- Ул хәрби бәрелеш ваҡиғалары онотолоп ҡалырға тейеш түгел. Совет һалдаттарының батырлыҡтарын һәр саҡ ғорурлыҡ менән иҫкә алырға бурыслыбыҙ. Ә ҡурҡыу белмәҫ улдар тәрбиәләгән әсәләр алдында баш эйәбеҙ, - тине үҙенең сығышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Леонтьевич Пантеллев һәм һәләк булған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алырға саҡырҙы.
Ҡаланың хәрби комиссариаты начальнигы Рәмил Хәйретдинов афған һуғышында 600 мең совет гражданины, шул иҫәптән Башҡортостандан 10 меңдән ашыу, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районынан бер мең тирәһе һалдат ҡатнашыуы тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ митинг барышында афғансы-яугир Альберт Татубаевҡа юбилей миҙалын тапшырҙы.
Тантана яугир-интернационалист һәйкәленә күмәкләп сәскә һалыу менән тамамланды.
Был көндө үҙ яу-гирҙарын «Авангард» заводы ла иҫкә алды. Хәрби хеҙмәткә саҡы-рылғанға тиклем завод цехтарында эшләп өл-гөргән яугир-интерна-ционалистар Михаил Богданчик менән Әлфир Ғәбитовҡа таҡ-таташ асылды.
Сарала завод эш-селәре, 19-сы мәктәп уҡыусылары һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов ҡатнашты һәм ул ысын мәғәнәһен-дә йәштәр өсөн ватан-сылыҡ тойғоһон үҫтереү дәресе булды.