Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Йәш белгес Стәрлетамаҡты үҙ иткән

Йәш кадрҙар мәсьәләһен ҡуҙғатһаҡ, Стәрлетамаҡта табиптарға, бигерәк тә тар белгестәргә ҡытлыҡ барлығы һиҙелә. Ни ҡылаһың, гло-балләшеү үҙен белгертеп тора: йәштәр ауылдан – бәләкәй ҡалаларға, бәләкәй ҡалаларҙан мегаполистарға ашҡына. Аҡса, мауыҡтырғыс тормош…

Шул уҡ ваҡытта, бәхеткә күрә, урындағы халыҡтың һаулығын ҡайғыртып эшләүсе егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар. Улар ҙа ҙур аҡса, ҙур тормош хаҡында уйланмай ҡалмайҙыр, әммә был йәштәр өсөн үҙ мөмкинлектәре һәм етешһеҙлектәре менән урындағы йәшәйәш өҫтөнөрәк, улар тыуған ҡала-районында йәм табып йәшәй! Артабан ошо үҙ ереңә ерегеүҙең серенә төшөнөп ҡарайыҡ әле.
Артур Айҙаровтың Стәр-летамаҡ медицина колледжын тамамлап, ҡаланың 2-се дауаханаһында участка терапевы булып эшләй башлауына өс йыл булып килә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәш белгесте пациенттары яратып та өлгөргән. Көнөнә – 25, киҙеү ваҡытында унан да күберәк кеше ҡабул итергә тура килә уға – барыһына ла иғтибары етә. Кемдер һыуыҡ тейҙереп, кемдер ҡан баҫымы менән ишек шаҡый. Инфаркт хәлендә мөрәжәт итеүселәр ҙә бар. Ундайҙарҙы, әлбиттә, оҙаҡҡа һуҙмай ҡарап, артабан дауаханаға оҙатыу тураһында хәстәрләргә кәрәк. Дарыу, укол… шулай уҡ кеше йылы һүҙгә, йылы мөнәсәбәткә лә мохтаж бит әле – Артур Айҙаров “Гиппократ анты” хаҡында ла онотмай.
– Эш оҡшай, шарттар бар, иң мөһиме: пациенттар ҡәнәғәт – шулай булғас, ниңә эшләмәҫкә, стәрлетамаҡтарҙы ла кемдер дауаларға тейеш бит, – тип ябай ғына сисә баяғы серҙе Артур Риф улы.
Шулай… эшеңде яратһаң, шул хеҙмәтеңдән ҡәнәғәт булһаң һәм булһалар – бар ерҙә лә тормош йәмле ул.
Йәш табиптың киләсәге ҙур-ҙыр, әммә шул үҫеш юлында тәж-рибә туплайһы ла бар әле. Был йәһәттән өлгө булырҙай, кәңәш бирерҙәй коллегаларыңдың һәм тормош остаздарыңдың барлығын тойоу ҡиммәт. Ме-дицина өлкәһенә инде сирек быуат ғүмерен арнаған шәфҡәт туташы Земфира Ишмөхәмәтова терапевҡа ярҙамсы ла, кәрәк икән кәңәшсе лә. Иң мөһиме: ошо бәйләнеш юғалмаһын.
…Һәр миҙгелдең үҙ сире тигәндәй, гипертония менән бер пациент ишек шаҡый: “Артур Рифович, мөмкинме?” Табип мәғәнәле генә итеп хәбәрселәргә ҡарап ала. Аңлайбыҙ, хушлашырға ваҡыт һәм, йәш терапевҡа уңыштар теләп, ишек ябабыҙ. Ана бит, күпме стәрлетамаҡтарҙы дауалайһы бар уға!
Читайте нас