Ҡуҙыларға ҡә-һүә ҡайнатҡыс, фо-токамера, яҡшы диктофон, стена сәғәте, уңайлы фен бүләк итеү ҡулай.
Ғаиләгеҙгә күбе-рәк ваҡыт бүлергә тырышығыҙ. Ҡыйын ваҡыттарҙа яҡындарығыҙға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк булыуы бар. Тыныслыҡ һаҡлау яғында булырға әҙер тороғоҙ: тап һеҙгә конфликтлы хәлдәрҙе яйға һалырға тура киләсәк. Йомшағыраҡ булығыҙ һәм яраштырыу сараһын эҙләгеҙ.
Кескәй туғандарығыҙҙы ныҡлы контролдә тоторға, бала-сағаға күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк булыр. Йылдың тәүге яртыһында өйөгөҙҙә ремонт башлап ебәрергә йәки ҡайһы бер үҙгәртеүҙәр яһарға мөмкин. Йыл аҙағында ғаиләгеҙ менән ял итергә тырышығыҙ.
Быйыл һеҙ үҙегеҙҙе лидер булараҡ күрһәтә аласаҡһығыҙ. Ҡатмарлы проекттарға, ҡыҙыҡлы идеяларға ҡыйыу тотоноғоҙ, фекерҙәштәр командаһы туплағыҙ. Күптәр йәйгеһен үрләтеләсәк. Әммә һеҙҙең импульсив булыуығыҙ һәм тура һүҙлелегегеҙ бөтәһен дә юҡҡа сығарып ҡуйыуы ихтимал. Етәкселәр менән ҡапма-ҡаршылыҡ эштән бушатылыу менән янай. Түҙемлерәк булығыҙ, килешеү яғын ҡарағыҙ. Быйыл һеҙгә ситтән ярҙам эҙләргә түгел, теләгегеҙгә ирешәм тиһәгеҙ, үҙегеҙҙең көсөгөҙгә генә ышанығыҙ.
Яңы йылда эшегеҙ күп буласаҡ, шәхси һәм ғаилә тормошоғоҙҙа үҙегеҙгә күп яуаплылыҡ аласаҡһығыҙ, һеҙгә ваҡыты-ваҡыты менән ныҡлы ял итеп алыу кәрәк булыр, гел генә көсөргәнеп йөрөү кире тәьҫир итеүе бар.
Арҡағыҙҙы һәм аяҡ-ҡулдарығыҙҙы һаҡлағыҙ, стоматологҡа ваҡытында күренегеҙ, башығыҙҙы бәрелеп-һуғылыуҙан, йығылыуҙан һаҡланығыҙ. Йыл эсендә донъя күреү маҡсатында сәйәхәт итегеҙ. Юл йөрөүҙәр күңелегеҙҙә йылы тәьҫораттар ҡалдырыр, яңы дәрт-дарман өҫтәр һәм эске донъяғыҙҙы байытыр.
Буға йондоҙлоғо аҫтында тыуған-дарға ҡыйбатлы косметика, тәбиғи күндән яһалған аксессуарҙар, шо-колад һәм яҡшы кәнфит бүләк итеү хупланыла.
Йыл күп ғаилә парҙары өсөн уңышлы һәм бәхетле булмаҡсы. Йәмәғәтегеҙ һәм туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ һиҙелерлек нығыныр. Ғаиләгеҙҙә тоғролоҡ һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булыр. Партнерығыҙға эшендә үрләргә ярҙам итергә әҙер тороғоҙ. Ғаиләгеҙ ишәйеүен көтөргә мөмкин. Ата-әсәгеҙгә күберәк иғтибар бүлегеҙ, йышыраҡ хәлен белешеп тороғоҙ.
Һеҙҙе карьера баҫҡысынан күтәрелеү көтә. Шуға күрә тик алға ғына ҡарағыҙ, йондоҙҙар ярҙам итер. Үҙ эшегеҙҙе кеше елкәһенә һалыуға ҡыҙыҡмағыҙ. Коллегаларығыҙҙы үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланырға, уларҙың иркенә ҡаршы төшөргә ярамаҫ. Ҡайһы берҙә уңышҡа ирешә алмаҫтай булып тойолор. Эшегеҙҙә йәки бизнесығыҙҙа ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа ла күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Яйлап ҡына алға барырһығыҙ.
