Был пункт 1974 йылда Стәр-летамаҡтың хәҙерге 1-се дауаханаһы нигеҙендә асылған. Бер аҙ эшләгәс, айырым бинаға күсерелгән. Яңы урында Стәрлетамаҡ районы полик-линикаһынан “мираҫҡа” рентген кабинеты тороп ҡалған, тик ҡорамалдар икенсе ҡатта урынлашҡан. Нисек кенә булмаһын, пациенттарҙы ҡарарға кәрәк, мәшәҡәттәр аша эш алға киткән. Әммә аяғы һынған, ҡаймыҡҡан кешене күпме икенсе ҡатҡа ҡыуаларға була?!
– Ҡала хакимиәтендә бынан ике йыл элек рентген кабинетын “Башфармация”ның беренсе ҡаттағы дарыухана бүлмәһенә күсерергә ҡарар ҡабул ителде. Эштәрҙе башҡарып сығырға 12 миллион һум аҡса бүленде, шул иҫәптән 8 миллион һумға рентген аппараты һатып алынды, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша 1-се ҡала дауаханаһының баш табибы Азат Ҡорбанғәлиев. Эштәр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бюджеты, “Башҡорт сода компанияһы” бағымсылығы һәм түләүле хеҙмәттәрҙән йыйылған аҡсалар ярҙамында башҡарылған.
Шуныһы ҡыуаныслы: кабинет Рәсәйҙә эшләнгән заманса ҡора-малдар менән тәьмин ителгән. Травмпункт мөдире Рафиҡ Мир-хәйҙәров белдереүенсә, был цифр системалы аппарат табиптарҙың эшен күпкә еңелләштерә: күсермә (һүрәт) электрон рәүештә һаҡлана. Кәрәк ваҡытта һүрәттәрҙе махсус архивҡа инеп табыуы бер ни тормай. Бынан тыш, компьютерҙа уларҙы ҙурайтып, һынған һөйәк рәсемен яҡынайтып та ҡарап була.
Айырым һүҙ “Уңайлы мөхит” программаһы сиктәрендә эшләнгән пандустар, күтәреү механизмы хаҡында. Әйткәндәй, икенсе ҡаттағы рентген кабинеты ла резерв рәүештә һаҡлана, һәр хәлдә ҡул ҡаймыҡтырып килеүселәр бит икенсе ҡатҡа күтәрелә ала.
– “Башҡорт сода компанияһы”на рәхмәт, бихисап социаль проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә, был ҡыуаныслы көндө ҡала халҡы ла, меди-цина хеҙмәткәрҙәре лә көтөп алды, – тип билдәләне яңы рентген кабинетын асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов. Көнөнә уртаса 110 кеше хеҙмәтләндереүҙе иҫәпкә алғанда, ысынлап та, ҙур эш башҡарылған. Улай ғына ла түгел: травмпукнт стәрлетамаҡтар менән бер рәттән яҡын-тирә райондарҙа йәшәүселәрҙе лә ҡабул итә.
Владимир Куликовтың һүҙҙәренә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов һәм ҡала советы рәйесе Андрей Ширяев та ҡушылды, коллективтың эшендә уңыштар теләне. Яңы шарт-тарҙа артабан да юғары кимәлдә хеҙмәтләндерергә генә ҡала.