Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2020, 21:00

Ярай әле туҡмап китмәгәндәр

Һәр бер хәбәрсенең гәзит битендә донья күргән мәҡәләләренә инмәгән хәл-ваҡиғалар ҙа, күҙәтеүҙәре лә байтаҡ. Уларҙы ижадсы күңел түрендә һаҡлай, кемдәрҙер яҙма рәүештә теркәп бара. Нисек кенә аталмаһын – ул, әлбиттә, “журналистың ҡуйын дәфтәренән” тип нарыҡланырға хоҡуҡлылыр. Шәхсән үҙем, тормошта тап булған ундай күренештәрҙе хәтерләп кенә барам.

“Жираф” тракторы
Ауыл хужалығы темаһын яҙырға яратам, сөнки уны биш бармағымдай беләм... тип уйлай инем элегерәк. Ҙур ғына хужалыҡҡа килеп төшкәс, етәксе бригадир менән эйәртеп ялан буйлап сығарып ебәрҙе. Ураҡ мәле, бригадирҙа, күрәһең, минең ҡайғы юҡ: “Ҡустым, ана, хәҙер ер һөргән бер трактор килә – Жираф була, шул механизаторҙан интервью алырһың, алдынғы эшсе, - тине лә үҙ юлы менән китеп тә барҙы.
Көтәм, әбейҙәр сыуағына һоҡланып торам. Бер трактор килә һәм “ҡоралдарымды” ипкә килтереп, тегенең ҡаршыһына сығам. Юҡ, минең герой түгел – был “Дт-75” тракторы, уныһын ғына беләм инде, тимер-томор араһында үҫкән ауыл малайы бит! Трактор үтеп китте, көтәм “Жираф”ты. “Дт” бер үтте, ике үтте, өс... ә мин көткән “тимер ат” һаман күренмәй. Әле кире ҡайтаһы ла бар бит әле, аптырағас “Дт-75” тракторсыһынан һорамаҡсы булдым (һүҙ ҙә юҡ башта үҙем менән таныштырҙым):
– Абзый, интервью алырға ине, “Жираф” тракторы күренмәнеме ул?
Механизатор миңә тишә яҙып ҡараны ла:
– Эй, ҡустым, мин бит ул – Жираф, ауылда ҡушамат-һыҙ кеше буламы ни. Тегеләрҙе лә әйтер инем инде, сит кешегә, исмаһам, исем-шәрифте бирһәләр ни була, үҙ-ара ҡушамат менән өндәшеү етмәгән...
Шул саҡ ҡына барып етте: ағай оҙон муйынлы икән дә! Шулай ҙа ихласлап һөйләштек Жираф, әй, Шәриф Сәйфуллин менән. Оҡшаны абзый, репортаж тиҙ арала сығып та китте.
Геройҙы яланда көткәндә ундай исемле трактор буламы икән ни, тип уйлап ҡуйғайным шул, донъянан артта ҡалаһың, тигән шелтә лә яуҙырҙым үҙемә: йәнәһе, яңы төр ауыл хужалығы техникаһын да белмәйһең, имеш, ауыл малайы!
Ә бригадирға килгәндә, күрәһең, минең менән йөрөү түгел, эшсеһенең исемен дә әйтергә ваҡыты булмаған...
Адрес өйрәтеүсе
Хеҙмәттәшем, “Ашҡаҙар” гәзите хәбәрсеһе Эльдар Фәттәхов менән Стәрлетамаҡ районына сыҡҡан мәл. Бер ауылда күркәм һәм ишле ғаилә йәшәй тинеләр. Ауыл хакимиәтендә адресын да бирҙеләр. Киттек водитель менән. Адресты һораша-һораша барабыҙ. Берәүҙән, туҡтап, өйрәтеүен үтенгәс:
– Минең өйҙө үтәһегеҙ ҙә, тағы дүрт йорттан һуң йәшәйҙәр, – тине абзый.
...Эйе шул, һинең ҡайҙа йәшәгәнеңде беләбеҙ, көн дә ҡаймаҡлап сәй эсергә йөрөйбөҙ бит...
Һаҡал ҡотҡара
Стәрлетамаҡҡа абруйлы ғына яҙыусылар килеп төштө. Салауат Әбүзәров, Венер Исхаҡов һәм Айгиз Баймөхәмәтовты осрашыуҙарға йөрөтөү бурысын миңә йөкмәттеләр. Ҡала мәктәптәренең береһендә шундай сара бара. Өлкән класс уҡыусылары, уҡытыусылары менән тамаша залында түгел, класта әңгәмәләшергә булдыҡ. Ҡунаҡтар алдараҡ урын алған, мин арттараҡ бер парта артында яңғыҙым ултырам. Яҙыусылар сығыш яһай, ә балалар инеп сығып йөрөй. Бер мәл ишек ябылды ла берәү: “Шыл тегендәрәк (стена буйынараҡ – авт.)”, – тип иңгә килеп төрттө. Был тиклемде көтмәгәйнем, дөрөҫөн әйтәм. Шуға теге уҡыусы ла, мин дә ҡапыл юғалып ҡалдыҡ. Егет ҡорона инеп барған малайға ғәфү үтенеп, башҡа урын табып ултырыуҙан башҡа сара ҡалманы. Уның ҡарауы, күмәкләп бер рәхәтләнеп көлөп алдыҡ. Буйың ҡыҫҡа булғас, ни ҡылаһың инде: теге уҡыусы арттан таныған тиһеңме ни, класташы тип уйлап, шулай өндәшкән.
...Йыш ҡына һаҡал йөрөтөүем менән ҡыҙыҡһыналар. Мода ҡыуыу менән юрайҙар берәүҙәр, икенселәр дин юлына баҫҡан тигән һығымтаға киләләр, бәғзеләр бының өйөндә ҡырынғысы ла юҡ әллә тип көлөрөгә лә тартынмай. Әйҙә көлһөндәр. Ысынын әйткәндә: был баяғылай уңайһыҙ хәлдә ҡалмаҫ өсөн уйланылған сара. Ситтән һаҡаллы кеше ултырғаны күренеп тора бит. Шулай, ҡыҫҡа буйҙан оҙон һаҡал ҡотҡара.
Теге ваҡиғаға әйләнеп ҡайтҡанда, мәктәп директорына әлеге хәлде һөйләгәйнем, етәксенең бер генә лә иҫе китмәне.
– Рәмил Ғәбдрәшитович, беҙҙең малайҙар сос ул, ярай әле коридорҙа осратып, икенсе мәктәптән күскән уҡыусы икән тип уйлап, туҡмап китмәгәндәр, – тине.
Рәхмәт инде. Үҙегеҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел икән...
Читайте нас