Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
31 Декабря 2020, 21:00
Ярославҡа тиңләшәйек
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге уҙған йылдың март айында ике йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған Стәрлетамаҡтың 8-се мәктәбе уҡыусыһы Ярослав Адоньевты бүләкләне.
Ул дуҫтары менән урамда уйнап йөрөгәндә икенсе ҡатта шар асыҡ тәҙрә төбөндә бәләкәй баланы күреп ҡала. Ярослав дөрөҫ һиҙемләй – бер аҙҙан ҡыҙ тәҙрәнән ҡолай башлай. Бәхеткә күрә, малай йорт янына ваҡытында барып етә һәм ҡыҙҙы ҡотҡара.
Күрһәткән батырлығы өсөн 6-сы класс уҡыусыһы Ярослав Адоньев Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы етәкселеге тарафынан бүләкләнде. Тантаналы шарттарҙа 8-се мәктәп уҡыусылары алдында Ярославҡа Мәскәүгә бүләкләү тантанаһына саҡырыу ҡағыҙы тапшырыла. Ул тантанаға 2 ноябрҙә барасаҡ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"