Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Йүгереп уйнап үҫһен балалар

Сәләмәт киләсәк бул-дырыу – дәүләт кимәлендә алып барылған мөһим эштәрҙең береһе. Спорт майҙансыҡтарынан алып ҙур Олимпиада ярышы майҙандарына тиклем йәйелдерелгән был бурыс. Балалар баҡсалары ла һау сабыйҙар тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Тик бына бәләкәстәрҙе нисек итеп спортҡа, физик культураға ылыҡтырырға һуң?

Беҙҙең “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында әлеге йәһәттән төрлө алымдар ҡулланыла. Иң мөһиме: бала спортҡа үҙенең ыңғай тойғолары аша килергә тейеш йәки уйындарға мауығып, арығансы уйнап, йүгереп-һикереп. Шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙлек хаҡында ла оноторға ярамай.
Баҡсала күптән түгел Сәләмәтлек көнө уҙҙы. Был байрамда “ҡар-луғастар” ихлас ҡатнашты. Бер-береһе менән уҙыша-уҙыша туп типтеләр, арҡан тартыштылар. Улар сәләмәтлеген ярыштарҙа ғына түгел, ә фекерләү һәләте аша ла яҡшыртты. Мәҫәлән, Олимпиада уйындары буйынса викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Балаларҙың командаларға бүленеп уйнауҙары шулай уҡ уларҙың берҙәм һәм маҡсатлы булып үҫеүенә йоғонто яһамай түгел.
Сәләмәтлек олоһона ла, кесеһенә лә кәрәк. Шуға беҙ – тәрбиәселәр ҙә, етәкселек тә балаларҙың уйынын ойоштороп ҡына ҡалманыҡ, ә үҙебеҙ ҙә бәйгеләрҙә ихлас ҡатнаштыҡ. Шулай уйындар уйнап, һорауҙарға яуап биреп, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп-бүләкләнеп үтте был көн. Сәләмәт булып йәшәүгә йәнә бер аҙым алға яһалды, буғай.
Читайте нас