Владимир Путин Өфөлә тәүгегә түгел. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр килеүендә тиерлек уның әйткәндәре халыҡ күңелендә “ҡанатлы һүҙҙәр” булып яңғырай. Мәҫәлән, Президент Башҡортостанды Рәсәйҙең көҙгөһө булараҡ күҙ алдына килтерҙе, ата-бабаларыбыҙҙың ил алдындағы батырлыҡтарын хөрмәт менән иҫкә алды, ә ШОС һәм БРИКС самиттары мәлендә “рус һәм башҡорт телдәрен өйрәнергә кәрәк” тип тә яуапланы журналисҡа. Был юлы нимәһе менән иҫтә ҡалыр Владимир Путиндың Өфөгә эш сәфәре?
Президент УМПО-ла авиадвигателдәр компо-ненттары етештереүсе яңыртылған цехтарҙы ҡараны. Был цехтарҙа етештерелгән продукция элек сит илдән ҡайтарылған, хәҙер иһә Рәсәй вертолеттары өсөн деталдәр үҙебеҙҙә сыға.
Артабан ил етәксеһе заводтың бер төркөм эшселәре менән аралашты. Ил башлығына кемдер һорау бирҙе, тәҡдим индереүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, “ипотека ставкаһын тағы ла кәметеп булмаҫмы?” тигән ҡыҙыҡһыныу ишетелде. Путин республикала был йәһәттән эштәр яҡшы барғанын билдәләп үтте:
– Башҡортостанда ипотека ставкаһы дөйөм илдең уртаса ставкаһынан да аҙыраҡ, – тине ул, әммә түбән инфляция ярҙамында ставканы тағы кәметергә кәрәклеге менән килеште.
Икенсе бер хеҙмәткәр “совет заманындағы һымаҡ коллективтарҙы миҙал-ордендар менән бү-ләкләү системаһына ҡайтырға кәрәк” тигән тәҡдим еткерҙе һәм үҙе эшләгән заводтың был тәңгәлдәге ҡаҙаныштарын да әйтеп үтте. Президент ул алымдан эш һөҙөмтәһенә йоғонто яһамағанлыҡтан баш тартыуҙы белдерҙе һәм ҡаҙаныштары өсөн эшсене ҡосаҡлап та алды. Шулай ҙа... УМПО – ил кимәлендәге мәғәнәгә эйә предприятие, әммә оборона заказы яйлап кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, Владимир Владимирович: “Барығыҙ ҙа эшләйәсәк”, – тип ышандырҙы. Тимәк, бер кем дә ҡыҫҡартылыуға эләкмәйәсәк.
Ил башлығы эш сәфәренең артабанғы пунктын нәҡ ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә үткәреүгә арнаны.
– Бындай предприятиелар ҙа киләсәктә сифатлы һәм конкурент һәләтле гражданлыҡ тәғәйенләнешендәге продукция етештерергә тейеш, – тип билдәләне Президент.
Рөстәм Хәмитов Владимир Путинға республика-ның социаль-иҡтисади хәле һәм “2012 йылдың май указдарының” үтәлеше тураһында һөйләне.
– 2017 йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамланыҡ: килем-табыш артты, – тине осрашыуҙа Рөстәм Зәки улы. Ул шулай уҡ төбәктә эш хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын һәм ағымдағы йылда бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ҡарата ярҙам хаҡында ла әйтеп үтте.
Тәлғәт Тажетдинов менән осрашыуҙа Владимир Путин Башҡортостанда төрлө дини традицияларҙың үҫешеүенә ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Ғөмүмән, РФ Президенты республика йәшәйешен көн ағымындағы барлыҡ сараларҙа ла ыңғай баһаланы, тип әйтергә мөмкин.