Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00

Янғынды иҫкәртеү – отошло!

Йыл башынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә 155 янғын сығып, 1 кеше һәләк булған, 22 кеше төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған. Көнкүреш газ һәм электр приборҙарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында янғындар һаны арта бара.

Көндәлек тормошта һәм эштә һәр кем газ һәм электр уңайлыҡтары менән файҙалана, ләкин уларҙы ҡулланған ваҡытта ниндәй яуаплылыҡ ятҡанын аңлап етмәй, ә был иһә оло ҡайғы килтереүе ихтимал.
Газ һәм электр ҡорамалдары менән эш иткәндә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ. Иң мөһиме, газ үткәреүгә һәм йылытыу ҡорамалдарын монтажлауға аҡса йәлләмәгеҙ. Йортоғоҙға, фатирығыҙға АГВ, яңы газ плитаһын ҡуйҙырыу өсөн белгес саҡыртығыҙ. Үҙ белдегегеҙ менән был эшкә тотонмағыҙ, кранға, горелкаға, счетчикка ҡаты әйбер менән һуғырға бөтөнләй ярамай. Дөрөҫ монтажламау арҡаһында зәңгәр яғыулыҡтан газ сығыуы мөмкин. Әгәр һеҙ ингән бинала газ еҫе тойолһа, ут яндырырға, шырпы ҡабыҙырға ярамай, сөнки янғын сығыу, хатта шартлау ҡурҡынысы бар. Шартлау йәки янғын сығыу һауалағы газ концентрацияһына бәйле. Концентрация аҙ булһа, шартлау барлыҡҡа килә, ҙур концентрацияла янғын сыға. Фатирҙа йәки йортта щит йәки счетчикты һүндерегеҙ, плитаға барған яғыулыҡ юлдарын ябығыҙ. Тәҙрәләрҙе асып, фатирҙы ныҡлы елләтегеҙ. Үҙегеҙ тиҙ генә сыға һалып, 04 телефоны аша газ селтәренең авария хеҙмәтен саҡырығыҙ.
Газ ҡорамалы менән тотонғанда түбәндәге саралар тыйыла:
– балалар йәки хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәүсе кеше газға яҡын килергә тейеш түгел;
– газ плитаһы өҫтөнә кер элмәгеҙ;
– газлы баллондарҙы шәхси торлаҡ йорттарҙа, фатирҙарҙа һәм йәшәгән бүлмәләрҙә, шулай уҡ ашханаларҙа, эвакуация юлдарында, баҫҡыстарҙа, подвал һәм өй баштарында, балкондарҙа һаҡламағыҙ.
Электр ҡорамалдарын эксплуа-тациялағанда түбәндәге эштәр тыйыла:
– янғын сығарыу ҡурҡынысы булған боҙоҡ приемниктарҙы, розеткаларҙы, электр үткәргестәрҙе ҡулланмаҫҡа;
– электр лампаларын һәм шәмдәрен ҡағыҙ, сепрәк, шулай уҡ башҡа янып китә торған материалдар менән уратмағыҙ;
– стандарт булмаған электр йылытыу приборҙарын, үҙегеҙ яһаған аппараттарҙы ҡулланырға ярамай;
– электр щиттары, электр үткәр-гестәр эргәһенә янып китә торған матдәләр һәм материалдар ҡуймағыҙ.
Янғын хәүефһеҙлеге сарала-рын үтәү – һеҙҙең именлек, яҡындарығыҙҙың ғүмерен һаҡлау ул. Янғынды иҫкәртеү һүндереүгә ҡарағанда отошлораҡ булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ!
Читайте нас