Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

ЯҢЫРТЫЛҒАН ТРОЛЛЕЙБУСТА ЙӨРӨП ҠАРАҒЫҘ!

Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы йылды яңыртыуҙар менән башланы, тип әйтһәк тә була. Ҡалабыҙҙа иҫке троллейбусҡа капиталь ремонт яһау буйынса тәжрибә үткәрелеүе тураһында алдан уҡ хәбәр итәләр ине, ә бына диспетчерлыҡ үҙәгендә яңыртыу эштәре барыуы тураһында ошо көндәрҙә билдәле булды. Рәсәйҙә тәүге тәжрибә булып торған иҫке троллейбусҡа капиталь ремонт яһау емешен Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин килеп күрҙе.

Заманына күрә һәр кем үҙ транспортына иғтибар менән ҡарай, ә кемдер өсөн машина хатта тормош мәғәнәһе булып китә. Еңел автомобилдәрҙе генә алайыҡ, тышҡы биҙәлеше лә, төҫтәре лә күҙҙең яуын алып тора, ә барып ултырһаң, сыҡҡы ла килмәй: йылы ла, мультимедия системаһы ла күп мөмкинлектәр бирә.
Йәмәғәт транспорты иһә бер ҡалыпҡа һалынған тип әйтһәк тә була, ул арзан булырға һәм бер туҡталыштан икенсеһенә алып барып еткерергә тейеш. Тик Стәрлетамаҡ троллейбустары был ҡалыптарҙа ултырып ҡалырға йыйынмай. Шулай булһа ла 1961 йылда тәүге рейсҡа сыҡҡан троллейбусҡа булған ихтыяжды һүҙ менән дә аңлатып булмай шикелле. Тантаналы митингҡа халыҡ ишелеп килә, ә тәүге рейста троллейбус ида-ралығы эшселәре генә ултырып йөрөп ҡарау хоҡуғын ала. Ул ваҡытта «Wi-fi», «USB заряд алыу», телефон аша, йә булмаһа, банк картаһы менән түләү, ви-део күҙәтеү кеүек ҡулайламаларҙың береһе лә булмаған.
Әлеге көндә тәүге тәжрибә булып яңыртылып сығарылған троллейбуста былар барыһы ла бар. 8 видеокамера, пассажирҙарҙы һанау, навигация, пассажирҙарға мәғлүмәт еткереү, туҡталыштарҙа насар күреүселәргә ярҙам итеүсе тауыш ситемалары һәм башҡалар. Йәмәғәт транспорты ҡулланыусылары өсөн генә түгел, техник мөмкинселек яғынан да троллейбус йөрөтөүселәргә уңайлыҡтар артҡан. Яңыртып ҡороу мәсьәләһе йәмәғәт транспортының иҫкереүе менән бәйле, яңыны һатып алыр өсөн ярайһы уҡ ҙур аҡса талап ителә. Әйткәндәй, троллейбустарҙы Энгельс ҡалаһындағы «Тролза» заводы етештерә.
Колхоз баҙары алдындағы майҙанда төп иғтибарҙы троллейбус йәлеп итеп ултырһа ла ошонда уҡ урынлашҡан диспетчерлыҡ үҙәге лә яңыртылған булып сыҡты. Диспетчерлыҡ үҙәген асыу тантанаһында БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин менән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, уның беренсе урынбаҫары Юрий Тротт ҡатнашты. Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, троллейбус идаралығы директоры Александр Матвеев ҡунаҡтарҙы бина эсенә алып инде. Бында иһә яңы ғына сафҡа ингән ҡоролманың бөтә мәғлүмәттәре лә бер нисә мониторҙа күрһәтелә ине, улар аша видеокамераларҙы ла, троллейбустың ҡайҙа урынлашҡанын да белеп, водитель менән дә бәйләнешкә инеп була. Был мөмкинлектәрҙе Азат Кәлимуллин ентекләп ҡарап сыҡты. Айырыуса, ул пассажирҙарҙы һанау мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм пассажирҙар күп бул-ған осраҡта троллейбус йөрөү йышлығын арттырырға йә кәметеп тороуҙы көйгә һалыу кәрәклеген әйтте. Бында эшләүсе диспетчерҙар шулай уҡ терминалдар аша түләү мөмкинлектәрен күрһәтте, ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа эшләү тәртибе тураһында һөйләне. Троллейбус идаралығы директоры Александр Матвеев иһә был система Стәрлетамаҡта булдырылғанлығы һәм уны башҡа ҡалаларҙа ла ҡулланып булыуы тураһында әйтте. Йәғни был диспетчерлыҡ үҙәгенә Өфөләге троллейбустарҙы ла тоташтырып, берҙәм система булдырырға була. Һөйләшеү шулай уҡ яңыртылған троллейбустарға ла әйләнеп ҡайтты, етәкселәр фекеренсә, троллейбустарҙы капиталь яңыртып ҡороуға Рәсәйҙең башҡа ҡалалары ла ҡушылыуы мөмкин, ә был финанс яҡтан ҡытлыҡ кисергән троллейбус идаралығына өҫтәмә килем килтерәсәк.
Экологик таҙа йәмәғәт транспортын һаҡлап ҡалыр өсөн троллейбус идаралығы яңынан- яңы юлдар таба, күренеп тороуынса, был аҙымдар ҡала өсөн генә түгел, хатта илдәге бөтә троллейбус транспортының киләсәгенә йоғонто яһай. Әлегә интернетлы һәм кеҫә телефонына көс йыйҙырыусы троллейбусты 6 маршрутта тоторға була.
Читайте нас