
– Проекттар бик күп. Уларҙың бер өлөшө хәл ителеү өҫтөндә, икенселәре әле билдәләнә генә. “Содовик” стадионы артында саңғыроллер трассаһы төҙөлә. Футболсыларыбыҙ ике сезон рәттән Башҡортостан Республикаһы чемпиондары исемен яуланы һәм БР Суперкубогына эйә булды. Стәрлетамаҡ республиканың футбол баш ҡалаһы статусына дәғүә итә ала. Беҙ артабан да футболды үҫтерергә ниәтләйбеҙ.
Шулай уҡ балалар һәм йәштәр араһында патриотик тәрбиәне көсәйтеү маҡсаты ҡуйылған. Ҡалала күп йылдар “Ватан” хәрби-патриотик берекмә эшләп килә. Быйыл йәй “Башаҡ” балалар-һауыҡтырыу лагеры базаһында “Йәш армеец” хәрби-спорт лагеры ойошторолдо, унда үҫмерҙәр хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен өйрәнә, ихтыяр көсөн нығыта. Балаларға лагерҙа бик оҡшаны, уларҙың күбеһе киләһе йылда ла бында яңынан килергә теләк белдерҙе.
Шулай уҡ стәрлетамаҡтар өсөн лайыҡлы эш хаҡы менән яңы эш урындары булдырырға иҫәп.
Ҡала үҫә, ҙурая, шуға күрә яңы социаль инфраструктура объекттарына ихтыяж арта. Былтыр Көнбайыш биҫтәһендә 1000 урынлыҡ мәктәп астыҡ, киләһе йыл 1250 урынлыҡ мәктәп асыла, ул республиканың 100 йыллығына 100 объект исемлегенә инде. Яҡындағы биш йылда тағы ла 2-се микрорайонда, Шахтау ҡасабаһында мәктәп төҙөйһө бар. Шулай уҡ Яр буйы һәм Йәйғор биҫтәләрендә яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары ҡалҡып сығасаҡ. Яр буйы микрорайонында физкультура-һауыҡтырыу комплексы, сауҙа үҙәге, күп ҡатлы парковка, парк һәм йәйәү йөрөү зонаһы төҙөләсәк. Йәйғор биҫтәһендә балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауахана комплексы, ҡала паркы, бассейнлы һәм стадионлы спорт комплексы һәм күп ҡатлы паркинг асыласаҡ.
- Ҡала бюджетында шулай ҙа ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирелә?
– Сығымдар күбеһенсә социаль блокка (бөтәһенән элек мәғариф өлкәһенә) һәм торлаҡ-коммуналь хужалығына тура килә. Социаль бурыстарҙы үтәү элеккесә беҙҙең һис шикһеҙ өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.
- Ҡала ҡышҡа нисек әҙерләнә?
– Беҙ ҡышҡа әҙер, тип әйтә алам. Бөтә коммуналь хеҙмәттәр көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар осрағына әҙерлек һыҙығына ҡуйылды һәм үҙ бурыстарын штат режимында үтәйәсәк.
– Стәрлетамаҡтарға нин-дәй теләктәрегеҙ бар?
– Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаиләләрендә именлек, шулай уҡ барлыҡ эштәрендә уңыштар теләйем. Үҙ тыуған ерегеҙҙең патриоттары булығыҙ, ҡалабыҙ тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәгеҙ!
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә лә иҫәнлек, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.