Сынығыу һәм контрастлы душ ҡойоноу елһенеү сирҙәрен бөтөнләй оноторға ярҙам итер, ә иртән йүгереү һәм диета тотоу кәүҙәгеҙгә еңеллек бирер.
Йылдың тәүге яртыһында бер нисә тапҡыр отпуск алырға тәҡдим ителә. Әллә ҡайҙа барыу мотлаҡ түгел. Тәбиғәт менән йышыраҡ аралашыу, бай тарихлы, мәҙәниәтле ҡалалар һәм илдәр күреп ҡайтыу, яҡшы кешеләр менән аралашыу көс бирер һәм хәлегеҙе яҡшыртыр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
урындарҙы барып күреү, театрға би-леттар алып биреү, бассейнға, тренажер залға абонемент алып биреү һөйөн-дөрөр.
Яңы йылда үҙегеҙҙең икенсе яртығыҙ менән киләсәккә пландар ҡора башлағыҙ. Күсемһеҙ милек ала алаһығыҙ, яңы урынға күсеп китә алаһығыҙ һ.б. һәр хәлдә был тәңгәлдә үҙгәрештәр, айырыуса яҙғыһын йәки йәйгеһен уңышлы булыр. Иң мөһиме, бындай ҡарарға килгәндә һеҙҙең икенсе яртығыҙҙың теләге иҫәпкә алынһын, юғиһә проблемалар килеп сығыуы бар. Балаларығыҙ яңы йылда тик уңыштар менән генә һөйөндөрөр.
Быйыл һеҙҙе карьера мәсьәләһе борсомаҫ. Хатта һеҙ бер урында тик торған һымаҡ булһағыҙ ҙа, ҡайғырмағыҙ – был бары шулай күренә генә, ысынында иһә һеҙҙең киләсәктә атҡарыласаҡ эштәрегеҙгә һәм карьера баҫҡысынан үрләүгә нигеҙ һалына. Яңыны өйрәнеү өсөн яҡшы осор. Мәҫәлән, курсҡа яҙылып права алыу өсөн.
Йыл башында һаулыҡҡа ныҡ иғтибар итегеҙ. Һауа торошона ҡарап кейенегеҙ: һалҡын тейеүе бар. Иммунитетығыҙҙы нығыта башлағыҙ, емеш-еләк, йәшелсә ашағыҙ, үҙегеҙҙе сыныҡтырығыҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ, юғиһә ашҡаҙан, аш һеңдереү ағзалары эшмәкәрлеге боҙолоуы ихтимал. Йондоҙҙар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡалҡан биҙен тикшертергә кәңәш бирә. Нервыларығыҙҙы һаҡлағыҙ, ял итергә тырышығыҙ, юғиһә көҙгөһөн йөрәгегеҙ ауыртыуы йәки хроник ауырыуҙар көсәйеп китеүе ихтимал. Апрелдән июнгә тиклем күберәк ял итергә тырышығыҙ. Тәбиғәт ҡосағында ял итегеҙ.
Был йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандарҙы фейерверктар, тере күбәләктәр, ҡыҙыҡлы картина йәки өй өсөн ҡәҙерле булған берәй нәмә менән ғәжәпләндерегеҙ.
Өй эштәренә күп ваҡыт бүлегеҙ, балалар һәм ата-әсәләр тураһында онотмағыҙ – уларға һеҙҙең иғтибарығыҙ кәрәк булыр. Бергәләп кинотеатрға, цирк йәки күргәҙмәгә барығыҙ. Көҙгөһөн күсемһеҙ милек һатып алыуығыҙ йәки күсеп китеүегеҙ ихтимал. Тик ҡыш көнө генә һеҙгә ял итергә һәм үҙегеҙгә иғтибар бүлергә тура киләсәк – отпускыға китеү яғын ҡарағыҙ!
Күптәрҙең хосусилыҡ тойғоһо көсәйәсәк. Улар үҙенең икенсе яртыһының артынан бер тотам да ҡалмай күҙәтеп йөрөйәсәк. Кире эмоцияларға бирелеп китеү хәүефе янай. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, йомшаҡ күңеллерәк һәм хәстәрлерәк булығыҙ.
