11 көн барған бәйгелә ҡатнашҡан һәр кем номинацияларҙа еңеү йә йыл педагогы исемен алыу тураһында хыялланғандыр, әммә 25 йыл ойошторолоп килгән ҡала конкурсының шарттары йылдан-йыл камиллашып, талапсаныраҡ була бара һәм иң лайыҡлыларҙы ғына Республика педагогик оҫталыҡ бәйгеһенә үткәрә. Ә шулай ҙа конкурста ҡатнашҡан 51 педагогтың һәр береһе, сәхнә түренә күтәрелеп, йондоҙло минуттарын кисерҙе.
Гран-при 1-се гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Ирина Михайловна Цовбунға тапшырылды. Шулай уҡ дүрт йүнәлештә еңеүселәр билдәләнде. 3-сө лицейҙың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дарина Ерыгина «Йыл уҡытыусыһы – 2018» еңеүсеһе тип иғлан ителһә, «Йылдың туған телдәр уҡытыусыһы» тип 24-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәҙинә Зәйнуллина аталды, 45-се балалар баҡсаһынан Айгөл Ғилметдинова «Йыл тәрбиәсеһе – 2018», Балалар экология үҙәге педагогы Эльвира Ғөбәйҙуллина «Йылдың өҫтәмә белем биреү педагогы» булараҡ билдәләнде.
Шулай уҡ бер төркөм уҡытыусыларҙың сығыштары төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Әле 2018 йыл тыу-маған, ә еңеүселәр бил-дәләнгән тиһегеҙҙер,
ысынлап та, конкурс алдан уҡ үткәрелеп, һөҙөмтәләре билдәле булды. Сөнки киләһе йыл еңеүселәр өсөн еңелдән булмаясаҡ, уларға республика, ил кимәлендә лә ҡатнашырға тура киләсәк. Ә номинацияларҙа еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға иһә ең һыҙғанып эшләргә тура килер, сөнки мәктәптәрендә улар – йыл уҡытыусылары.