Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Йәшә, шыршыҡай!

Быйыл ил һәм республика кимәлендә “Тәбиғәтте һаҡлау йылы” тип иғлан ителде. Ер әсә менән әҙәм балаһы араһындағы мөнәсәбәттең насарая барыуын беҙ, ололар, яҡшы аңлайбыҙ, Шулай ҙа тирә-яғыбыҙға, уратып алған йәшеллеккә ҡарата һөйөү һәм ихтирам кешелә кескәй саҡтан тәрбиәләнергә тейеш.

Ҡаланың 22-се балалар баҡсаһында был йәһәттән етди эштәр алып барыла. Малай-ҡыҙҙарыбыҙ йыл да Яңы йыл алдынан “Йәшә, шыршыҡай!” ҡала конкурсында ҡатнаша һәм юғары баһаларға лайыҡ була. Кескәйҙәр быйыл да конкурсты түҙемһеҙләнеп көтә, һүрәттәр яһанылар, ҡул эштәрен әҙерләп ҡуйҙылар. Улар йәнә һынатмаҫ тигән өмөттәбеҙ.
Балаларыбыҙ менән әңгәмәләр ҡорабыҙ, уйындар ойошторабыҙ һәм акциялар үткәрәбеҙ. Ата-әсәләр өсөн дә экология темаһына төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Педагогтар, мәҫәлән, “Урманды һаҡла!”, “Ағастарҙы ҡырҡ-ма!” тигән темаларға һөйләшеү ойоштора, балалар менән әлеге проблема хаҡында аралашырға кәңәштәр бирә. Кескәйҙәр беҙҙең ҡылыҡтарҙы күреп үҫә, ҡабатлай. Шуға уларға тик матур ғына өлгө күрһәтеп йәшәйек!
Читайте нас