Йыл башында һеҙҙе ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр көтә. Һеҙ үҙегеҙҙең мөмкинлектәрегеҙҙе аса алырһығыҙ. Йондоҙҙар һеҙгә көсөгөҙҙө бүлгеләмәй генә бер йүнәлеште һайлап алырға кәңәш итә. Бары тик үҙегеҙгә генә ышанығыҙ. Сит илгә сығып яҡшы ғына аҡса эшләүе-геҙ бик ихтимал. Тәҡдим булһа, кире ҡағырға ашыҡмағыҙ. Был сәфәр һеҙҙең өсөн бик уңышлы булмаҡсы.
Йондоҙҙар йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға кәңәш итә. Дөрөҫ туҡланмау һәм үтә ныҡ арыу иммунитетығыҙҙы ҡаҡшатыуы бар. Яҙғыһын ял итеп алығыҙ йәки шифаханала ял итергә тырышығыҙ. Йәйәү йөрөү, шифалы үлән сәйе эсеү бик файҙалы. Медитация һәм массаж яһатыу ҙа бик файҙалы булыр. Әүҙемерәк булығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Умыртҡа бағанағыҙҙы һаҡлағыҙ, һалҡын тейҙереп ҡуймағыҙ.
Артыҡ һимеҙ кешеләрҙә сәләмәтлегенә ҡағылышлы проблема килеп сығыуы бар. Әҙерәк ябығырға тырышығыҙ – башҡаларҙы хайран ҡалдырырлыҡ итеп матурланып китерһегеҙ.
Концертҡа билет-тар алып биреү, стилле биҙәүестәр һәм үҙ ҡулығыҙ менән эшләнгән әйберҙәр бик ҡулай буласаҡ.
Йыл башында башҡарылмай ҡалған эштәрегеҙ арҡаһында туғандарығыҙ менән мөнәсәбәттәрегеҙ ҡатмарланып китеүе ихтимал. Йылдың икенсе яртыһында күп парҙар ауыр осор кисерер. Хәлде иреш-талашҡа алып барып еткермәҫкә тырышығыҙ, артыҡ хис-тойғоларға, ярһыуҙарға юл ҡуймағыҙ.
Балаларығыҙ менән тотанаҡлыраҡ булығыҙ, үҙ фекерегеҙҙе тағырға тырышмағыҙ, баҫым яһамағыҙ. Ышандырырлыҡ дәлилдәр эҙләгеҙ, үҙегеҙҙең позицияғыҙҙы аңлатығыҙ, аргументлағыҙ, шул саҡта балағыҙ алдында абруйығыҙ һаҡланыр, уға дөрөҫ ҡарарға килергә ярҙам итерһегеҙ һәм протест белдерергә урын ҡалмаҫ.
Профессиональ өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр булыуы мөмкин. Бөтә көсөгөҙҙө йыйығыҙ ҙа, юҡ-бар менән булмай ғына, бер йүнәлештә эш итегеҙ.
Яҙ аҙағында йәки йәй башында сит илгә сығып эшләп алырға тәҡдим булыр. Баш тартырға ашыҡмай тороғоҙ. Был – үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡалыу өсөн яҡшы мөмкинлек. Июлдә һеҙ маҡсатығыҙға яҡынлашырһығыҙ, көс етмәҫтәй иң ҡыйын мәсьәләләр ҙә еңел генә булып күренер. План төҙөгөҙ һәм шуның буйынса барығыҙ.
Артыҡ йонсоп китмәҫ өсөн эш менән ялды сиратлап алып барығыҙ һәм эш менән ял режимын үтәргә тырышығыҙ. Һиҙгерлек һәм хис-тойғоға бәйле, ҡалҡан биҙегеҙ бирешеп барыусан булыр. Шуға күрә үҙегеҙҙең рационығыҙҙы йодҡа бай ризыҡтар менән тәьмин итеү яҡшы булыр. Физик йөкләмәләр тураһында онотоп ебәрмәгеҙ һәм үҙегеҙ туҡланған аҙыҡтың күләменә һәм сифатына иғтибар бирегеҙ.
