Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ялан сәскәләре кеүек биҙәп йәшәй улар донъяны

Борон-борондан ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар менән бер рәттән, йәмғиәт тормошонда баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнаған. Йәш быуынға милли асылыбыҙға ярашлы матур тәрбиә биреү, уларға ватансылыҡ тойғоларын һеңдереү, халҡыбыҙға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙән, йолаларыбыҙҙан тай-пылырға юл ҡуймау, милләттәштәребеҙҙе айыҡ, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау…

Стәрлетамаҡ ҡалаһында Ағинәйҙәр ҡоро 2014 йылдан бирле эшләп килә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вәсилә Мөхәррәм ҡыҙы Халиҡова етәкселегендә тынғыһыҙ йөрәкле ағинәйҙәребеҙ ҡала тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Күп сараларҙың биҙәге улар. Хәҙер үҙҙәрен бөтә Башҡортостан белә, тип әйтһәк тә аштырыу булмаҫ. Дәртле, йыр-бейеүгә әүәҫ ағинәйҙәребеҙ республика сараларынан да ситтә ҡалмай. 2016 йылда Рус-географик йәмғиәтенең тәбиғәтте һаҡлау буйынса иғлан ителгән конкурсында "Торатауым - ғорур тауым" темаһына сығыш яһап, республикала II урын алып, 17 мең һумлыҡ грант менән бүләкләнделәр. Салауат ҡалаһында "Аҡбуҙат" милли йәмғиәтенең 25 йыллығында сығыш яһап ҡайттылар. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ғалимә Асия Ғәйнуллинаның оҫталыҡ дәресенә барып, селтәр ҡашмау эшләргә өйрәнделәр. Үҙҙәренә бала итәкле күлдәктәр тектереп, һәр ҡайҙа ла ошо сағыу милли кейемдәрҙә йөрөгән ағинәйҙәребеҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының"Алтын тирмә" тапшырыуында ҡатнашып, Салауат районы ағинәйҙәре менән осрашып, телевизор ҡараусыларға матур тамаша бүләк иттеләр. Улай ғына ла түгел, көҙөн Өфөлә республика буйынса үткәрелгән костюмдар парадында ҡатнашып, Конгресс-холл алдындағы сәхнәлә "Донъя матур, донъя шатлыҡ" йыры менән сығыш яһанылар. Йәнә лә "Ашҡаҙар таңдары" республика фольклор фестивалендә "Килен төшөрөү" йолаһын күрһәтеп, уңышҡа ирештеләр.
Дәртле ағинәйҙәр күршеләргә лә концерт менән барып ҡайта. Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ, Ураҙбай ауылдарында башҡорт халҡының бер нисә йолаһын күрһәтергә лә өлгөргәндәр. Хатта үҙебеҙҙең ҡалалағы психо-неврология ауырыуҙары интернатын да иғтибарҙарынан ситтә ҡалдырмайҙар, сәғәт ярымлыҡ хәйриә концерты күрһәтеп, бындағы ауы-рыуҙарға байрам бүләк иткәндәр.
Ҡасан һәм ҡайҙа йыйылып, репетициялар үткәреп өлгөрә икән үҙҙәре, тип аптырайһығыҙҙыр, моғайын. Абдулҡадир Инан
исемендәге милли ки-тапхана күптән инде уларҙы үҙ иткән. Ундағы хеҙмәткәрҙәр менән ағинәйҙәрҙе ижади дуҫлыҡ бәйләй. Йәнә лә улар китап йортонда үткәрелгән бер генә сараны ла йыр-бейеүһеҙ итмәй.
Һанай китһәң, эшләгән эштәренең осона сығырмын тимә Стәрлетамаҡ ағинәйҙәренең. Бөгөн дә улар әллә күпме идеялар, уй-ниәттәр менән янып йәшәй. Ялан сәскәләре кеүек тирә яғыбыҙҙы биҙәп, нурлап йөрөгән ағинәйҙәребеҙҙең һәр береһе гүзәл ҡатын, әсәй, өләсәй. Бөгөнгө матур байрамда уларҙың һәр береһенә иҫәнлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Читайте нас