Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ЙӘШ ИНЖЕНЕРҘАР РОБОТ яһаны

БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы “РобоФест-2018” фестиваленә робот төҙөү менән мауыҡҡан йәш инженерҙарҙы йыйҙы.

Ике көн дауамында барған ярыштарҙа республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан 120 командала 300-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың иң кеселәренә – ете йәш, өлкәндәренә 17 йәш ине. Тәү ҡарашҡа уйын кеүек тойолған был шөғөл еңелдәрҙән түгел. Өҫтәлдәге ҡара һыҙыҡ буйлап датчиктар менән хәрәкәт итеүсе һәм төрлө эштәр башҡарыусы роботтарға ҡарап тороуы ғына анһат. Уларҙың формаларын йыйып алып, датчиктарын урынлаштырыуҙы һанамағанда, тағы ла сәғәттәр буйы программа яҙырға тура килә, ә һөҙөмтәлә робот үҙенең мөмкинлектәрен бер минут эсендә күрһәтә.
Ярыштар «Шорт-Трек», «Робокарусель», «Arduino», «Перевозчик», «LEGO», «Чертежник», «Автонет» категорияларында барҙы. Әйткәндәй, был йүнәлештә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы технопаркында 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Шуға ла Стәрлетамаҡтан ике команда ҡатнашты: 3-сө Башҡорт лицей-интернаты һәм 12-се мәктәп коллективтары. Ә Балалар һәм үҫмерҙәр техник ижад үҙәгендә робот төҙөү менән шөғөлләнеүсе малайҙар ике команда составында ла сығыш яһаны. Әйткәндәй, йәш инженерҙар һынатманы, мөмкин булған 8 призлы урындың 4-әүһен алды һәм күсмә кубокты үҙебеҙҙә ҡалдырҙы.
Әлбиттә, юғары белем биргән уҡыу йорто нигеҙендә шөғөлләнгән балаларҙан юғары һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙ “тимербатыр”ҙарын йыйыусылар һәр район - ҡалала ла етерлек. Стәрлетамаҡ һәм Өфө кеүек ҙур ҡалалар ғына түгел, ә Бөрө, Учалы, Хәйбулла райондары вәкилдәре лә юғары күрһәткестәргә ирешкән һәм һөҙөмтәләр буйынса командалар Мәскәүҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашасаҡ.
Читайте нас