Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе үҙенең сираттағы ижад миҙгелен асырға йыйына.
19 сентябрҙә башҡорт драма театры коллективы йылдағыса “Театр төнө” акцияһына ҡушылып, төрлө йәштәге тамашасыларыбыҙға саралар теҙмәһе әҙерләй.
28 сентябрҙә театр миҙгелен асыу тантанаһында тамашасыларҙы яңы спектакль премьераһы көтә. Был спектакль, “Берҙәм Рәсәй” партияһы тәҡдим иткән “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” проекты сиктәрендә ҡуйыласаҡ. Бөйөк шәхесебеҙ Мостай Кәримдең “Өс таған” повесына таянып ҡуйылған яңы сәхнә әҫәре ололарға ғына түгел, балаларға ла һөйөнөслө бүләк булыр тип уйлайбыҙ. Спектаклде сәхнәгә Мәскәү ҡалаһынан саҡырылған йәш талантлы режиссер Антон Федоров ҡуя. Әйткәндәй, ул беҙҙең яҡташыбыҙ, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
1 октябрҙә филармония үҙенең концерт миҙгелен Музыка көнөнә арнап асасаҡ. Көндөҙгө сәғәт 12-лә башланған саралар “After-party” кисәһе менән тамамланасаҡ. Сәхнәлә – яңы ғына тупланған «Коктейль» эстрада төркөмөнөң тәүге сығышын күреү бәхетенә ирешерһегеҙ. Һеҙҙе сюрприздар, төрлө бейеүҙәр, уйын-көлкө көтә!
Был егет кем тиһегеҙме?! 3-сө башҡорт гимназияһының 4Б класында уҡыусы Тимерғәлиев Илдар атлы егет был. Әле уның оҙайлы репетицияларҙан һуң үҙенә ял биреп ултырған мәле. Башҡорт драма театрының ижад миҙгелен асыуға әҙерләгән Мостай Кәримдең “Өс таған” спектаклендә төп ролде башҡарасаҡ Илдарҙы, бәлки, киләсәктә оло сәхнәләрҙә күрербеҙ әле! Һеҙ ышанаһығыҙмы? Мин ышанам.