Бынан дүрт йыл элек Стәрлетамаҡ студенттары башлап ебәргән йәшлек, мәхәббәт байрамы быйыл да гөрләп үтте. Ҡояш нурҙарынан күтәрелеп килгән умырзаялай, был матур сара ла, һөйөү ялҡынынан йылдан-йыл үҫеп, матурланып, быйыл иһә республика байрамы дәрәжәһен алды. Йыл һайын ул яңыса төҫ ала, яңы форматта тәҡдим ителә, мәғәнәһе генә шул көйө үҙгәрешһеҙ ҡала һәм «Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ» һүҙҙәрен берләштерә. Былтыр, мәҫәлән, ҡулға-ҡул тотоношоп оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙы күреп, тоғролоҡтарына һоҡланып бөтә алмағайныҡ. Быйыл байрам сиктәрендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашыусыларҙың ижади эштәренә таң ҡалдыҡ. Тағы ла тап был байрам аша дәртле башҡорт көйҙәренә асыҡ һауала бейеүҙе - “флешмоб”ты ла үҙ иттек. Ғөмүмән, яҙғы кәйеф һәм дәрт өҫтәй “Етегән”, бигерәк тә йәштәр менән бер ағымда ҡайнап йөрөһәң.
Быға тиклем байрамдың усағы Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһендә дөрләй ине, быйыл иһә сара яңыртылған ҡала мәҙәниәт һарайында үтте һәм уның алдындағы майҙансыҡта флешмоб менән баш-ланды. Ҡалабыҙҙың төрлө уҡыу йорт-тарынан йыйылған 50-ләп студент саф һауала бейене, уларға башҡалар ҙа ҡушылып китте. Күңелдә Рөстәм Ғиззәтулиндың «Яҙ, яҙ, яҙ килә!» йырының көйө уйнап киткәндәй, йөрәк тә йышыраҡ тибә башлағандай тойолдо. Әйткәндәй, был саф һауала зарядка эшләп көс туплау ғына булды, төп сара ҡала мәҙәниәт һарайы эсендә дауам итте.
Ҡала мәҙәниәт һарайына һәр инеүсене ҡояштай балҡып ағи-нәйҙәребеҙ ҡаршы алды, улар бында ойошторолған күргәҙмәнең иң әүҙем ағзалары булды. Араларында ҡул эше оҫталары, шәл бәйләүселәр ҙә бар, йәнәшәлә өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусыларының хеҙ-мәт емештәре лә урын алғайны.
Сарала йәш балалы ғаиләләрҙе лә, өлкән йәштәге парҙарҙы ла күрер-гә була ине, шулай ҙа күпселекте, әлбиттә, йәштәр тәшкил итте. Абруйлы ҡунаҡтар иһә уның абруйын арттырҙы. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Халыҡтар Дуҫлығы йорто методисы Ғәзимә Иштуғанова, Бөтә Рәсәй Башҡорт йәштәре ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмөнөң художество етәксеһе Ринат Рамазанов, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин залдағыларҙы сәләмләп, сараның ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа ни тиклем ҙур роль уйнауын билдәләне.
Боронғо башҡорт легендаһы эстәлеге байрамдың төп мәғәнәһен күрһәтә: ир-егеттәрен алышта юғалтҡан ете ҡыҙ баҫҡынсыларға ҡоллоҡҡа бирелмәҫ өсөн, намыҫтарын һаҡлап, күлгә батып ғәйеп була. Иректе һөйөүсе һәм үҙ затына тоғро ҡалған ҡыҙҙар Етегән йондоҙлоғон кәүҙәләндерә лә инде. “Етегән” байрамы, тап ошо ете ҡыҙ бейеүе менән асылып китеп, мәңгелек темаларҙы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған һыҙаттарҙы хәрәкәттәр аша күрһәтеп, байрамдың асылын тойорға ярҙам итте. Әлбиттә, мөхәббәт төшөнсәһе киң мәғәнәгә эйә: ул егет менән ҡыҙ, бала менән ата-әсә араһындағы мөхәббәт тә, илеңә, ереңә, халҡыңа булған һөйөү ҙә булырға мөмкин. Быны “Бәйләнештә” селтәренең «Етегән-2018» төркөмөндә ойошторолған ете но-минациялағы ижади конкурста ситтән тороп ҡатнашҡан 150 нән ашыу бәйгесе күрһәтте. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларында, хатта Коми Республикаһы, Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр, конкурсҡа әүҙем ҡушылып, үҙҙәренең флешмобтарын, шиғырҙарын, йырҙарын, бейеүҙәрен һәм ҡыҫҡа метражлы фильмдарының видеотаҫмаларын, флаер, открыткаларын, мөхәббәт тарихына бәйле фотоларын һал-ды. Еңеүселәрҙе үҙегеҙ ҙә был төркөмгә инеп ҡарай алаһығыҙ, ә бына байрамда булыусылар, Бөрйән районы һылыуы Алина Сәлихованың шиғыр һөйләгәнен, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәни-әт һәм сәнғәт колледжы студенты Алина Ниғмәтуллинаның ҡыҫҡа метражлы “Әсәй” фильмын, Рим Асҡаров менән Дамира Амангилдинаның ”Зилалай” бе-йеүен үҙ күҙҙәре менән күреп, онотолмаҫлыҡ йылы тәьҫораттар кисерҙе.
Әйткәндәй, башҡорт дуҫта-рының байрамында сыуаштар ҙа әүҙем ҡатнашты, улар милли кейемдәренән торған бай күргәҙмә тәҡдим итеп кенә ҡалманы, сәхнәлә дәртле сыуаш йырын да яңғыратты. Шулай уҡ ҡырғыҙ моңон да, үзбәк бейеүен дә ишетеп, күреп дәртләнгән башҡорт йәштәре саранан һуң үҙебеҙсә, саф башҡортса бейеп бер булды.
Һау бул, “Етегән-2018”! Тағы ла теүәл бер йылдан яҙҙың тәүге көнөндә осрашҡанға тиклем!
Ләйсән ЙОСОПОВА, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
– Быйыл конкурста һәм байрамда ҡатнашыусылар һаны күп тапҡырға артты. Конкурс Башҡортостан сиктәрендә иғлан ителһә лә, унда республиканан ситтә йәшәүселәр ҙә бик теләп ҡатнашты.
Киң мәғлүмәт саралары ла иғтибарҙы көсәйтте был сараға. Тимәк, “Етегән” байрамының сиктәре киңәйә һәм ул киң танылыу ала бара. Шуға күрә уны сағыу, ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле итеү өҫтөндә эшләйһе бар әле. Ғөмүмән, был байрамды һәр ҡала, ауыл үҙендә үткәрә ала. Ошо маҡсаттан сығып, интернет селтәрендә видео-мәғлүмәт, сценарийҙар һалып барабыҙ (мәҫәлән, тотош «Башҡорт байрамдары тарихы һәм бөгөнгөһө» китабын PDF форматында сығарҙыҡ).
Ғаилә ул – йылы усаҡ, йылы мөнәсәбәттәр. Мөхәббәтле ғаиләлә бәхетле һәм кешелекле балалар үҫә. Барығыҙға ла Етегән йондоҙо кеүек балҡып йәшәргә яҙһын!