Аҡыҡ таштан, мала-хит, йәшмә, һары яҡут кеүек аҫыл таштарҙан биҙәүестәр йәки өй өсөн кәрәк булған берәй әйбер бүләк итегеҙ.
Ғаилә тормошонда әллә ни ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй. Күптән икенсе яртыһын тапҡандар үҙҙәре өсөн үҙ-ара мөнәсәбәттәрен көйләрҙәй яңы, ҡыҙыҡлы асыш яһар. Шәхси тормошта-ғы тотороҡлолоҡ тормошта үҙ-үҙеңде асырға, ә ышаныслы ғаилә усағы профессиональ өлкәлә ҙур уңыштарға ирешергә ярҙам итер. Дуҫ-иштәрегеҙ йәки туғандарығыҙ менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алырһығыҙ. Йылдың икенсе яртыһында балаларығыҙҙың уңыштары һөйөндөрөр. Араларығыҙҙа аңлашылмаусанлыҡ булмаһын тиһәгеҙ, яҡындарығыҙ менән ихласыраҡ булығыҙ.
Карьерала үҫеш көтөгөҙ. Пландарығыҙҙы һәм идеяларығыҙҙы тормошҡа ашырыр ваҡыт етте. Үҙегеҙҙең хаҡлымы-юҡмы икәнегеҙгә икеләнеүҙән туҡтарһығыҙ һәм тирә-яғығыҙҙағыларҙы ла ошоға инандыра алырһығыҙ. Ныҡыш һәм егәрле булыуығыҙ һәләттәрегеҙ асы-лыуға һәм килемегеҙ күтәрелеүгә булыш-лыҡ итер. Был әкренләп ғәҙәтегеҙгә инер һәм тотороҡло профессиональ уңыш һеҙҙең тормошоғоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнер. Теләгән бер эш яҡшы килем килтерер һәм йәмғиәттә яңы урын алырға мөмкинлек бирер.
Берәй ерегеҙҙе һындырыуҙан һаҡланығыҙ. Элекке ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, юғиһә үҙегеҙҙе насар тойорһоғоҙ. Шомланыуҙар, стрестар аллергия реакцияһын көсәйтеп ебәреүе бар. Әгәр шулай килеп сыҡһа, дарыу менән генә еңеп булмаясаҡ, ныҡлы ял кәрәк буласаҡ. Тетрәнеүҙәрҙе икенсе яртығыҙ йәки туғандарығыҙ менән бергәләп еңергә тырышығыҙ. Саф һауала йышыраҡ йөрөргә тырышығыҙ.
Затлы орга-найзер, хуш еҫле хушбуй бүләк итеп, йә булмаһа, берәй ҡыҙыҡлы ергә сәйәхәт ойоштороп һөйөндөрөгөҙ.
Һеҙҙе аңла-май, хатта ирке-геҙгә ҡаршы төшөп маташҡандарын ныҡлы тойорһоғоҙ. Әммә был улай түгел. Компромисҡа барыу, килешеү яғын ҡарағыҙ.
Бәхәскә инмәгеҙ, унан ҡасыу яғын ҡарағыҙ һәм хәлегеҙҙән килгәнсә ғаиләгеҙҙә үҙ-ара татыулашыу юлын эҙләгеҙ. Теләһә ниндәй проблеманы күңелегеҙгә яҡын алмағыҙ – барыһы ла мотлаҡ хәл ителер. Бергәләп тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығығыҙ, көндәлек тормошоғоҙҙо яйға һалырға тырышығыҙ.
Барыһына ла энергияғыҙ етһен өсөн, йыл башынан уҡ эшкә тотонмай тороғоҙ. Үҙ көсөгөҙҙө һәм мөмкинлектәрегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ, юғиһә йонсоп китеүегеҙ бар.
Бөтә хәстәрҙәр һәм проблемалар һеҙҙең иңегеҙгә төшкән һымаҡ, ә ярҙам юҡ һымаҡ булып тойолор. Әммә ләкин, ентекләберәк ҡараһағыҙ, ярҙамсы-ларығыҙ күп икәнен аңларһығыҙ. Бергә эшләгән коллегаларығыҙға эш ҡушып, үҙегеҙгә ял итергә форсат табығыҙ.
