Беҙҙең девиз – “Яңы башҡорт – грамоталы башҡорт”. Аңлатып та китәйек: һәр телдең иң юғары формаһы – ул уның әҙәби (нормаға һалынған мәжбүри) формаһы. Әҙәби телдең төп күрһәткестәре – уның орфоэпик һәм орфографик нормалары. Ни тиклем консерватив булып күренһә лә, тел – ул ҡатып ҡалған күренеш түгел. Кеше йәмғиәте даими үҙгәреп торған кеүек, тел дә төрлө үҙгәрештәр кисерә. Был иң элек орфографияла сағылыш таба. Беҙ әле файҙаланған башҡорт орфографияһы 1981 йылда ҡабул ителгән. Сағыштырмаса яңы күренеш. Шулай ҙа ҡайһы бер бәхәсле һорауҙар бар. Әйткәндәй, орфографияны яңыртып тороу башҡа телдәрҙә лә күҙәтелә. Мәҫәлән, ХХ быуат аҙағында немецтар үҙ орфографияһын яңынан ҡарай, һөҙөмтәлә немец телендәге 212 орфографик ҡағиҙәнән 87 ҡағиҙәне генә ҡалдырғандар. Яҡуттар 2015 йылдың декабрь айында өр-яңы орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләр ҡабул итте, сыуаштар 2016 йылда дәүләт кимәлендә был йүнәлештә ныҡлы эш башланы. Был яҙмаларҙы уҡып, башҡалар орфографияларында реформа үткәргәне өсөн беҙ ҙә шулай эшләйек, тип әйтергә теләмәйбеҙ. Беҙ иң элек ҡайһы бер бәхәсле һорауҙарҙы бергәләп хәл итеп ҡарайыҡ тип саҡырабыҙ. Сөнки башҡорт телен мәктәптә уҡытыу барышында теге йәки был ҡағиҙәнең аныҡ булыуы һәм практикала теүәл үтәлеүе уҡыусыларҙың башҡорт телен аңлы рәүештә үҙләштереүенең нигеҙе булып тора. Был фекер менән, моғайын, барлыҡ уҡытыусылар ҙа килешер. Ниндәй бәхәсле ҡағиҙәләр, тиһәгеҙ, һөйләшеүҙе конкрет миҫалдарҙан башлайыҡ.
1-се бәхәсле һорау. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙеңсә ошо варианттарҙың ҡайһыһы дөрөҫ әҙәби формала бирелгән: тыпырҙай – тыпырлай, бышырҙай – бышырлай, ҡыбырҙай – ҡыбырлай, ҡыжмырҙай – ҡыжмырлай һ.б. Фәнни күҙлектән ҡарағанда, был һүҙҙәр тыпыр-, бышыр-, ҡыбыр-, ҡыжмыр- кеүек тамыр һүҙҙәргә ялғау ҡушыу юлы менән яһалған. Башҡорт әҙәби телендә бындай һүҙҙәрҙән тик –ла/-лә ялғауы менән генә һүҙ (ҡылым) яһарға була, башҡа ялғауҙар диалект формаһы булараҡ ҡарала. Тимәк, башҡорт әҙәби телендә бейеүсе тыпырлатып бейей, кемдер бышырлап ҡына һөйләй, нимәлер ҡыбырлап ҡуя йәки ҡыжмырлап ҡуя. Һәр хәлдә орфография шуны талап итә, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
2-се бәхәсле һорау. ‘Баш+ҡала’ һәм ‘бала+саҡ’ һүҙҙәренең яҙылышын нисек иҫтә ҡалдырырға икән? Был һүҙҙәрҙең тәүгеһе Р. Аҙнағоловтың орфографик һүҙлегендә лә бирелмәгән. Тап ошо һорауға яуап көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Яуаптарығыҙҙы асыҡ һөйләшеүгә сығарырбыҙ. Ә инде киләһе һанда беҙ бәхәсле һорауҙарҙы барлауҙы дауам итербеҙ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.
Редакцияның электрон почтаһы:
филология фәндәре кандидаты.
Редакциянан: Иң әүҙем гәзит уҡыусылар араһында “Иң грамоталы башҡорт” конкурсын иғлан итәбеҙ, еңеүселәр май айында билдәләнәсәк. Башҡорт телен белгән һәм телебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемде бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ!