Тантана залына ҡултыҡлашып, бер-береһенә хәрәкәт итергә ярҙамлашып килеп инде сал сәсле парҙар. Бәхет-ле парҙарҙы, уларҙың балаларын, туғандарын ЗАГС бүлеге начальнигы Галина Кузнецова сәләмләне:
– Һеҙҙең дәүерҙә туйҙарҙа шампан да атылмаған, шарҙар ҙа, ҡиммәтле машиналар ҙа булмаған, ә ғаилә ныҡлығы ярты быуаттан ашып киткән. Тиҫтә йылдар бергә йәшәп, ҡыйынлыҡтарҙы үтеп, бәхетле ғаилә тарихын төҙөгәнһегеҙ. Артабан да һау-сәләмәт булып ҡалығыҙ, тағы ла ун йылдан юбилей тантанаһында осрашырбыҙ әле, – тине Галина Александровна.
Ололарҙы ҡотларға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Рөстәм Мөшәрәпов та килгәйне.
– Ҡалаға килеп ғаилә ҡороп йәшәй башлаған йылдар уның үҫешенә ҙур йоғонто яһаған, был һеҙҙең хеҙмәт емеше. Һеҙ ғаилә ныҡлығы менән туғандарығыҙға ғына түгел, һәр ҡала кешеһенә өлгө булып тораһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә! – тине Рәстәм Рәшит улы.
Бер урынға был тиклем юби-лярҙар йыйылыуын көн дә осратып булмай, уларға ҡарап ҡалала өлгө алырҙай ғаиләләрҙең күп булы-уына һоҡланаһың. Балалары һәм ейәнсәрҙәре менән килгән өләсәй, олатайҙарға бүләктәр, сәскә гөлләмәләре һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған Ҡотлау хаты тапшырылды. Ун ғаилә араһында ике Хәбибуллиндар ғаиләһе булды, Ғата Рәхмәтулла улы менән Флүрә Әхмәтгәрәй ҡыҙы 1957 йылда уҡ өйләнешкән булған, ә бына Хәмит Ғабдулхай улы менән Дания Әхмәт ҡыҙы ун йылға һуңғараҡ ғаилә ҡорған.
Хәмит Ғабдулхай улы Хәбибуллин:
– Үҙем һәр ваҡыт ситтә йөрөп эшләнем, шулай бер тыуған ауылым Кешәнлегә ҡайтҡанда Солтанморатҡа ҡунаҡҡа барғайным, шунда был ҡыҙҙы осраттым, икенсе көнөнә урлап та алып ҡайттым. Ике көн эсендә хәл ителде, ә бына күпме йәшәнек, ярты быуат! Ҡыҙ һәм ул үҫтерҙек, ике ейәнебеҙ һәм бер ейәнсәребеҙ бар. Ғүмер буйы кран йөрөтөүсе булып эшләнем, ҡатыным Дания Әхмәт ҡыҙы ла хаҡлы ялға сыҡҡансы бухгалтер булды.
Флүрә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Хәбибуллина:
– Беҙҙе «Сода» мәҙәниәт һарайы осраштырҙы. Ҡыҙҙар менән ”Тапшырылмаған хаттар” спектаклен ҡарап, тәьҫораттар менән бүлешеп ҡайтырға сыҡтыҡ. Ғата ла киске мәктәптән ҡайтып килгән булған, беҙҙең һөйләшкән тауыштарҙы ишетеп, ул да ҡушылып китте, таныштыҡ. Бер-беребеҙҙе шунда уҡ оҡшатҡанбыҙ, ул мине оҙатып йөрөй башланы. Һуңынан никах уҡыттыҡ, әллә ни ҙур туй ҙа яһаманыҡ, әммә күңелле замандар ине, 60 йыл да үтеп киткән.