Һаулығығыҙға ныҡлы иғтибар итегеҙ. Хроник сирҙәр киҫкенләшеп китмәһен өсөн, белгестәргә мөрәжәғәт итеп, үпкә, йөрәк, ҡан тамырҙары диагностикаһын үтегеҙ.
Ағзалар, ҡағиҙә булараҡ, берәй ерең ауыртыр булһа, алдан сигнал ебәреүсән. Ваҡытында дауаланмай һуҙып йөрөһәгеҙ, дауаханаға эләгеү ҡурҡынысы янай. Иң мөһиме, ауыр эш көндәренән һуң ял кәрәклеген онотоп китмәгеҙ.
Зәңгәрһыу йәшел йәки йәшел төҫтәге аквамарин, гәлсәр кеүек затлы таштан биҙәүестәр, цитрус еҫе аңҡыған хушбуй бүләк итеү ҡулай.
Күсенеп йөрөү, мираҫҡа эйә булыу, күсемһеҙ милеккә бәйле мәсьәләләр менән сыуалырһығыҙ. Балаларығыҙға йәки икенсе яртығыҙға күберәк ваҡыт бүлегеҙ. Ата-әсәләрегеҙ менән мөнәсәбәтегеҙҙе мотлаҡ яйға һалығыҙ. Балаларығыҙға үҙе булып ҡалырға форсат бирегеҙ, уларҙың шәхси сифаттарын сикләмәҫкә тырышығыҙ. Шулай иткәндә һеҙҙең ата-әсәлек абруйығыҙ бығаса булмаған юғарылыҡҡа күтәрелер. Йәмәғәтегеҙгә килгәндә, ябай ғына – күберәк романтика, һөйөү арағыҙҙы яҡшыртасаҡ.
Күмәкләп башҡарған эш һөҙөмтәле булыр. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәрҙе уртаҡ проектҡа йәлеп итеүҙән ҡурҡмағыҙ. Коллегаларығыҙҙың ярҙамына иҫәп тота алаһығыҙ. Үткән йыл эштә килеп сыҡҡан проблемалар уңышлы хәл ителер. Күптәр бизнеста уңыш ҡаҙаныр. Карьера үҫешенә ынтылыусыларҙы ла уңыш көтә – эштә үрләтелергә күп ҡалмаған.
Йыл буйына һаулығығыҙ борсоп торор. Тыштан беленмәһә лә, эске тойғоларығыҙҙы котролдә тотмауығыҙ арҡаһында сәләмәтлегегеҙ ҡаҡшауы ихтимал. Кире энергия йыйылып китеү төрлө ауырыуҙарға сәбәпсе булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Фирма мага-зинынан алынған әйберҙәр, видео-камера, бинокль
эшкә күмелерһегеҙ, әммә был яҡындарығыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыуға сәбәп булырға тейеш түгел. Был хәлдән сығыу яғын ҡарағыҙ һәм өйҙәгеләр менән күберәк ваҡыт уҙғарырға тырышығыҙ. Үҙегеҙ тураһында ла онотоп ебәрмәгеҙ. Өйҙәге эштәр менән булығыҙ, өйөгөҙҙө йыйыштырып, кәрәкмәгән әйберҙәрҙе сығарып ташлағыҙ. Йылдың икенсе яртыһында йәмәғәтегеҙ һеҙҙең иғтибарығыҙға мохтаж булыр. Һөйгә-негеҙгә кескәй генә булһа ла бүләк бирергә тырышығыҙ. Әгәр кәрәк икән, саҡ ҡына ситтәрәк ҡалып, уға ғаиләлә баш булырға форсат бирегеҙ.
Квалификацияғыҙҙы күтәреү курсына барыр өсөн иң ҡулай ваҡыт. Оҙаҡламай был кәрәк булыуы ихтимал. Күптәр карьера үҫешенә иҫәп тота ала. Ә инде үҙ-үҙенә ныҡ ышынғандар һәм кеше менән аралашыусандар ярайһы уҡ яҡшы ғына килем алыр. Эшегеҙҙе алмаштырмай тороғоҙ, сөнки талаптар һәм эш хаҡы һеҙ өйрәнгән кимәлгә яуап бирмәйәсәк.
