Октябрҙән «Мир» картаһы тотоусылар өсөн киңлектәр ҙурая. Хәҙер йылына 40 миллиондан ашыу килем алыусы һатыусылар «Мир» картаһынан түләүҙәр ҡабул итергә тейешле.
Әйткәндәй, «Мир» картаһына 2018 йылдың1 июленә тиклем бөтә бюджет хеҙмәткәрҙәре лә күсергә тейеш. Пенсионерҙар әлеге ҡулдарындағы картаһының срогы үтеү менән 2020 йылдың 1 июленә тиклем «Мир» картаһын аласаҡ.
Интернет селтәрендә лә үҙгәрештәр бар, мәҫәлән, хәҙер эҙләүсе сайттарҙа торрент-трекерҙарҙы эҙләп табып булмаясаҡ. Торрент-трекерҙар, йәғни бушлай кино, музыка, программалар өсөн юғары тиҙлек менән күсереп алыу сайттарын эҙләү ресурстарынан алып ташларға бойорғандар. Ғәҙәттә, был сайттарҙа интернет пираттар урлаған фильмдар, программалар һәм башҡа файлдар һаҡлана.
Бурыслыларға иһә закон йомшартыуҙар индергән. Бурысың 30 меңдән ашмай икән, тимәк, һиңә сит илгә сығырға ярай, быға тиклем 10 меңдән күберәк бурыс менән ил сиге һыҙығынан сығыуға рөхсәт юҡ ине.
Бер мәл «Боярышник»тар менән күпләп ағыуланып үлеү хәбәрҙәре был тауарҙы һатырға тыйыуға килтергәйне. 9 октябрҙән башлап ванна концентраты «Боярышник» йәнә һатыуға сығарыла.
«Алыҫ көнсығыш гектары» программаһына ла өҫтәмәләр индергәндәр, хәҙер, программаға ярашлы, һунар биләмәләрен дә алырға була, шулай уҡ ҡурсалауҙа булған урмандарҙың ҡайһы бер төркөмдәргә ҡарағанын бүлеп бирәсәктәр.
Медицина учреждениелары етәкселәре һәм баш табиптарға эшләү өсөн йәш сикләүҙәре индерелгән, был вазифаны биләү-селәрҙең йәше 65-тән үтмәҫкә тейеш. Ҡайһы бер осраҡтарҙа, коллектив ризалығы менән 70-кә тиклем оҙайтылыуы мөмкин. Был сикләү йәш белгестәрҙең карьера үҫешенә йоғонто яһарға тейеш.