Йылдың тәүге яртыһында туҡланыуға иғтибар бирегеҙ, ауыр, зыянлы аҙыҡтан һаҡланығыҙ. Бик йонсоп китмәҫкә тырышығыҙ, организмығыҙға көс төшмәһен. Насар кәйеф сәләмәтлегегеҙҙе ҡаҡшатмаһын тиһәгеҙ, дөрөҫ итеп ял итергә өйрәнегеҙ. Мунсаға, бассейнға, саунаға йөрөргә ваҡыт табығыҙ, массаж яһатығыҙ. Ел үтеүҙән һәм һалҡын тейеүҙән һаҡланығыҙ. Хроник сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн табипҡа күренеп тикшерелеп алығыҙ.
Кәзәмөгөҙ (23.12 – 20.01)
Биҙәүестәр, стилле аксес-суарҙар йәки өй өсөн яҡшы сифатлы әйбер-ҙәр күңеленә хуш килер.
Ҡышҡыһын күсеп китеү йәки яңы өй эҙләү сараһын күрегеҙ. Яҙ көнкүреш проблемаларын хәл итергә форсат бирәсәк. Өйҙәгеләрҙең теләгенә ҡолаҡ һалырға тырышығыҙ: был һеҙгә күп конфликттарҙан ҡотолорға ярҙам итер. Йәйгеһен өйөгөҙгә гармония һәм шатлыҡ киләсәк. Был бәхетле осорҙоң ҡәҙерен белегеҙ һәм һөйөү солғанышында йәшәргә тырышығыҙ. Кеше хатаһын ғәфү итергә өйрәнегеҙ. Хәстәрлек күреүҙең ҡайһы бер өлөшөн балаларығыҙ иңенә һалығыҙ һәм һеҙ уларҙың йорт хужалығын алып барыу һәләтен күреп ғәжәпләнерһегеҙ.
Йыл башы уңышлы буласаҡ – һеҙҙе эштә үрләтелеү, яңы тәҡдимдәр көтә. Нәҡ үҙегеҙҙең таланттарығыҙҙы күрһәтер ваҡыт етте.
Һәр эштә лә тик үҙегеҙгә генә ышанығыҙ, шикле партнерҙарға йәки коллегаларығыҙға һәм дә дуҫтарығыҙ ярҙамына иҫәп тотмағыҙ. Сит илгә барып эшләргә тәҡдим итеүҙәре бик мөмкин. Кире ҡаҡмай тороғоҙ – унда һәләттәрегеҙ асылырға мөмкин.
Йыл хис-тойғоларға бай буласаҡ. Үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, көсөгөҙҙө юҡ-барға әрәм итмәй генә спорт менән шөғөлләнеп ҡарағыҙ. Йылдың икенсе яртыһында йөрәгегеҙгә һәм ҡан та-мырҙарығыҙға ныҡлы иғтибар бирегеҙ. Табипҡа күренеп тикшерелеп алығыҙ. Хроник ауырыуҙарҙан дауаланыуҙы кисектереп ҡуймағыҙ, үҙ белдегегеҙ менән дауаланмағыҙ. Йыш ҡына эштән арынып, күберәк йәйәү йөрөгөҙ, күҙегеҙгә көс төшмәһен.
Ноутбук, көнкүреш техникаһы йәки коллекция тултырыу өсөн берәй нәмә бүләк итегеҙ.
Тыныс һәм сабыр булырға тырышығыҙ, ғаилә йылыһын һаҡлағыҙ, иреш-талашҡа юл ҡуймағыҙ. Йышыраҡ ғаилә байрамдары ойоштороғоҙ, киноға һәм ҡунаҡҡа йөрөгөҙ. Өлкәндәргә иғтибарлы булығыҙ. Өләсәйҙәргә, инәйҙәргә ярҙам кәрәк була ҡалһа, уларҙың проблемаларын хәл итергә ваҡыт табығыҙ. Ауыр мәлдә үҙегеҙгә лә ярҙам итәсәктәренә ышанығыҙ. Һеҙҙе балаларығыҙ йәки йәмәғәтегеҙ менән бәйле ыңғай үҙгәрештәр шатландырасаҡ.
Карьера үҫешенә иҫәп тотоғоҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе теләһә ҡайһы өлкәлә һынап ҡарай алаһығыҙ. Төп проблема – ышаныслы команда эҙләү. Берҙәм һәм ойошҡан коллектив мөһим проекттарҙы тиҙ арала тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк һәм хәлегеҙҙе оҙаҡ ваҡытҡа нығытасаҡ. Һеҙҙең өсөн яҡшы һөҙөмтәгә ынтылған профессионалдарҙы табыу бик мөһим. Улар араһында мотлаҡ төп эш фронтын тулыһынса ышанып тапшырырҙай кешеләр булырға тейеш. Әгәр ҙә барыһы ла килеп сыҡһа, был алда торған емешле эшкә нигеҙ буласаҡ.
Йондоҙҙар нервыларығыҙҙы һаҡ-ларға, көсәнмәҫкә һәм мөмкин тиклем стрестан һаҡланырға кәңәш итә. Артыҡ һимеҙлек матдәләр алмашыныуға һәм ҡан баҫымына бәйле проблемаларға килтереүе бар. Үҙегеҙҙең рационығыҙҙы яйға һалығыҙ, шулай ҙа ныҡлы диетаға ултырмағанығыҙ хәйерле. Йылдың беренсе яртыһында уйламаған ерҙән йәрәхәтләнеүегеҙ бар, шуға күрә бик һаҡ йөрөргә тырышығыҙ. Хроник сирҙәрегеҙҙе профилактикалау һәм иммунитетығыҙҙы нығытыу яғын хәстәрләгеҙ.
Йомшаҡ ҡына япма, гәлсәр ҡың-ғырау, музыка ҡоралы йәки кон-цертҡа билет алып бирегеҙ.
Йондоҙҙар яҡындарығыҙға ҡарата күндәмерәк, түҙемлерәк булырға кәңәш итә. Мотлаҡ улар менән кәңәшләшегеҙ һәм фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Тормошҡа булған ҡараштарығыҙҙың тап килеүе – үҙегеҙҙе тынысландырасаҡ.
Яҙғыһын ғаиләгеҙ менән бергәләп йылы яҡҡа барып ял итегеҙ. Ҡайһы бер ғаиләләрҙе ишәйеү көтә. Йыл аҙағында йыраҡтан туғандарығыҙ килеп төшөргә мөмкин.
Әгәр һеҙ эшегеҙҙә үрләтелергә ваҡыт етте тип уйлаһағыҙ, етәкселекте ҡыҫымға алырға кәрәкмәҫ, ә эште отпуск алыуҙан башларға кәрәк. Ял итеп, яңы көс йыйып, илһамланып, яңы идеялар менән эшкә сығығыҙ һәм шунда ғына үҙегеҙҙең һорауығыҙ менән шефҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр ҙә ул һеҙҙе эшегеҙҙә үрләтә алмай икән, ул саҡта эш хаҡын күтәреүҙәренә иҫәп тота алаһығыҙ.
Әгәр һеҙ яңы эш йәки проект башлаһағыҙ, барыһын да иҫәпләп сығығыҙ. Дуҫ-иштәрегеҙгә һәм таныш-тоноштарығыҙға ышанмағыҙ, ә белгестәр менән кәңәшләшегеҙ.
Йондоҙҙар һеҙгә ныҡлы йоҡо туйҙырырға һәм аяулы диета тоторға кәңәш итә. Был - хәлегеҙҙе һәм кәйефегеҙҙе яҡшыртасаҡ. Йыл эсендә тәмәке тартыуҙы ташларға тырышығыҙ. Сынығыу һәм туҡланыу режимы тураһында онотмағыҙ. Һеҙҙең өсөн бигерәк тә медитация, йога, массаж һәм һулыш алыу гимнастикаһы файҙалы буласаҡ. Йышыраҡ классик музыка тыңлағыҙ, бал бейеүҙәренә йәки бассейнға яҙылығыҙ. Шомло уйҙарҙы ситкә ҡыуығыҙ, улар материаллашыу үҙенсәлегенә эйә.